Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды —Уртаға ярылды тормоштар...Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ - нишләрбеҙЯҙмыштан булмаһа уҙмыштар?..Һөйгәнем - яттарҙа... Алһыу таң атҡандаӨҙөлә йәндәрем, өҙөлә...Хәсрәтем юғала, шатлығым юл алаБер генә ҡараһам йөҙөңә...Дөм-ҡара төндәрҙә, йондоҙҙар һүнгәндәЙөрәкте саҡмалай сағырмын...Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә —Яҙмыштан уҙмыштар табырмын...