Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 10:20

Универсаль майҙансыҡ барлыҡҡа килде

Халыҡтар берҙәмлеге көнө Илсеғол ауылы халҡы өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Ауылда универсаль спорт майҙансығы асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Илсеғол ауылы мәктәбенең ихатаһын хәҙер заманса универсаль спорт майҙансығы биҙәй. "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән был майҙансыҡ киләсәктә балаларҙың ғына түгел, оло быуындың да яратҡан урынына әйләнер, тип ышанайыҡ. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә, кәртәләнгән, хәүефһеҙлек өсөн резина япма ла түшәлгән.
Спорт майҙансығын эшләүҙә "Алтын Яр" предприятиеһының (директоры Рәүеф Хәкимов) ярҙамы ҙур.
Фото Учалы районы хакимиәте башлығы Р. Ғиләзетдиновтың сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: