Төбәгебеҙҙә 82 йәшлек әбейҙең өйөнә ике таныш булмаған ир инә. Һаулығын һорашалар. Хужабикә бәлә һалғас, берәүһе шундуҡ һыҙлаған аяҡтарына массаж яһарға тотона. Бер юлы ниндәйҙер медицина приборы ярҙамында “тикшереү” үткәрә. Һуңынан жуликтар һиллеккә бирелгән әбейҙән аҡса һорайҙар: прибор өсөн – 16 мең һум, өйгә килеп тикшергән өсөн – 8 мең һум. Хәйләһеҙ әбей аҡса түләп, рәхмәт әйтеп, табип шәрәмәттәрен оҙатып ҡала.
Тик бына яңғыҙы ҡалғас яйлап ҡараһа, үҙҙәре килтергән “приборҙы” саҡырылмаған ҡунаҡтар һиҙҙермәй генә алып киткән була, алтын сылбырын да сәлдерәләр.
Оло кешегә исем өсөн берәй осһоҙ ҡытай массажеры ҡалдырып китһәләр ҙә булыр ине инде.....
РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (“Мутлашыу”) енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип белдерҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығы, жуликтар эҙләнә.