Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән – ҡатын-ҡыҙ водитель аңғармаҫтан кеше тапатҡан. Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының 8-се километрында “Skoda Oktavia” автомобиль тәгәрмәсе аҫтына 43 йәшлек ир эләгә. Әйтеүҙәренсә, ул иҫерек булған һәм юлда ултырған. Һөҙөмтәлә йәйәүле тапалған ерендә үк йән биргән.
43 йәшлек ҡатын-ҡыҙ водитель әйтеүенсә, юлда шәп килмәгән, фар яҡтыһында хәүефләнерлек бер ни ҙә күренмәгән. “Ауылдан апайымды һәм атайымды ултыртып, сәғәтенә 70 километр тиҙлектә килә инем. Һул яҡтан нимәлер бәрелде. Тәүге уй: берәй йәнлек һуғылғандыр. Кемделер тапатҡанмындыр тигән уй башҡа инеп тә сыҡманы, сөнки юлда хәрәкәт итеүсе тойолманы. Ул йә ултырған, йә ятҡан булғандыр...” - ти ул.
Әле хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә эшләйҙәр. Ноябрҙә бер көндә генә республика юлдарында ете автомобиль аварияһында дүрт кешенең үлеүе, алтауһының төрлө тән йәрәхәттәре алыуы теркәлгән.
Юлдағыларҙың имен-һау йөрөүен теләйбеҙ!
Автор: Аклима Гизатуллина