Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 18:05

Республикала медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ышаныс телефоны эшләй башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ҡыҙыу элемтә асты.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ҡыҙыу элемтә асты.
Республика клиник психотерапия дауаханаһында психологик ярҙам күрһәтеү буйынса Берҙәм ышаныс телефоны эшләй. Психологтар һәм психотерапевтар медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри яныу билдәләрен һәм сәбәптәрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән психологик ярҙам ойоштора.
Ҡыҙыу элемтәгә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Консультация алыу өсөн телефон – 9-(347)232-88-70.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда COVID-пациенттар менән эшләгән табиптың психиатрия дауаханаһына эләгеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/1515774-v-bashkirii-zapustili-telefon-doveriya-psikhologicheskoy-pomoshchi-dlya-medrabotnikov/
Читайте нас в