Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 13:40

Их, үҫмер, ни эшләнең һин?..

Ноябрь башында Туймазы районында юл-транспорт ваҡиғаһында 15 йәшлек үҫмер һәләк була

2 ноябрҙә Туймазы районында булған юл-транспорт ваҡиғаһында 15 йәшлек үҫмерҙең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Авария М5 федераль трассаһында була. Иң аяныслыһы, үҫмер атаһының автомобилен алып ҡаса һәм үҙе авария ойоштора. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәре буйынса, фажиғә таңғы сәғәт 6-ла Әле “КП-Уфа” баҫмаһы үҫмерҙең кемлеген асыҡлаған. Шулай итеп, Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 15 йәшлек үҫмер төндә ата-әсәһенең “Рено Сандеро” автомобилен ала һәм 12 йәшлек дуҫы менән йөрөп килергә була. Тәүҙә улар ҡала буйлап йөрөй, аҙаҡ федераль трассаға сығырға булалар.
Ҙур юлда малай машинаның тиҙлеген сәғәтенә 160 километрға тиклем еткереп ҡыуа. Тик машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдағы сикләгескә барып бәрелә. Һөҙөмтәлә, автомобиль түңкәрелә. Урынға тиҙ арала ашығыс ярҙам табиптары килә һәм балаларҙы урындағы дауаханаға алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рулдә ултырған 9-сы класс уҡыусыһы ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Һәләк булған малайҙың Октябрьский ҡалаһының 11-се мәктәбе уҡыусыһы булыуы асыҡлана.
– Беҙ уның менән ете йыл дуҫбыҙ, мин был хәлдән һаман аңыма килә алмайым, – ти уның Роман исемле дуҫы. – Атаһының машинаһын беренсе тапҡыр алған. Быға тиклем тик скутерҙа ғына йөрөй ине һәм үҙенең урамынан йырағыраҡ киткәне булманы. Ул төндә ни эшләп улай иткәндер, аңламайым.
Һәләк булған үҫмер имен күп балалы ғаиләлә үҫкән. Бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған, тыңлаусан булған. Был төндө ни бары шаярмаҡсы булғандыр... Уның ҡустыһы һәм һеңлеһе ҡалған.
– Бигерәк йәштәр. Ата-әсәләргә Хоҙай бындай ҡайғы күрһәтмәһен. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бала булдыҡ, тик әҙерәк уйларға ла кәрәк бит. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тип ҡайғы уртаҡлаша ҡала кешеләре.
Әйткәндәй, 12 йәшлек пассажир малайҙы өйөнә ҡайтарғандар, уның йәрәхәттәре ауыр булмаған.
Фото: "КП-Уфа".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: