Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНАЕте диңгеҙ аръяғы ...(Булған хәл)Эңер төшөп килә. Өфөлә кис. Тәҙрә аша һағышлы күҙҙәрен урамға төбәгән Әлфиә кешеләрҙең шаулы эш көнөнән һуң ашыға-ашыға өйҙәренә ҡайтыуын күҙәтә. Офоҡ ситтәрен һырлап, ҡояш бата. Ул күңеле менән океан аръяғындағы Американың Калифорния штатындағы Сан-Францисконан алыҫ түгел урында ятҡан Лафаеттела. Был яҡ Әлфиәгә һуңғы ваҡыт яҡын һәм ғәзиз. Әле унда һыҙылып таң ата. Ире Девид, улы Майкл һәм Әмир, моғайын, Әлфиәне һағынып та өлгөргәндәрҙер. Әмир менән Майкл йәйге каникулда, ә Девид эшкә китергә ашығалыр. Кескәй ҡыҙҙары, биш йәшлек Элизабет, әсәһе менән Өфөлә ҡунаҡта. Бындағы ваҡытҡа яйлаша алмай, төн уртаһында тороп ашап, уйнап ала. Ун бер сәғәт ваҡыт айырмаһы үҙен бик ныҡ һиҙҙерә.Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә ун йыл элек берәйһе: “Әлфиә, һин сит ил кешеһенә кейәүгә сығып, океан аръяғында йәшәйһең”,- тиһә, ышынмаҫ ине. Ә инде инглиз ҡыҙың да була тиһәләр, ерҙә тәгәрәп ятып көлөр ине.Әлбиттә, көлөр ине !.. Сөнки, нисек инде ул, мәктәп йылдарынан алып дуҫлашып йөрөгәг Айҙарын ҡалдырып, сит ил кешеһенә кейәүгә сыҡһын?..Айҙар менән, медицина университетын тамамлағас, өйләнештеләр. Әлфиәнең әсәләре үҙ аллы йәшәгеҙ, тип, бер бүлмәле фатир ҙа алып бирҙе. Улдары Әмир тыуҙы. Уларҙан да бәхетле кеше юҡ кеүек ине донъяла. Шулай дүрт йыл дауам итте. Уларға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Юҡ-юҡта әсәһе: “ Эй, күҙ генә тейеп ҡуймаһын инде”,- тип борсолоуына ла иғтибар итмәне Әлфиә.- Кит, әсәй, юҡҡа ботсолма, беҙ бер-беребеҙҙе юғалтыр өсөн ҡауышманыҡ. Хәҙер улыбыҙ ҙа булғас, беҙҙе айырыр көс юҡ инде ул,-тип шаяртып та ҡуйғылай ине.Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр, юҡ, ахрыһы… Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай, әтеү ҡурҡҡаның алдыңа килә, тип әйтеүҙәрен ишеткәнем бар ине. Шулай итеп, әсәһенең борсолоуҙарын Хоҙай Тәғәлә ишеттеме икән, белмәйем, тик һиндә мин йөрөгән Айҙары күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Өйгә һуңлап, эскеләп ҡайта башланы. Һөйгәненә ауыр һүҙ әйтергә лә тартынманы. Үҙен аҡлар өсөн ҡатынына төрлө ғәйеп таҡты, түбәнһетте, тауыш сығарҙы. Ҡайтмаған көндәре лә булғыланы. Әлфиә ире менән һөйләшеп, аңлашып ҡарарға теләне. Тик ул һөйләшеүҙән, аңлашыуҙан ҡасты. Берҙән-бер көндө йәш ҡатын төндә ишек шаҡыуҙарына уянып китте. Ишек эргәһенә килеп, кем икәнен һорап белгәс кенә асты. Аҫҡы ҡатта йәшәгән Сәйҙәнең ире икән. Күренеүенсә, юлдан ҡайтҡанға оҡшаған, йөҙө борсоулы.- Айҙарың беҙҙә, инеп ал, - тип ҡоро ғына әйтте лә сығып китте.Әлфиә күршеләренә нисек барып ингәнен дә һиҙмәне. Күршеһе йоҡо бүлмәһенә ымлап күрһәтте, йәнәһе, шунда. Йөрәге көтөлмәгән хәлде күреп шартлар кеүек ине, шулай ҙа, һуңғы көсөн йыйып, ишекте яй ғына асып ебәрҙе. Ире менән Сәйҙә әсәнән тыума хәлдә рәхәтләнеп йоҡлап яталар. Әлфиәнең күҙ алды томаланды, йығылып китмәҫ өсөн ишек яңағына тотоноп торҙо ла, кире боролоп, яй ғына атлап сығып китте.- Ҡәбәхәттәрҙең ояты ла ҡалмаған икән,- тиеүҙән башҡа бер нәмә лә әйтә алманы.Валидол эсеп, бер аҙ ултырып, үҙен тынысландырып алғас, ни уйларға ла белмәгән Әлфиә улын йоҡоһонан уятты. Иң кәрәк әйберҙәрен генә алып, ваҡытлыса тип әсәләренә киттеләр.Был ауыр ваҡиғанан һуң байтаҡ ғүмер үтеп китте. Әлфиә саф тойғоларының тапалыуы менән килешә алманы. Ә Айҙарҙың айныҡ сағында ҡыйыулығы етмәне, эскәс, аңлашайыҡ тип ғауғалашып китеүҙән ары үтә алманы. Яҙмышым шулайҙыр, тип, бала хаҡына яңынан бергәләп тороп та ҡаранылар. Тик иренең үҙгәрергә уйы юҡ ине. Сәйҙәнең ире Себер яғына китеп юғалғас, Айҙар бөтөнләй тиерлек унда йәшәй башланы. Әлфиәнең һуңғы өмөтө шартлап өҙөлдө.Шулай, үҙ ығы-зығыһына күмелеп, тормоштан йәм тапмай йәшәп ятҡан көндәренең береһендә, иң яҡын әхирәте Айгөл шылтыратты. Ул бер нисә йыл элек, Интернет аша танышып, американлыға уңышлы кейәүгә сығып киткәйне. Күп кеше уңмай, ә ул уңды ! Әле ире менән ҡунаҡҡа ҡайтып төшкәндәр икән, тәбиғәт ҡосағына ял итергә барырға Әлфиәне лә саҡырып шылтыраталар.- Беҙҙең менән ҡунаҡ егете лә бар, бер һүҙһеҙ кил, танышырһығыҙ,- тине Айгөл, серле итеп.Егет, ысынлап та, итәғәтле, мөләйем, иғтибарлы булып сыҡты. Ингизсә һөйләшә, урыҫса ла аҙыраҡ аңлай. Бер аҙна Өфөлә бергә булған ваҡыт эсендә дуҫлашып өлгөрҙөләр. Ҡайтып китер алдынан Девид хатлашып торорға һәм дуҫлыҡтарын дауам итергә теләүе тураһында әйтте. Әлфиә ризалығын белдереп баш ҡаҡты. Яңы йылды Мәскәүҙә бергә ҡаршы алырға һөйләшеп, ярты йылға айырылыштылар. Әлфиәнең төҫһөҙ донъяһына бер аҙ йәм инде. Ҙур теләк, тырышлыҡ менән инглиз теле курстарына йөрөп, тел өйрәнде. Мәскәүҙә йәнә осрашҡанда, Девид хатта хайран ҡалды. Үҙенә был йәһәттән шелтә эшләргә лә онотманы. Инде хәҙер иркенләп һөйләшергә лә була ине. Әлфиәнән ун йәшкә өлкән Девид үҙенең үткән тормошо тураһында йәшермәй һөйләне, Әлфиәнелә ихлас тыңланы. Һуңынан ул бик етди ҡиәфәт менән:- Мин һине лә, улыңды ла Америкаға алып китәм, сыҡ миңә кейәүгә, - тип тәҡдим яһаны. Әлфиә, әлегә ашығырға ярамай, саҡ ҡына сабыр итәйек тигәс, йәнә ярты йылға хушлаштылар.Икеһенең дә яҙмыштары бер тиерлек. Уның беренсе ҡатынынан Майкл исемле улы, Әлфинең Әмире … Икеһе лә яңғыҙ …Йәй яҡынлашҡан һайын, Әлфиә үҙ – үҙенә урын тапманы, ике яр араһында тороп ҡалған кеше кеүек хис итте. Бер ярҙа - Өфөһө, икенсеһендә – Девид … Ни эшләргә ?!.Китер көндәре килеп еткәс, башҡа кәңәшләшер кешеһе булмағас, Биш йәшлек Әмире менән һөйләшкән булып:- Аллаға тапшырып, барып ҡарайыҡ, улым, йәме ? Оҡшамаһа кире ҡайтырбыҙ, эйе бит, - тип китергә ҡарар сығарып, фатирына ваҡытлыса кеше индереп киттеләр улар. Мәрхүмә әсәһе әйтмешләй, ете диңгеҙ аръяғына…Бына шул, барып ҡарайыҡ, тип китеүҙәренә һигеҙ йыл тигәндә генә Өфөләге тыуған йортона яңынан ҡайтырға форсат сыҡты Әлфиәгә. Инде Девид менән икеһенең уртаҡ ҡыҙҙары бар. Элек киноларҙа ғына күргән Америка мөхитендә, ҡала ситендәге коттеджда йәшәйҙәр. Әлфиә әлегә эшләмәй, балалар тәрбиәләй. Машинала Әмирҙе - мәктәпкә, Элизабетты балалар баҡсаһына алып бара, алып ҡайта. Төрлө спорт секцияларына йөрөтә, йорт эштәре менән була. Майкл бер ай – үҙ әсәһендә, бер ай атаһында тороп йөрөй. Яңы туғандары Әмир һәм Элизабет менән бик дуҫлашты. Шуға күрә һуңғы ваҡыт атаһында оҙағыраҡ торорға тырыша. Әмир инглиз телен бик тиҙ өйрәнде…Девидка Әлфиәнең һылыулығы, уңғанлығы, зирәклеге, сабырлығы, аш-һыуға оҫталығы, яҡшы ҡатын, әсәй, иптәш була белгәнлеге оҡшай. Беҙҙең американлыларҙың күбеһендә ундай сифаттар бөтөнләй юҡ, - ти ул, ҡатыны менән ғорурланып. Ул үҙе лә ҡатынына яҡшы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн бөтә көсөн,ваҡытын бирә.Һөйләшеүебеҙҙең һуңында, ҡыйыулығым етеп, Әлфиәнән:- Ә ниңә бәхетеңде үҙебеҙҙән генә эҙләмәнең, кем белә, бәлки ?.. – тип һораным.- Эҙләү, - тип әйтеү миңә оҡшамай. Сөнки бер кем дә, мотлаҡ иптәш эҙләйем, тип, иптәш эҙләү менән шөғөлләнмәй. Яҙмышыңа яҙылған булырға ла тейеш бит әле ул. Унан һуң, беҙҙә лә миңә күҙ һалған ир-аттар булманы түгел, булды, тик … Урыҫсалап әйткәндә, “ наших мужчин умом не понять”. Уларҙың күбеһе үҙҙәренә “йылы урын” эҙләй. Тойғолар, мөнәсәбәттәр, мөхәббәт тә кәрәкмәй кеүек уларға. “Мине түҙеп торһаң - торам, тормаһаң – киттем, “һау бул”, тиҙәр. Ундай ир-ат менән донъя көтөүе, балалар үҫтереүе ауыр. Ғаиләлә бөтәһе лә уртаҡ булырға тейеш, хатта мөхәббәт, бәхет һәм бәхетһеҙлек тә .(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА )