Күршебеҙҙә һикһән йәшен тултырып туҡһан яғына ыңғайлаған Зәбихә ҡарсыҡ йәшәне. Күрер күҙгә йәмһеҙ генә, ҡатма кәүҙәле, еңел һөйәкле ҡарсыҡ ине ул. Бер көнө кисҡырын ул беҙгә һуғылды. Ҡабаланмай, байпаңлата баҫып атлауына ҡарағанда, ул ҡайҙалыр барып эсе йәйелгәнсе сәй һемереп ҡайтып килә ине булһа кәрәк. Бигерәк сәйхур ине шул күршебеҙ, ҙур эсле еҙ самауырын көнөнә өс тапҡыр ҡырын йыҡмайынса күңеле булмай, һыуһыны ҡанмай. Әсәйем теген машинкаһында ҡорама ҡора, мин уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар булараҡ киләһе аҙнаға дәрестәр теҙмә-һен әҙерләп маташам. Инәйебеҙ инде лә бер яҡ ҡырлауға ҡуйылған диван ситенә һағып, ҡулдарын йәйеп ебәреп доға ҡылғандан һуң ян-тирәһенә сәгер ҡарашын атып ғаиләбеҙгә дөйөм мөрәжәғәт итте:- Нисек йәшәп ятаһығыҙ, күршеләр?Эшен бер яҡҡараҡ һалған әсәйем ихлас яуапланы:- Үлмәйем дә ҡалмайым, тип имен-аман ғына көн итеп ятҡан көн әле, апай!- Үлем юлында темеҫкенгән Ғазраил йырағыраҡ йөрөһөн беҙҙән, көңгөр-ҡаңғыр килеп тереклек итеүең хәйерле.- Нишаналанам урынһыҙ, һеҙҙең хәйер-фатихала, апай!- Шулай тигән, юғиһә ямаҡай хәбәр һөйләйһең уйламай. Сөбханалла. - Зәбихә шулай тине лә йоҡа ирендәрен йыбырлатып яңы аятын шыбырҙап эскә батҡан уртлы биттәрен һыпырҙы. - Мыныһы именлеккә бағышланғаны, йорт тирәһенән зәхмәтте ҡыуа торғаны. Ҡыҙҙарың ҡайҙа әле шу, байтаҡтан күҙгә-башҡа салынмайҙар?- Береһе Иҫәнғолда кейәүҙә икенсеһе - һиңә мәғүм, Байғужала.- Көн итештәре, донъя ҡылмыштары ҡайһылайыраҡ, хәбәрҙәре килеп торалыр бит?- Татыу ғына йәшәп яталар шунда. Өлкәне һатыуҙа, кесеһе район балнисында.- Шуныһына шөкөр итәйек. Улым, аҡ ҡағыҙға текәлеп һин ни ҡыраһың?Төпсөк булараҡ, ниһайәт, сират миңә лә етте.- Уҡытып аҙапланам, инәй, бына әле дәрестәргә әҙерләнеп ултырам, - тип яуапланым.- Ғүмерең буйы уҡының инде, шуныһы ҡыуаныс. - Ғаиләбеҙҙе берәмтәләп теүәлләп бөткән ҡарсыҡ ниһайәт мал-тыуарға күсте. - Һыйырың еленен ет-кергән ине, быҙауламанымы, Йәмилә?- Бөгөн-иртән тип торам.- Аҡлы, һыйлы булырһығыҙ, исмаһам. Һарыҡтарығыҙға бәрәсләргә иртәрәк.- Уныһы ҡыш уртаһы үткәс башлана.- Йөндәрен мәлендә ҡырҡып алып һәйбәт иткәнһегеҙ, беҙҙекеләр тертәңләйҙәр шу килеш, дегәнәк һырытып, киленгә тыҡыйым да бит, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанып ыжламай ҙа ҡуя. - Минең тарафҡа ҡайтанан күҙ атҡан ҡарсыҡ уҡыу хаҡындағы хәбәрен яңыртты. - Ә миңә мына, шыпа ла һабаҡ алыу эләкмәне, мәгәр наҙандан бөткән томана түгелмен түгеллеккә, әлепте таяҡтан айырам былай. Бер осор абыстайға белем эстәргә, тип йөрөй башланым да, уныһын да ташларға тура килде.- Сәбәбе килеп сыҡҡандыр, сыҡмаһа бөтмөр кеше булараҡ ослар инең башлағаныңды. - Әсәйем әйтелгәнде йөпләне.- Сәбәбе үтә етди ине шул, йәшем үтеп барғас атайым мәрхүм ҡыҙыл ыштанының бер балағын ситек тышынан һалындырып килеп ингән әрһеҙ яусының һүҙен йыҡмай кейәүгә бирҙе.- Ултыраҡҡа ҡалыр сиккә еткәнһеңдер, юғиһә...- Шулай булмай тағы, ун өс йәшемде тултырғайным!- Ә еҙнә тейеш кеше нисә йәштә ине?- Ул дастоин, яңы иллеһен тултырған, типһә тимер өҙөр ир. Ике бисәһе бар, өсөнсөһөнә тар ергә таяу, тигәндәй - мин. Ҡыҙ ҡорона тулһам да уйнап туя алмай торғайным, йәй көнө йәшенмәк, ҡыш етһә сана шыуырға сыға ла китәм. Ирем эҙләп алып ҡайта. Һәйбәт, мәрхәмәтле кеше ине, мәрхүмең, һеркәләп китһәм бумала башымды көл тоноғо менән йыуып таҙартып ала, көн һайын сәсемде үреп-тарай, шунан мунсаға барһаҡ бала ише кәритәгә ултыртып ҡуйып йыуындырға. Шулай хәстәрлекле ине, бахырың, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеп әрәм булды.- Мин бала инем әле ул саҡта, еҙнәнең исеме хәтерҙә ҡалмаған?Зәбихә көтмәгәндә бирелгән һорауҙан баҙай биреп ҡалды ла ҡулын илтифатһыҙ һелтәне:- Әүәле бит ир-атҡа исеме менән өндәшеү килешмәгән ҡылыҡ һаналды, “һин”йә“атаһы”, ти ҙә ҡуя инек.- Шулай ҙа?- Ошо төпсөнөргә ярата торған, ҡайҙан ғына беләйем исемен, уның менән биш йыл ғына йәшәнем дә баһа!Әсәйем кинәнеп көлөп ебәргәйне, тегеһе лә ауыҙын усы менән томалап кеткелдәп алды.- Апай, нисә тапҡыр кейәүҙә булдың , хәтереңде эт талағыр, онота ла ҡуям шуны?- Теүәл биш!- Әҙерәк түгелме?- Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, тап-таман! Иҫем аҡылым китә ир-атҡа, эргәләрендә һыу һөлөгөләй ҡыҙҙар йүгермәләй, ә был оңҡоттар күҙҙәре тишелерҙәй булып миңә ҡарай. Һөйкөмлө һөйәк булынғандыр күрәһең, тыумыштан, йөҙөм менән түгел, шәрбәттәй татлы телем менән арбағанмындыр тим, хәҙер.- Ҡарар ерең булғанға ымһынғандарҙыр, шай?- Бумай ни, ул ҡалҡыу түш, ул нескә, нәҙекәй бил, йомро оса, һомғол аяҡтар тиһеңме! - Зәбихә шулай тине лә сытырая биреп тоҡтай һалынҡы билен ҡарманы, шунан ҡаҡтан-ҡаҡҡа ҡалған түштәрен йәшереп ҡулдарын ҡаушырҙы, ҡамыт сираҡлы аяҡтарын күрһәтергә теләмәгәндәй күлдәгенең мул итәген түбәнгәрәк тартты.- Мынау сәскә биҙәкле күлдәгең күҙҙең яуын ала билләһи, апай? - Әсәйем әңгәмә барышын үҙгәртте.- Кемдеке, шуныҡы! - Зәбихә көйәҙләнеп күлдәгенең итәген яңынан һөйәккә ҡалған бармаҡтары менән семтеп төҙәтештерҙе. - Йома сәйенән ҡайтышлай һуғылдым әле һиңә, ҡабаланып йөрөп ятам! - Һыу буйы хәбәр сыбалтҡан ҡарсыҡ, ниһайәт төп йомошона күсте.- Тыңлайым, апай?!- Үктәбер байрамына саҡлы теген машинкаң менән күлдәк зырылдатып бир миңә.- Уны ни, һә тигәнсе, ҡайҙа туҡымаң?- Һин улайтып орҙо-бәрҙе ҡыланма, быҙауға муйынса ишмәйһең дә баһа.- Дөрөҫ әйтәһең, ҡабаланмайыҡ, Октябрь байрамына ҡәҙәр теүәл ай ярым ваҡыт бар. Ҡулайлы мәлдә индерерһең.- Улайтып илтифатһыҙланма, йәнә. - Ҡарсыҡҡа был яуап та оҡшаманы булыр, былай ҙа тәрән һырҙар, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн йыйырҙы. - Иртәгә шүфир улым район үҙәгенә барырға йыйына. Юл ыңғайы күлдәклек ҡарап апҡайт тинем уға.- Ҡараһын шул. Һинең йәштә атлас та бара.- Улайтып уҡ һанһыҙлап ташлама бигерәктән, йәме, йәшем артыҡлап китеп бармай, бик беләһең килһә. Затлырағынан, батистан алдырырға иҫәп.- Үҙең хәл ит, улайһа, батист та бик матур.- Ул туҡыманың да төрлөһө була. Ниндәйерәген алдыртайым икән?- Ошо күлдәгең ише сағыуыраҡтан ҡараһын.- Ике күлдәк бер иштән булһа килешеп бөтмәй! Аҡһылыраҡтан, йөҙөмдө асырлыҡ буһын, тим тағы. - Зәбихә ҡараға ҡатҡан, ҡоромло ҡаҙандай йөҙөн һыпырҙы.- Апай, өй ҙә эҫе түгел һымаҡ, тирләп киткәнгә оҡшағанһыңсы?- Шыпа ла тирләмәнем, ҡунаҡҡа барыр буһам килендең һыйыр елененә тигән вазелины менән биттәремде йомшартам бит, уның йәшереп ҡулланған хушбуйын ҡултыҡ аҫтарыма һөртәм. Юғиһә, бәғзеләрҙән ҡарттар еҫе килә, ә мин у еҫте ҡабул итә һалып бармайым!Шулай итеп Зәбихә йомошон йомошланы ла ҡайтырға ҡуҙғалды. Теүәл бер аҙнанан әсәйем эшен башланы. Ҡарсыҡ беҙгә ҡайтмаҫ өсөн килде һымаҡ, таң һарыһында күренә лә, иртәнән алып кискә ҡәҙәр машинканың тыҡылдағанын осҡор, һынамсыл күҙәтә, бер генә урын, киҫелгән, ҡайылған ер иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ыңғайы бер иҫкәрмәләрен еткерә, төҙәтмәләрен керетә: “Һыпра төшкән билемде ҡыҫып торороҡ итеп яҫынан билдек әтмәлә, итәге аяҡтарымды йәшерерлек булһын, штубы!” “Итәкте, әйтәм, ныҡ оҙон итәйемме?” “Артыҡлап һөрәтәләндермә, яңы сөм калуштарым күренерлек, аяҡ бәкәлдәре тапҡыры буһа как рас!”Аҙна-ун көндән осоҡ инәйҙең күлдәге әҙер ине инде, ул кейеп ҡарап, әжеренә бер йомарлам май ҡалдырып, ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡайтып китте.Икенсе көн ваҡ-ваҡ ҡына аҙымлап, ҡыйпаңлата баҫып күркәм күлдәге менән тотош тирә-йүнде йәмләп, көн аяҙына ирәйеп, арғы осҡа ҡунаҡҡа китеп барған Зәбихәне урамда тап иттем. Ошоға саҡлы иғтибарға ла алмағанмын, хәйерһеҙ, ҡарсыҡ күрер күҙгә күрмәлекле, һөйкөмлө генә икән дә баһа!Ҡатын-ҡыҙ һис ҡасан да ҡартаймай, ул иң әүәл бөрөгә тумалана, тулыша, шунан гөлтләп сәскә ата, ары емешкә етешеп аллана, һуңынан килеп һүрән тормош утында уңып ҡайнатылған, үтә күренмәле, баллы, татлы ҡайнатмаға әүерелә, ә ҡалған ғүмере - салт аяҙ, йылы, көләс әбейҙәр сыуағына ауаздаш.