Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 11:34

Эсеп руль артына ултырмаҫтар ине

Учалыла бындай 170 тирәһе водитель шәрәмәте иҫәпләнә

Иҫерек көйөнсә руль артында тотолған водителгә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһы буйынса 30 мең һум штраф һалына һәм ул 1,5-2 йылға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Һабаҡ алмайынса, һаман да эсеп машина йөрөтә икән, 264.1-се статья буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Бында инде, 200-300 мең һум штрафтан тыш, енәйәтсегә (рәсми телдә фәҡәт шулай атала башлай!) 3 йылға тиклем айырым вазифаларҙы биләү тыйыла. Ундайҙар районыбыҙҙа 170 кеше тирәһе бөгөнгө көнгә.
Ошо хаҡта федераль хөкөм үтәтеү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Учалы районы филиалы инспекторы Марс Латипов бәйән итте. Улар ҙа водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән граждан артабан шофер булып эшләмәүенә күҙәтеү алып бара икән.
Суд ҡарары законлы көсөнә инеү менән, күсермәһен енәйәтсе эшләгән урынға ебәрәләр. Водитель булған икән, предприятие еткселеге шундуҡ транспорт йөрөтөүгә бәйле булмаған икенсе урынға күсерергә йә эштән сығарырға бурыслылар. Кире осраҡта үҙҙәренә лә енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимл. Әңгәмәсебеҙ әйтеүенсә, күпселек предприятиеларҙа, айырыуса Себер яҡтарында (беҙҙекеләр унда күп эшләй вахтала) тәртипһеҙ хеҙмәткәрҙән шундуҡ ҡотолоуҙы хуп күрәләр.
Бынан тыш, суд ҡарары көсөнә инеү менән филиал хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ һәм “Гостехнадзор”ҙы иҫкәртә – ҡайтанан иҫерек тотолған водителдән бөтә төр транспорт (автомобиль, трактор, мотоцикл һәм башҡа) менән идараға рөхсәт документтарын тартып алырға бурыслылар.
Хөкөм үтәтеү инспекторҙары хөкөм ителгән водителдәр менән үҙҙәре лә осрашып, әңгәмә үткәреп, күҙәтеп торалар. Иҫерек көйөнсә транспорт менән идара итеп енәйәт яуаплылығына тарттырылған граждан йәнә иҫереп руль артына ултыра икән, был тапҡырында “күккә рәшәткә аша ҡарау өсөн” холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелеүе бик тә мөмкин. Ундайҙарҙы һис тә йәл түгел!
Читайте нас: