Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 21:20

Упҡынға өс аҙым

Мәүлиҙә һыуҙан ҡайтып, күнәктәрен ҡуйҙы ла, иртәнән бирле ауырыҡһынған һәүкәше, күҙ ҡараһылай карап торған берҙән-бер һыйыры янына сығып йүгерҙе. Әллә нишләп, эре мал үрсетә алмай йонсойҙар шул. Безәүкәйҙәре йә үлә, йә эт-ҡоштан ҡазалана ла ҡуя. Һәүкәше ауырыҡһынғас, Мәликә абыстайға хәйер алып барып бирҙе.

Мәүлиҙә һыуҙан ҡайтып, күнәктәрен ҡуйҙы ла, иртәнән бирле ауырыҡһынған һәүкәше, күҙ ҡараһылай карап торған берҙән-бер һыйыры янына сығып йүгерҙе. Әллә нишләп, эре мал үрсетә алмай йонсойҙар шул. Безәүкәйҙәре йә үлә, йә эт-ҡоштан ҡазалана ла ҡуя. Һәүкәше ауырыҡһынғас, Мәликә абыстайға хәйер алып барып бирҙе.
– Килен, ул кәртәнән дә була, йә донъяңдың ҡото киткән, – тине әбей һүҙ ыңғайында.
Малҡай күҙҙәрен мөлдөрәтеп, хужабикәгә күтәрелеп «берәй нисек ярҙам итегеҙ инде», тигәндәй ҡарап-ҡарап алды. Ҡарап тороуға йәлләүес инде. Мәүлиҙә башына шәлен һалды ла, түбән ос Сатан Мөслимгә йүгерҙе. «Ул мал араһында йөрөгән кеше, белергә тейеш», – тигәйнеләр. Сатанлап йөрөгәнгә «Сатан Мөслим» ти ҙә ҡуялар уға. Үҙе үпкәләп тә бармай быға, өйрәнеп бөткән инде. Барып әйткәс тә: «Яртың бармы? Булһа, булдырабыҙ аны», – тип Мәүлиҙәнең артынан һылтаңлай-һылтаңлай килде. Улар килгәнсе малҡайҙың хәле бөткән ине инде. Саҡ безәүкәйен һөйрәп алдылар. Әсәһе өзөлдәп балаһын яларға тип аяғына баҫырға тырышты, тик хәлһеҙ тояҡтары кәүҙәне күтәрергә тыңламай, бәлк итеп төштө, шуға күрә безәүкәйен әсәһе янына килтереп һалдылар.
– Бына инде, бәләкәс кенә бәпесең, күр. Үҙеңә оҡшап алаҡай булған, – тип ысын күңелдән ҡыуанды ҡатын. Уныһы шуны ғына көткәндәй ятҡан урынынан алаҡайын ялай ҙа башланы. Мәүлиҙәнең ҡыуанысынан, әллә йөрәге һыҙланыуҙанмы, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аҡты... Әллә үҙенең йәшлеген иҫкә төшөрҙөмө?! «Йәшлек – уй-хыял иле, ололоҡ, олпатлыҡ – уй-фекерҙәр донъяһы», – тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Йәшлектә үткән хаталарын уйлап һаман башынан сығара алмай шул Мәүлиҙә.
Сибәрлеге, күк көмбәҙе кеүек зәңгәр күҙҙәре бер ҡарағанда уҡ егеттәрҙең күңелен ялмап ала торған ҡыҙ ине ул йәш сағында. Былай ҙа нескә билен һыҡтырып күлдәк билғауы менән тағы ла быуып бәйләп ҡуя ине ул. «Эй, бынауҙың биле, бал ҡортоноҡолай нескә, тамағына ашамайҙыр был бала», – тип ололар ҙа һоҡланыуҙарын йәшерә алмай торғайны. Әсәһе ҡыҙын сит күҙҙәрҙән шул тиклем ҡыҙғана ине. «Яман күҙҙәр баламды урап үтһен, әпсен-төпсөн», – тип өшкөрөп сығарып ебәрер булды урамға.
Әсәһе һөйләүенсә, Мәүлиҙә өләсәһенең әсәһенә оҡшаған. Өләсәһе, Мәүлиҙә тыуғанда уҡ, был сабый бала Йәнбикә ҡарт өләсәһе кеүек һылыу булыр, – тип өшкөргән һәм шунда уҡ муйынына бетеү таҡҡан. «Иншалла, бәхетле, ғүмерле ҡыҙ булһын», – тигән дә уның маңлайын һыпырғандан һуң тағы ла нимәлер әйтеп бөтөрмәгән.
Уның өләсәһе уҡымышлы, үткен кендек инәһе булған. Бер ҙә генә өйҙә тора алмаған, бушағанын көтөп кенә торғандар, күрше ауылдан, хатта сит өлкәләрҙән дә килеп алыр булғандар.
Мәүлиҙә лә бәләкәйҙән зирәк булып үҫте. Уҡырға төшмәҫ элек үк яттан шиғырҙар һөйләй ине, хатта яйлап ағаларының уҡыу әсбаптарын урлап уҡый торғайны. Ситтән килгән кеше быға карап хайран-вайран булыр ине.
– Үҙе сибек кенә, ә күҙҙәренә ҡараһаң, ысын күк йөҙө, – тип берәү өйҙәренә ҡайтып һөйләгән. – Был бала сихырсылыр ул, – тигән, имеш. Кем белә инде! Кеше берҙе биш итеп һөйләргә әҙер бит.
Мәүлиҙәнең үҙе иҫләүенсә, хатта уны сиғандар ҙа урлап алып китә яҙған. Ул ваҡытта әсәләре колхоз эше тип, көн-төн тимәй яланда ине. Ҡыҙ өйҙә 12 йәшлек апаһы менән ҡала. Мәүлиҙә йәшел сиҙәм өҫтөнә ултырып, көпшәнән яһалған ҡурсактарын кейендереп ҡыҙығып уйнап ултыра ине. Бер ваҡыт бер төркөм сиғандар килеп инделәр ихаталарына, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙары бала аҫҡан, ирҙәре лә бар.
Балаларына ашарға һорайҙар икән, өйҙән сыҡҡан апаһына «Давай, погадаю», тип уның ҡулын тота башланылар. Малайҙары һорауһыҙ-ниһеҙ туп-тура өйгә инеп китмәһендәрме! Һигеҙ йәшлек Мәүлиҙә быларҙы күреп, тегеләрҙең артынса өйгә инеп китте. Шалдор-шолдор итеп, бахырҙар тамаҡ эҙләйҙәр. Бер ҡатҡан икмәк табып алдылар ҙа, эй, киттеләр шуға талашып, ҡыҙҙан ҙурыраҡ бер егет инеп тегеләрҙе саҡ һуҡҡылап айырып алды. Теге егет Мәүлиҙәгә ҡарап ҡатҡан да ҡалған. Артҡа тарап һалған тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре үҙенә килешеп тора. Алһыу күлдәк өҫтөнән ҡара еңһеҙ көртә, ҡара салбар кейгән егет ҡарап тороуға бик һылыу ине. Ҡыҙ ҡурҡышынан артҡа шылып барып, шкаф артына йәшенде. Быға тиклем апаһын аптыратҡан сиған ҡатындары өйгә инеп, үҙҙәренсә һөйләшә башланылар. Егет шкаф артындағы ҡыҙға төртөп күрһәтте. Киттеләр тегеләр сыулап, «Ой, красавица, айда с нами, не пожалеешь», тип Мәүлиҙәнең ҡулынан һөйрәкләй башламаһындармы. Ярай шул арала апаһы күршеләге Солтан бабайҙы мылтығы менән ҡуша алып инеп, тегеләрҙең тетмәкәйен уҡытып сығарып ебәрҙеләр.
Әсәләре эштән ҡайтҡас, сиғандар менән булған хәлде апаһы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Мәүлиҙә өс көндән сәсрәп ауырып китте. Өләсәһен ҡайтартып, ҡот ҡойҙортоп саҡ шәбәйтеп алдылар.
Мәктәптә уҡыған ваҡытында уның тағы бер һәләте асылды. Уҡытыусылары уны йыр буйынса төрлө конкурстарға йөрөттө. Өләсәһе мәрхүмә, йырлама, балам, моңло кеше бәхетһеҙ була, тиер ине. «Нишләп улай тип әйтә икән? » – тип аптырай торғайны ҡыҙ үҫмер сағында. «Ул бит, киреһенсә, елкендерә, илһамландыра, күңелгә ҡанат ҡуя, һағыш уята», – тиер ине өләсәһенең һүҙенә ҡарата. Ололарҙың ҡараштары үткер. Һине улар үтәнән-үтә күреп, белеп торалар.
Ысынлап та Хоҙай, тәбиғәт биргән таланттан бер нисек тә ҡасып булмайҙыр ул.
Мәүлиҙә лә мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас та Өфөгә сәнғәт институтына юлланды. Ҡыҙ дәртләнеп уҡырға тотондо, күңелдәргә үтеп инерлек моңло йыры менән уҡытыусыларын да арбап өлгөрҙө. Буй-Һын, тауыш, сибәрлеген әйтәһе лә түгел. Хоҙай Тәғәлә ҡыҙҙан бер нимәһен дә йәлләмәгән, донъялағы бар матурлыҡты, әйтерһең, уға ғына биргән. Ә бәхетте һуң?
Мәүлиҙә 1-сене тамамлап 2-се курсҡа килгәндә, үҙенән биш йәшкә ҙур, башҡа уҡыу йортонда уҡып йөрөгән бер егет менән йөрөнө. Уныһы осоп-ҡунып торған, һағыҙаҡ һымаҡ егет булып сыҡты. Былай төҫкә Мәүлиҙәнән ҡалышмай ине. Буш ваҡыттарын һәр ваҡыт бергә үткәрҙеләр, яйлап бер-береһенә өйрәнеп тә киттеләр. Ҡыҙ ауырға калды. Шәүкәтенә әйткәйне, уныһы ҡыуанды ла, ҡыуанманы ла. «Ярар, күҙ күрер, үҙебеҙгә берәй мөйөш хәстәрләйем дә, шунан бергә булырбыҙ», – тине ул. Ысынлап та, егет әйткән һүҙендә торҙо. Ҡыҙҙы үҙенә күсереп алып ҡайтты. Шәүкәт көндөҙ эшләне, кис уҡыны. Ҡыҙ ҙа уҡыуын ташларға уйламаны, көн дә дәрескә йөрөнө. Укытыусылары уны йәлләп академик ял бирҙеләр.
Күптән көткән сабый донъяға килде. Бала ҡыуанысынан да олораҡ бәхет бармы икән һуң донъяла?! Уларҙың ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатын иренә өндәшмәй генә ҡыҙ көткәйне. Урамда үткән сакта ҡурсаҡтай кейенгән сабый ҡыҙҙарға һушы китеп һоҡланыр ине. «Ҡыҙым булһа, мин дә төрлө төҫлө сағыу күлдәктәр, банттар тағып күтәреп йөрөр инем», – тип хыялланыр ине. Бына Хоҙайға шөкөр, был хыялы тормошҡа ашты.
Тик Мәүлиҙәгә, дауаханала бәпесе менән оҙаҡ ятырға тура килде. Тыуғас, янына алып килеп һалдылар. «Йә, матурым,әсәйгә ҡара әле, йә», – тип йәш ҡатын сабыйын суп-суп итеп яратып һөйөп алды. Бер аҙна үткәс, аптырап, Мәүлиҙә баш табиптың ишеген шаҡыны:
– Раиса Ивановна, һеҙ минән нимәлер йәшерәһегеҙ шикелле, нишләп минең ҡыҙым һаман күҙҙәрен асмай? – тип һорауын бирҙе.
Раиса Ивановна оҙаҡ уйланып ултырҙы ла:
– Ултырығыҙ, Сәлихова, сабыйыңдың күҙҙәре асылыр тип, мин дә көткәйнем, беҙ тулыһынса тикшереү үткәрҙек, тағы ла дауаланыу курсы үткәреу өсөн һеҙҙе икенсе бүлеккә күсерергә булдыҡ, ә унан инде күҙ күрер, тип ҡағыҙҙарын Мәүлиҙәгә һондо. Баш табиптан сыҡҡас, әйтерһең, уның алдында ер убылып төштөмө ни, башы әйләнеүгә саҡ-саҡ стенаға һырылып ҡалды.
«Йә хоҙай,нисек улай булырға мөмкин һуң? Әсә ҡарынынан да сығып өлгөрмәгән, донъяның матурлығын, яҡтылыҡты, ошо донъяға йәшәү бүләк иткән әсәһенең төҫөн дә күрергә тейеш түгелме һуң?» – тип карауатына ятып, һыҡтап-һыҡтап иланы Мәүлиҙә.
Әсәһенең тауышын ишетепме, сабый тауыш бирҙе.
«Балам, балаҡайым минең, мин һинең әсәйең, беҙҙең ҡыуанысҡа ҡушылып, ана кояш апай ҙа үҙенең көлтәһен беҙгә һибә, үҫкәс, әсәйең менән бергәләп сәскәле болонда йүгерербеҙ, кис йондоҙ атылғанын ҡарарбыҙ, төрлө төҫкә ингән йәйғорҙо күрерһең, әлли-бәлли-бәү, йоҡла инде матурым», – тип көйләп ашатты ла, үҙе тәҙрә янына барҙы. Аҫта ҡулын болғап Шәүкәте ҡысҡыра: «Ҡасан сығаралар?» – тип.
Сабыйын йоҡлатҡас, аҫҡы ҡатҡа төшөп, Шәүкәт менән һөйләшергә булды.
Ул был хәбәрҙе көтмәгәйне. Ыҡ- мыҡ итеп, нисек инде, һуң табиптар нимә ти? Әгәр күҙҙәре ғүмерлеккә күрмәй инвалид булып ҡалһа, – тине...
* * *
«Алтынай, ҡайҙаһың, хәҙер барыбер тотам мин һине», – ти әсә кеше.
«Мин бында!» – ти ҡыҙы. Шул саҡ ҡыҙы әсәһенең артынан ғына йәшеренеп килде лә, ҡәҙерлеһенә бер ҡосаҡ, күҙҙең яуын алып торған сәскәләр бәйләмәһен һондо:
– Әсәй, был һиңә!
– Берҙән берем, күҙ нурым минең, Алтынайым, рәхмәт, – Мәүлиҙә шатлығынан бәләкәсен ҡосағына ҡыҫты.
Уныһы ла, шуны ғына көткәндәй, ҙур зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ҡысҡырып көлөп, әсәһенең муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
Шәүкәт, ҡатыны менән ҡыҙын иң ауыр мәлдә ҡалдырып китһә лә, Мәүлиҙә бирешмәне. Ҡыҙын ҙур дауаханаларға, ял йорттарына йөрөттө. Бер юлы уҡыуына ла өлгөрҙө. Ҡатындың юлында яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо.
Зифа ИШМЫРҘИНА.
Читайте нас: