Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 15:17

Ҡан ҡойолмаһын илебеҙҙә!

Скульпторыбыҙ тураһында

Ҡаланың Афғансылар скверында интернациональ бурыстарын үтәгән һәм локаль һуғыш ветерандарына һәйкәл асылыуы тураһында хәбәр иттек инде. Әммә авторы тураһында айырым яҙмау ғонаһ булырҙыр. Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы етди һылтау ҙа бар – бындай мөһабәт һәйкәлдәр ҡуйыу өсөн башҡаса сәбәп булмаһын тип теләйек: локаль һуғыштарҙың бер өлөшө ил эсендә барҙы бит! Ҡан ҡойолмаһын башҡаса илебеҙҙә!
Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов 1960 йылғы, Ахун ауылынан. Ижадҡа ҡыҙыҡһыныу әсәһе, Рәйсә-апай, танылған келәм һуғыу оҫтабикәһе яғынан киләлер. Ғөмүмән, барыһы уңған, һәләтле кешеләр.
-Тәбрик ағайым иҫ киткес матур итеп тал үрә торғайны, Салауат ағайым артист булырҙай кеше, һабантуйҙарҙа бәйгеләрҙә лә еңде. Туғаным Чулпан да, һәр яҡтан килгән, әле Өфө янында йәшәй. Үкенес, кинйәбеҙ Фәһим генә арабыҙҙа юҡ инде хәҙер, - тип иҫкә ала ғаиләһен әңгәмәсебеҙ.
Үҙен ни тиклем белә, шул дәүерҙән Фәнил рәсем яһай. Хатта йорт мейестәренә лә төлкө-бүре-айыуҙарҙың һүрәттәрен әтмәләй. Ярай ҙа, ата-әсәһе улдарының ҡомарына ҡаршы төшмәйҙәр.
Йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителгән беренсе сәнғәт әҫәрен дә скульптор яҡшы хәтерләй – башланғыс синыфта уҡығанда стена гәзитенә мәктәптән ҡасҡан малайҙы төшөрөргә ҡушалар. Берәйһе булһа, нисек хәлдән килде, тапшырғанды шулай башҡарыр ҙа, онотор ине, Фәнил иһә хәрәкәтте нисек һүрәттә сағылдырырға тип оҙаҡ ҡаңғыра. Булыр бала биләүҙән инде!
Һәләтле үҫмерҙе республика сәнғәт мәктәп-интернатына ебәрәләр. Өфөлә 6 йыл оҫталығын камиллаштыра. Остаздар күп нәмәгә әйрәтә, айырыуса Владимир Тангатаровҡа әлегә тиклем рәхмәтле ул. Ә хеҙмәт биографияһының башында “Ҡыҙыл партизан” колхозында рәссам булып йөрөһә, һуңынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына урынлаша: һүрәт тә төшөрә, экскаваторсы ярҙамсыһы булып та тир түгә, ҡеүәтле “БелАЗ” йөк автомобиле менән мәғдән дә ташый. Бөгөнгө көндә лә комбинатта рәссам сифатында килешеү буйынса эшләй.
Үкенес, төрлө сәбәптәр менән (саҡырыуҙар килһә лә!) юғары художество уҡыу йортонда камиллашырға насип булмай, шулай ҙа Башҡорт дәүләт университетының технология факультетын тамамлай.
Хәйер, былай ҙа бик һөҙөмтәле ижад итә ул. Ошо әҫәрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында Бөйөк Ватан һуғышы хеҙмәткәрҙәренә скульптур композиция; УТБК идаралығында - Михаил Беляевты, Ҡалҡандағы балалар лагерында – Валентина Терешкованы кәүҙәләндергән бюстар; Мәскәүҙә – артист Сергей Крутиковтың иҫтәлегенә ҡара мәрмәрҙән һәйкәл һәм башҡа.
Ә Афғансылар скверындаға һәйкәл тарихы 2017 йыл башлана. Тап шул мәл “Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” ағзалары тәҡдим итә. Ҡасандыр ҡороласағына йүнләп өмөт итмәһә лә (төҙөлөшкә аҡса табыу мәсьәләһе яҡынса ла хәл ителмәгән мәл), илһамланып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Фәнил Фәтҡулла улы үҙе һуғышҡа эләкмәһә лә, ул хәрби хеҙмәт үткән батареянан 6 иптәшен интернациональ бурыс үтәргә алалар, икеһе алыҫ тарафтарҙа баштарын һала.... Башҡа “афғансы” иптәштәре, таныштары күп булғас, был үтенесте бер нисек тә кире ҡаға алмай. Кешене өмөт йәшәтә, ана бит, һәйкәлде пластилиндан әүәләй башлағанда ишетеп тә белмәгән форсат килеп сыҡты -“Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса ғәмәлгә ашты. Был проектҡа индереү өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа, ул саҡ ҡала ултырағы хакимиәтен етәкләгән Ильяс Килмөхәмәтовҡа ныҡ ҡына тырышырға тура килә инде. Нисек кенә булмаһын, 5 метр самаһы бейеклектә һәйкәл бронзанан ҡойолдо (Свердловск өлкәһендә), таш постаментҡа баҫтырылды – Аллаһ бойорһа, быуаттар буйына торор!
-Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән бар кешеләргә рәхмәт әйтке килә, - ти яҡташыбыҙ. – Шул иҫәптән УТБК директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин менән урынбаҫары Александр Андросенконы айырым билдәләр инем. Комбинаттың АТП директоры Геннадий Гольцов транспорт менән булышлыҡ итте. “Урал таштары” йәмғиәте директоры Хөснөтдин Хәсәнов ҙур ярҙам күрһәтте, был предприятиеның алтын ҡуллы таш бысыусыһы Сабит Айбатовтың тырышлығы менән гранит постамент барлыҡҡа килде лә инде. Әлбиттә, “афғансылар”, башҡа локаль һуғыш ветерандары һәр яҡлап булышлыҡ итеп, дәртләндереп тормаһа, был ниәт тормошҡа ашмаҫ ине!
Фәнил Фәтҡулла улы ҡатыны Зәлифә ханым менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары – инженер, ҡыҙҙары - университетта уҡыта, философия фәндәре кандидаты. Бәлки ейәндәре олаталарының скульптор юлын дауам итер – генетика закондары буйынса төп һыҙаттар быуын аша күсә торған бит. Оҫта үҙе лә ҡарт кеше түгел әле, бәлки тағын да күркәм сәнғәт ҡомартҡылары менән шатландырыр? Һәр хәлдә лә, бер хыялы менән уртаҡлашты – Урал-батырға һәйкәл яһау тураһында уйлана икән. Бик тә изге ниәт, был теләге лә тормошҡа ашһын!
Читайте нас: