Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 15:35

Ноябрь айына һынамыштар

6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара9 ноябрь ниндәй—май айы шундай10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә

Ноябрь—тимәк, тупһала ҡыш1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер2 ноябрь —ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара9 ноябрь ниндәй—май айы шундай10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә12 ноябрь ҡырпаҡ ҡаш төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ
Читайте нас: