Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 14:45

Көҙҙәрҙең дә була үҙ наҙы

Дөрөҫөн генә әйткәндә, Фәниә апайҙы, эй, һағындырҙы. Шылтыратам, телефонын алмай. Баҙарға барғанда – юл аша ғына йәшәй – инеп тә сыҡҡылайым, тик ишеген асҡан кеше юҡ. Кистәрен тәҙрәһе лә ут алмай. Нимә булды уға, ҡайҙа юғалды?

Миләүшә ҒәйфуллинаКӨҘҘӘРҘЕҢ ДӘ БУЛА ҮҘ НАҘЫДөрөҫөн генә әйткәндә, Фәниә апайҙы, эй, һағындырҙы. Шылтыратам, телефонын алмай. Баҙарға барғанда – юл аша ғына йәшәй – инеп тә сыҡҡылайым, тик ишеген асҡан кеше юҡ. Кистәрен тәҙрәһе лә ут алмай. Нимә булды уға, ҡайҙа юғалды? Баштараҡ, йәй бит, ауылдалыр, тип уйланым. Инде хәҙер ни ғүмер, ауылдан түгел, йәһәннәм тишегенән дә ҡайтып етергә булыр ине. Ярай инде, ҡышын һеңлеһенә бала ҡарашты… Хәҙер, хәҙер ҡайҙа һуң ул, нимәһен ҡарап, өйөн етемһерәтеп, мине борсолдороп йөрөй, ниңә шылтыратмай? Ниңә әүәлгесә тәҙрә рамдарын ап-аҡҡа буяп:– Ҡарале, һылыу, тәҙрәләрем, һин әйткәнсә, йылмайып торалар бит! Минең буяғанды ғына көткәндәр икән, – тимәй? Ниңә мине осондороп:– Әлдә һин бар, әтеү мин ул тәҙрәләрҙе бер ҡасан да буямаҫ инем, мин уны буярға кәрәк икәнен дә белмәйем бит, – тип көлмәй? Ниңә? Ниңә?...Фәниә Харисовна менән мәктәптә практика үткән ваҡытта таныштым. Ябай, ярҙамсыл, ихлас күңелле был апай күп тә үтмәй ифрат яҡын булып китте. Ул эштә иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем, ә инде ата-әсәләр йыйылышы булһа, туғыҙ-унһыҙ өйөнә ҡайтып инә алмай. Бәхетенәнме, бәхетһеҙлегенәнме, ул бер ваҡытта ла кейәүҙә булмаған. Университетты бөтөрөп ҡулына диплом алғандан алып мәктәптә уҡыта. Әүәл, юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом менән бергә, ҡулға ҡайҙа эшкә барырға йүнәлтмә лә тоттора инеләр. Фәниәнең "өҫтә" ултырған ағаһы уны Өфөлә алып ҡалды. Шул ваҡытта ауылға ғына китеп барһа, кем белә, бәлки, кейәүгә сығып, итәк тултырып бала табып, оло донъя көтөп, ир бисәһе булып ултырыр ине лә! Күрәһең, яҙмыштан уҙмышы булмағандыр.Башта ятаҡтан урын, аҙаҡ айырым бүлмә бирҙеләр Фәниәгә. Йәше барҙы, тик тормош офоғонда кейәүгә сығырлыҡ егет осраманы. Ваҡыт үткән һайын был теләк һүнгәндән-һүнә барып, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Һуңынан, башынан эшкә сумып, был турала бөтөнләй онотто.Көтмәгәндә уға ике бүлмәле, кооператив фатир һатып алыу мөмкинлеге килеп сыҡты. Ауылда йәшәгән оло йәштәге атай-әсәһе менән ятаҡта бергә йәшәйбеҙ, тигән ҡағыҙ алып, оҙаҡламай ике бүлмәле фатир эйәһе лә булып китте. Башта апаһының ҡыҙын, үҙ ҡыҙындай күреп, үҙендә йәшәтеп кейәүгә биреп ебәрҙе, аҙаҡ апаһының бәләкәс улын йылы ҡанаты аҫтына алды. Ул да өйләнеп, килен фатирына киткәс, япа-яңғыҙ ҡалды. Яратҡан эшенә әүрәп, ваҡытының нисек шәп үткәнен дә һиҙмәне ул. Шул ике арала юғары исемдәргә лә лайыҡ булды. Ышанаһығыҙмы, ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәне, хатта поликлиникала карточкаһы ла юҡ ине!..Алтмышты ярайһы ғына үтһә лә, бик ҡанатланып эшләп йөрөй ине әле, ҡанатын ҡайырғандар. Август кәңәшмәһенән һуң, кешеләр аша ғына “попросили” тигәндәрен ишетеп ҡалғайным… Ике пенсионер араһынан быны һайлағандар. Теге, икенсеһе – йыш ҡына ауырыған уҡытыусыны алып ҡалып, Фәниә апайға “үҙ теләге“ менән тигән ғариза яҙҙыртып, эшенән бушатҡандар. Шап-шаҡтай имән ағасын тирәккә алыштырғандар.Хәҙер нимә эшләр? Ул башҡаса йәшәй, башҡа эш эшләй белмәй бит. Күршеһе Ынйы кеүек, эт артынан да эйәреп йөрөй торған кеше түгел… Эйе-е-е!… Хәҙер иртән ҡайҙа ашығыр, уны хәҙер бер кем дә көтмәй. Бынан кире пландар яҙырға ла, дәфтәрҙәр тикшерергә лә, отчеттар бирергә лә, конкурстарҙа ҡатнашырға ла, олимпиадаларға уҡыусыларын әҙерләргә лә кәрәкмәй! Хәҙер ул бер кемгә лә кәрәкмәй! Нисек йәшәр, буш ваҡытын нимә менән тултырыр?..* * *Егеттәре лә булманы түгел, булды Фәниәнең. Булат менән университетҡа ингәс таныштылар. Ул тарих факультетында уҡый ине. Бер-береһенә артыҡ яҡынаймай, бер-береһенән бик йырағаймай ҙа яҡшы дуҫтар булып йөрөнөләр. Берҙән-бер көндө Фәниә менән бүлмәләш йәшәгән Рима:– Шул Булатты үҙемә генә ҡаратып алам инде, барыбер йүнләп йөрөмәйһең ! – тигәс тә:– Тәүәккәлләп ҡара, ниңә уны минән һорап тораһың, – тип уйынға бороп ҡуйҙы.Рима был эште йыраҡ һандыҡҡа һалмай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Ял көнө Фәниә, ғәҙәттәгесә, ауылына ҡайтып китте. Булат юҡ йомошон бар итеп ҡыҙҙар бүлмәһенә тыйнаҡ ҡына шаҡып килеп инде.– Фәниә ауылда, иртәгә генә килә! – тине Рима– Ярай, улайһа мин.., – тип әйтеп өлгөрмәне егет, Рима:– Мин дә Фәниәнең ауылға ҡайтҡанын белмәнем. Киноға билет алған инем, бына, әгәр теләгең булһа, әйҙә икәүләп барайыҡ, әтеү билет әрәм була, яҡшы фильм тиҙәр! – тип, егетте бергә барырға күндерҙе.Фильм, ысынлап та, шәп булды. Кинонан һуң Салауат майҙанына ла һуғылдылар. Йәштәр бик күп ине. Бер урында ҡурайға, икенсе урында гармунға теттереп бейейҙәр! Рима менән Булаттың да кәйефтәре күтәрелде. Егет ҡыҙҙы ятаҡҡа тиклем оҙатып, ҡайтып китте.Фәниә Булатты дуҫым ғына тип йөрөһә лә, күңеленең иң төбөндә улай түгеллеген тоя ине. Әле Рима:– Булат мине киноға саҡырҙы, – тигәс тә, кәйефе төштө, йөрәге йыш-йыш тибә башланы. – Аҙаҡ киске Өфө буйлап, төн уртаһына тиклем йөрөнөк! Үҙе һөйләй, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә Фәниәгә ҡарап ала. Ҡыҙҙың йөҙө үҙгәреүен күреп :– Бөгөн дә бер ергә барып килергә саҡырған ине, бармайым тинем. Бына йәйге сессияны япҡас, иркенләп йөрөрбөҙ, әхирәт, эйе бит?!. Ул ярай ҙа диплом эшен яҙып бөткән. Ә беҙгә тағы ла бер йыл уҡыйһы бар бит әле, – тип ҡысҡырып көлөп тә алды.Шулай, Булат килгәндә Фәниә эш табып берәй ергә китте, йә өйҙә булмаҫҡа тырышты.Йәй йылылығы йәштәрҙең күңелен бер аҙ йомшартты. Хат алыштылар. Дуҫлыҡтары кире ҡайтты тип шатланыуы ла яңылыш булып сыҡты Фәниәнең. Булатты Салауат ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр, ә ҡыҙ бишенсе курста уҡыуын дауам итте. Егет көн аша тиерлек ҡыҙға хаттар яҙҙы. Инде хәҙер “яратам” тип яҙырға ла тартынманы. Тик хаттарына яуап алманы. Яуапһыҙ ҡалған хаттарына үпкә һүҙҙәре лә белгертеп алды Булат. Ә онотҡанда бер ҡулына килеп эләккән хатты уҡып Фәниә бер нәмә лә аңламаны. Ике арала аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуҙы. Булат ҡыҙҙы үҙенә ҡарата битарафлыҡта ғәйепләне, ҡыҙ уны… Шулай бөтөнләй аралары өҙөлдө.Ҡулдарына диплом алғас, бүлмәләш әхирәте Рима кейәүгә сығып, Фәниәне туйына саҡырҙы. Шунда ул ҡарашын күтәреп ҡарарға ла уңайһыҙланып:– Фәниә, әхирәткәйем, иҫәркәйем, ғәфү ит мине! Мин һинең алда бик ғәйеплемен. Башта әйтмәҫкә лә уйлағайным... Күңелемдәге төйөр менән, һинән бәхиллек алмай, яңы тормош башлай алмайым... Теге ваҡыт Булаттың хаттарын мин алып уҡып торҙом, һиңә бирмәнем. Уның мине бер ваҡытта ла киноға саҡырғаны булманы. Ҡала урамдары буйлап та йөрөмәнек, мин уйлап сығарҙым… Сөнки ул миңә бик оҡшай ине. Һинән биҙҙереп үҙемә ҡарата алырмын тип уйланым. Яңылышҡанмын, мөмкин булһа, ғәфү ит мине! – тине.Фәниә һүҙһеҙ ҡалды. Башында мең төрлө уй сыуалды. Нимәлер яуап бирергә кәрәк ине Римаға, тик нимә тип әйтергә лә белмәне. Ахры:– Был хәҙер мөһим түгел. Үткәнгә – салауат. Һин булмаһаң, икенсе берәү барыбер инер ине беҙҙең араға. Ә туйыңа барып булмаҫ, атай-әсәйемдәр янына ҡайтырға кәрәк, улар олоғайған. Һеҙ бәхетле булығыҙ! Тормош юлығыҙҙы, һинең кеүектәр осрап, себәләтмәһендәр ине! Хуш!Биш йылдан һуң, курсташтары менән осрашҡанда, Рима менән йәнә күреште Фәниә. Рима:– Ғәфү итмәгәнһең һин мине, әхирәт, бәхетһеҙ булыуымды теләгәнһең, – тине. – Ирем менән айырылыштыҡ, яратманы ул мине. Аҡса эшләй белмәй. Ярай әле уртаҡ балабыҙ булманы… Ана, күрәһеңме Рәйләнең ирен, түрә булып алған, ти. Теләһәм, мин уны һә тигәнсе үҙемә ауҙарып ала алам…– Ауҙарыуын ауҙарырһың да ул, тик үҙеңде яраттыра ғына алмаҫһың. Һин, Рима, ғәйепте ситтән түгел, ә үҙеңдән эҙлә! Әҙәм үҙ тормошон үҙе төҙөй! Нисек теләй, нисек белә! Беҙ уйлайбыҙ ғына, ә Аллаһ Тәғәләһе тормошҡа ашыра! Уның менән килешеп йәшәргә кәрәк!Рима:– Һинең менән килешмәйем, әхирәт, һин әбейҙәр һымаҡ фекер йөрөтәһең. Намаҙға баҫтыңмы әллә? Ха-ха-ха! Минең шәп ир менән йәшәгем килә! Хәйер, һеҙҙең Булат менән хәлдәрегеҙ нисек һуң әле? Бик бәхетлеһегеҙҙер инде! Булаттың мөхәббәт хаттарын уҡып, илай торғайным. Миңә бер кем ундай хаттар яҙманы. Фәниә:– Кеше бәхетен урлап, бәхетле булып булмай шул ул! Ә Булат менән юлдарыбыҙ айырылышты…– Шулаймы ни? Эх, һин, эшкинмәгән, ни үҙеңә, ни кешегә ! Юҡҡа ғына теге ваҡыт ныҡышыраҡ булманым… Булатын әйтер инем, еүеш танау!..Фәниәнең был осрашыуҙан кәйефе ҡырылып ҡайтты.***Көндәр артынан аҙналар, айҙар, йылдар елдереп үтә генә. Үткәндәр үткәндәрҙе эсенә йомоп артта ҡала, ә бөгөн урамда ябалаҡлап ҡар яуа. Ап-аҡ! Был аҡлыҡты бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Фәниә апайыма инеп сығырға ваҡыт тапмаһам да, телефондан юҡ-юҡта аралашып торабыҙ. Тауышына ҡарағанда кәйефе күтәренке, донъяһы теүәл, түңәрәк… Һуңғы һөйләшкәндә:– Инеп сығыр инең, һылыу, апайыңды сәпсим оноттоң, – тип үпкәһен дә белдереп ҡуйҙы.Тоям, нимәлер әйткеһе, күрһәткеһе, ниндәйҙер эс сере менән уртаҡлашҡыһы килә. Бер көн эштән һуң инергә булдым. Күстәнәскә уның яратҡан кәнфиттәре менән лимон, сәй ҙә алдым. Мине күргәс апайымдың ҡыуанысының сиге булманы.– Үт, һылыу, үт, түрҙән уҙ! – тип мине ҡаршы алды.Әүәл һәр ваҡыт ятаҡ бүлмәһен хәтерләткән өйөнә бөгөн саҡ ҡыйып үттем. Донъяһын яңыртҡан, һәр нәмә үҙ урынында, артыҡ бер нәмә лә юҡ! Сәй өҫтәле артында ултырған өлкән йәштәге ағай менән таныштырып:– Был Булат ағайың булыр, һылыу, таныш булығыҙ! – тине. Курсташым. Шифаханала осраштыҡ та бына… Ул да яңғыҙ, мин дә… Бергә йәшәп ҡарарға булдыҡ. Йәш, көслө, эшләп йөрөгән ваҡытта яңғыҙлыҡ бик беленмәй, ә хәҙер, хәҙер бөтәһе лә башҡаса. Ул – миңә, мин уға терәк тигәндәй… Район үҙәгендә йорто бар. Ҡыш – ҡалала, ә йәй ауылда баҡса үҫтерәбеҙ. Булаттың балаларына ярҙам итәбеҙ, үҙебеҙгә лә күңелле, – тип яңылыҡтарын сурытты ғына.Булат ағай беҙҙең һөйләшкәнгә артыҡ ҡушылмай, ихлас йылмайып, Фәниә апайҙың һөйләгәндәрен нығытып, башын һелкеп, яйлап ҡына сәй эсеп ултырҙы.Мин ҡайтырға ҡуҙғалғас, икәүләп оҙата сыҡтылар, Фәниә апай:-Ярай, һылыу, рәхмәт килеүеңә, шулай инештереп йөрө! Аллаһ бирһә, йәй үҙеңде ауылға ла алып ҡайтырбыҙ! Мунса инерһең, һыу буйына сығырбыҙ, – тине. Ә Булат ағай апайымдың яурын башына дебет шәлен һалып, миңә:– Һылыу, егетең минең кеүек ҡыйыуһыҙ булһа, ғашиҡ кешеләр мотлаҡ шундай булалар, өйләнеү тураһында тәҡдимде үҙең яһаһаң да, бында бер хилафлыҡ та күрмәйем, – тине.Фәниә апай:– Һы, ҡара, нимә һөйләп торған була… Уның егете ҡыйыу, хәтә кем белә? – тип ихлас көлөштөләр.Мине һәр ваҡыт Фәниә апайымдың яңғыҙ булыуы борсой ине. Ни өсөн шундай изге күңелле кеше бәхетһеҙ? Бында дөрөҫлөк ҡайҙа?.. Ә бит уйлап ҡараһаң, ул бер ваҡытта ла яңғыҙ, бәхетһеҙ булмаған, сөнки апаһы, апаһының балалары, эше, уҡыусылары, ата-әсәләре, коллегалары, иң мөһиме оло, йылы йөрәге, донъяға керһеҙ һөйөүө булған! Ә хәҙер, яратҡан кешеһе менән яҙмышы осраштырып, ҡауыштырып та ҡуйған!.. Эх, бындай хәл киноларҙа ғына була, тиһәләр ҙә!.. Был – тормош, был – хәҡиҡәт!..Мин бөгөн үҙемде ысын мәғәнәһендә күктең етенсе ҡатында тойҙом!Фәниә апай, һинең бәхетең мине лә бәхетле итте!
Читайте нас: