Башҡортостанда 55 мең кеше пенсияһына ауыл өҫтәмәһе ала, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондынан. Ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялған сыҡҡандар (хәҙерге ваҡытта эшләмәгән) өсөн 2019 йылдың 1 ғинуарынан 25% өҫтәмәгә хоҡуҡ булдырылды.
Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, ауыл хужалығында эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарында раҫланған эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар исемлеге ҡулланыла. Биш йөҙҙән ашыу һөнәр буйынса колхоз-совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү иҫәпкә алына. 1992 йылға тиклем эшләү ауыл стажына индерелә.
Өҫтәмәнең уртаса суммаһы – 1421 һум (шуға ярашлы, совет осоро ауыл хужалығы эшсәненең уртаса пенсияһы – яҡынса 5,7 мең һум, өҫтәмә менән – 7,2 мең һум самаһы).
https://www.bashinform.ru/news/1517550-v-bashkirii-selskaya-nadbavka-k-pensii-sostavlyaet-v-srednem-1421-rubl/