Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 18:00

Республикала битлек режимын үтәүгә контроль көсәйтелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек режимын үтәүҙе ҡәтғи күҙәтергә, уны боҙоусыларға протоколдар төҙөргә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек режимын үтәүҙе ҡәтғи күҙәтергә, уны боҙоусыларға протоколдар төҙөргә ҡушты. Республика етәксеһенә көн һайын уларҙың һаны тураһында отчет бирелергә тейеш. Ул ауырыу күрһәткестәренең кәмеүе күҙәтелгән һәм битлек кейеү ныҡлы контролгә алынған Мәскәүҙе миҫалға килтерҙе.
Радий Хәбиров протоколдар һанын күҙәтеп барасағын әйтте.
«Мин Айҙа йәшәмәйем, урам буйлап йөрөйөм. Барыһы ла битлек кеймәй. Әгәр протоколдар аҙ булһа, был эш сифатһыҙ башҡарылған тип иҫәпләрмен», — тине республика етәксеһе.
https://www.bashinform.ru/news/1515868-v-bashkirii-uzhestochat-kontrol-za-soblyudeniem-masochnogo-rezhima/
Читайте нас: