Мотлаҡ әҙерләп ҡарағыҙ. Ҡәҙимге булмаған салат һәр кемдең күңеленә хуш килер.
Кәрәк: 300 гр сыр, 3 йомортҡа, 2 әфлисун, майонез.
Сыр һәм йомортҡаны ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әфлисунды таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Ҡатламлап теҙеп сығырға.
1. Сырҙың ярты өлөшө.2. Әфлисун.3. 2 йомортҡа.4. Сырҙың икенсе өлөшө.5. Йомортҡа.6. Әфлисун.
Әфлисундан тыш, һәр ҡатлам майонез менән яғыла.