Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 13:55

Радмир Туйсин өйләнә!

Ошо көндәрҙә танылған йырсыға бәйле ошондай хәбәр ишетеп, сәстәр үрә торҙо. Бына һиңә мә!

Ошо көндәрҙә танылған йырсыға бәйле ошондай хәбәр ишетеп, сәстәр үрә торҙо. Бына һиңә мә!
"Урыҫ байыһа - йорт һала, башҡорт иһә кәләш ала, – тип мут йылмая Радмир. – Мин кемдән кәм? Беренсенән, эш хаҡын көрәп алам. Икенсенән, шөкөр, ең һыҙғанып ижадҡа бирелгәнмен, концерттарымда залда алма төшөрлөк тә урын булмай, халыҡ эркелеп килә лә ҡуя. Һөйгәнемдең исемен әлегә әйтмәй торам. Туй ноябрь урталарына билдәләнгән. Ғөмүмән, никах яңыртыу башҡорт ирҙәренә хас күренеш бит..."
Баҡтиһәң, алтын көҙҙә Радмир Туйсинға республикабыҙҙың һәүәҫкәр режиссерҙарының береһе “Эшҡыуар Радмир өйләнә” тигән спектаклдә төп ролде уйнарға тәҡдим иткән икән. Сәхнә оҫтаһы пьеса менән менән танышып сыҡҡан һәм ҡушҡуллап риза булған.
Фото Радмир Туйсиндың ғаилә архивынан.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: