Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 13:15

Ғауға-низағтан оло ҡайғы сыҡҡан.

Ире ҡатынының муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән.

25 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ир менән ҡатын араһында низағ сыҡҡан: көслө зат вәкиле икенсе яртыһының муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән.
Алған йәрәхәттәрҙән ҡатын шунда уҡ йән биргән. Ошонан һуң ғаилә башлығы үҙе лә яҡты донъя менән хушлашырға теләгән. Тик уның был уй-ниәте килеп сыҡмаған: бер нисә сәғәттән уларҙы үлгән ҡатындың туғандары тапҡан һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырған. Медицина хеҙмәткәрҙәре ирҙең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Шуныһы үкенесле: бер ғауға-низағтан оло ҡайғы сыҡҡан. Ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлгән ҡатындың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белһәк ине. Ғүмер бит бер генә!
Фото: tv6kursk.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в