Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 13:50

Уңайлы приборҙар һаулыҡ һағында

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһының 1-се анестезиология һәм реанимация бүлегенә МПР6-03-“ТРИТОН” ике мониторы килтерелде.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһының 1-се анестезиология һәм реанимация бүлегенә МПР6-03-“ТРИТОН” ике мониторы ҡайтарылған. Тап ошо ҡорамалдар хирургия операциялары яһағанда табиптың айырылғыһыҙ ярҙамсыһы булып тора һәм пацент организмының йәшәйешен контролдә тоторға, норманан тайпылһа, тиҙ арала тейешле сара күрергә ярҙам итә.
Бындай приборҙар уңайлы ҙурлыҡта, аккумулятор менән тәьмин ителгән һәм шуға ла уға беркетелгән пациентты операция бүлмәһенән реанимация палатаһына күсереп, кешенең хәлен өҙлөкһөҙ күҙәтеп була. Реанимация палатаһында аппарат стационар торошҡа көйләнә.
Был заман талапарына яуап биргән ҡорамал пациенттың ғүмеренә бәйле күп параметрҙарҙы иҫәпкә алырға, уларға анализ яһарға, реаниматологтың эшен еңелерәк һәм һөҙөмтәлерәк итергә булышлыҡ итә. Хәүефле хәл мониторҙа аныҡ сағыла һәм проблеманы хәл итеү өсөн тейешле сара күрергә була.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Г. Балтабаева
Фото: lh3.googleusercontent.com
Читайте нас: