Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 13:55

Ғариза биреп өлгөрөгөҙ

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, бөгөнгә халыҡ-ара сертификатлауға субсидия биреүгә 14 компания менән 5,5 миллион һумға килешеү төҙөлгән.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, бөгөнгә халыҡ-ара сертификатлауға субсидия биреүгә 14 компания менән 5,5 миллион һумға килешеү төҙөлгән. "Беҙҙең әле йәнә 12 экспортер-предприятиеның сығымдарын ҡаплау мөмкинлеге бар. Тик улар тейешле ваҡыт эсендә ғариза биреп кенә өлгөрһөн", – ти дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Был дәүләт ярҙамы сертификат хаҡының 80 процентын ҡаплаясаҡ. Әммә уның күләме ике миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Быйыл 1 ғинуарҙан йыл аҙағына тиклем ошо документты рәсмиләштереп өлгөргән предприятие уны алыу мөмкинлегенә эйә.
Бынан тыш, республика эшҡыуарҙары "экспорт кэшбегы"нан файҙалана ала. Ул башҡарылған экспорт килешеүенең 10 проценты күләмендәге грантты тәшкил итә. “Экспорт кэшбегы” буйынса бирелгән аҡса күләменең иң ҙур суммаһы өс миллион һум булып, уҙған йылға түләнгән һалымдың 50 процентынан артмаҫҡа тейеш. Аҡсаны сит илдә баҙарҙы үҙләштереү йәки яңы төр тауарҙы экспортҡа сығарыуҙы күҙ уңында тотҡан килешеүҙәр буйынса кире ҡайтарасаҡтар. Яңы ил менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә иҫәпкә алынасаҡ.
“Экспорт кэшбегы”на ғаризалар 8 сентябрҙә ҡабул ителә башланы һәм 8 ноябргәсә бара. Әле беҙ 15 компаниянан документ ҡабул иттек, тағы ла шунса предприятиеға ярҙам итә алабыҙ. Тик ваҡытында ғариза биреп кенә өлгөрһөндәр", – ти Маргарита Болычева.
Әйткәндәй, быйыл сит илгә тауар ташыуға сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға – 165 миллион, халыҡ-ара сертификатлауға – 20 миллион, "экспорт кэшбегы"на 30 миллион һум субсидия бүленгән.
Был ярҙам итеү саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡаралған.
"Башҡортостан" гәзите
Фото: programs93.ru
Читайте нас в