Яҙмышты кеше үҙе бар итә, үҙе юрай, үҙе булдыра. Ҡайһылай юрайһың — Тәңре тормошоңдо шулай ҡора. «Уйыма килгән — алдыма килә», — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Кеше әҙер аң менән тыуһа ла, әҙер яҙмыш менән тыумай. Яҙмыш, әйтеп үтеүебеҙсә, кешенең уйҙарынан, юрауынан, бәләкәйҙән туплана килгән күңел моңдарынан хасил була.(М. БУРАҠАЕВА "Арғымаҡ")