Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 15:22

2020 – Башҡорт теле йылы

Ололар һүҙе аҡылдың үҙе

Минең ике олатай-өләсәйем булды. Өләсәйем яғынан олатайым Ғәлимйән Мирсәйетов Зәйнәкәй ауылында йәшәне. Бик оҫта тимерсе ине. Заманында ауылдың барлыҡ өйҙәрендә тигәндәй тәҙрә рамдары эшләп, уларға быяла ҡуйыусы ул берәү генә ине. Арба яһау, тәгәрмәс тартыу кеүек эштәрҙе олатайым ғына башҡара. Ул эшләгән арба Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бронза миҙалға лайыҡ булған. Был турала Рәүеф Насировтың “Ете һыу башы” китабында бик яҡшы һүрәтләнгән.
Атайым яғынан олатайым Рамаҙан Әйүпов Ғәлиәхмәр ауылында беҙгә күрше йәшәне. Ул да бик яҡшы балта оҫтаһы булды. Өйҙәр бураны, кирбес һуҡты, мейес һалды, ҡорамалап ат санаһы эшләне, дуға бөктө һәм башҡа.
Шулай итеп олатайҙарым үҙҙәренең оҫта ҡулдары менән халыҡҡа, коллектив хужалыҡҡа ныҡ ярҙамлаштылар, абруй ҡаҙандылар. Икеһе лә уҡымышлы булды, ғәрәп, төрки телдәрҙе белделәр. Ҡөрьән уҡынылар.
Беҙ, малайҙар, ҡышҡы-йәйге каникулдарҙа Зәйнәкәйҙә олатай-өләсәйҙәрҙә булдыҡ, ә Ғәлиәхмәрҙә, олатай күрше йәшәгәстәре, уларҙан сығышманыҡ.
Минең олатай-өләсәйҙәрем булғас, иҫ белгәндән уларҙың өгөт-нәсихәттәрен, фәһемле һүҙҙәрен тыңлап үҫтем, тип икеләнмәй әйтә алам. Өй артында тиңдәштәре, оло бабайҙар менән мәрәкәләп һөйләшкәндәрен, бер ваҡытта ла һүгенмәүҙәре ҡолаҡта, күңелдә мәңге һаҡланып ҡалған. Ҡайһы бер фәһемле һүҙҙәре менән һеҙҙең менән дә бүлешке килә:
- ҡуш үҫкән ағасты киҫмәгеҙ, ишегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал;
- бағананы ботағы менән аҫҡа ҡарап ултыртма, малың уңмаҫ;
- урман-ер һатып байып булмай;
- ағас араһында шырлыҡтар, халыҡ араһында шөрҙөктәр була;
- ҡырҙа яҡҡан усаҡты һыу менән һүндермә, үҙеңә дошман өҫтәрһең, сөнки ут менән һыу бер-беренә дошмандар (тупраҡ менән күмеп һүндерер кәрәк);
- ҡояш батҡас утын ҡырҡма, аяғыңды сабырһың;
- мал салған урынға кесе ярау итмә, ауырырһың;
- эңерҙә йөн иләмә, күҙһеҙ ҡалырһың;
- ҡалаҡтан ҡалһаң ҡал, сыраҡтан ҡалма;
- йыуынған, кер йыуған һыуҙы урамға һәм кис мәлендә түкмә, ауырырһың;
- өйҙән юлға бер сыҡҡас, кире кермә, юлың уңмаҫ;
- яҡшы хужа саҡырған ҡунағын сәләмләп ҡаршы ала, өйгә эйәртеп керетә, һуңынан оҙатып ҡала;
- ҡарт кешене күреп тә, күрмәмеш үтеү – әҙәпһеҙлек;
- туғанлыҡ, дуҫлыҡ, иптәшлек тойғоһо һәр кемдә була, тик барыһы ла уларға тоғролоҡ һаҡлай белмәй;
- магазиндағы араҡы кешегә ҡарап: “Мин – тәхеттә, һин – ләхеттә!” – тип ултыра;
- ҡыш утыныңды урлаһындар, әммә бесәнеңде урламаһындар. Утынды ҡыш та яңынан әҙерләп була бит.
Олатайҙарым был һүҙҙәрҙе махсус рәүештә өйрәтеп ултырманылар. Һүҙ-ара, эш ваҡытында йә иһә уйнағанда, сәй табыны артында өйәртеп, мәрәкәләп, көлдөрөп, ҡыҫтырып һөйләрҙәр ине. Зәйнәкәйҙәге олатайым – 88, Ғәлиәхмәрҙәгеһе – 75 йәштәрендә баҡыйлыҡҡа күстеләр, йәндәре йәннәттә булһын! Үҙем олатай булғас ҡына уларҙың ҡәҙерен тамам аңланым. Барығыҙға ла был бәхетте кисерергә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән үҙегеҙҙең тормош, халҡыбыҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, яҙһын! Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе.
Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы.
Читайте нас: