Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 17:00

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиһәк тә

Ете балаһынан айырып үҙенә ҡаратты Зөһрә уны.45 йәшлек ир 18 йәшлек сейә кеүек яңы бешкән ирендәрен үбеп туя алмай.Тәүге бирелгән төнөндә ҡыҙҙың йәш тәненә һоҡланып башын юғалтты!Ләззәтле төндәрҙе Зөһрә менән үткәргәнен ҡатыны белде.Ҡауға ҡуптарманы,уйнарҙа ташлар ете ыуаҡ балаларын ташламаҫ тип өмөтләнеп эстән янды.

Ете балаһынан айырып үҙенә ҡаратты Зөһрә уны.45 йәшлек ир 18 йәшлек сейә кеүек яңы бешкән ирендәрен үбеп туя алмай.Тәүге бирелгән төнөндә ҡыҙҙың йәш тәненә һоҡланып башын юғалтты!Ләззәтле төндәрҙе Зөһрә менән үткәргәнен ҡатыны белде.Ҡауға ҡуптарманы,уйнарҙа ташлар ете ыуаҡ балаларын ташламаҫ тип өмөтләнеп эстән янды.Тик яңылышты.Зөһрә талпан кеүек йәбеште.Етеш тормош,машина,өйҙәре барыһыла ул хыялланған тормошо бит.Айырылыш йәки һинең начальнигыңа биреләм,ул әллә ҡасандан артымдан югерә.Тип ҡыҙғандырҙы.Түҙмәне ир,йәш ҡыҙ һәр теләгәнен үтәгән һәм уйында бөтә аҙғын хыялдарын ашырған ҡыҙҙан баш тарта алманы.Айырылып Зөһрәне алды.Туйында үҙенең бер туғаны килмәне.Барыһы ла айырған ҡатыны яҡлы булды,уны менән ҡатышмай ете балаһының әсәһе менән ҡатышып тормоштарынан сыйып ташланылар.Ҡыҙ яғында йәшәп киттеләр.Алһыу таңдар,бәхетле төндәр,улдары тыуҙы.Ҡәҙемге йәшәп киттеләр.Тик бай ир ниңәлер өйҙә төҙөргә ынтылманы.Алама ғына аласыҡ өй алып шунда ғүмер иттеләр.Эскелек һаҙына нисек төшөп киткәндәрен үҙҙәре лә белмәй.Башта ул хәтлем беленмәне уларҙың эске менән мауығыуы.Тик упҡынға төштөләр.Ете балаһын туғандары ҡаҡмай,һуҡмай нисектә ярҙамдан өҙмәй һәр береһен юғары уҡыу йорттарына индерешеп күмәкләп аяҡҡа баҫтырып кемеһен кейәүгә биреп,кәләш алып бирешеп тормош та үҙ яйы менән тәгәрәй ине.Ирҙән ете балаһына бер тин алдыртманылар туғандары!Үҙенекен үҙе ашаһын тине атаһы һәм әсәһе лә.Зөһрә табып биргән малай ҙа ҙурайып буй етте.Шуҡ,иркә һәр теләген үтәп үҫтерҙеләр.Армияға барып ҡайтҡас,алама өй булһа булһын малайыма машина алайыҡ тип машина алдылар.Машина ул ваҡытта уның бер тиҫтерҙәрендәлә юҡ ине.Башланды ҡыҙҙарға унда сабыу,бында сабыу!Тик бәлә бит аяҡ аҫтында ғына.Егет бер ирҙе тапалап ҡуя.Оло ҡайғы хәсрәткә әйләнә сөнки ул ир уларҙың яҡын танышы ине!Малайын ултырталар!Һәм Зөһрәне эскелектән бөткән,кипкән,ауырыу көйөнсә ире ташлап китә, ете бала тапҡан беренсе ҡатынына.Ҡатыны,бер һүҙһеҙ кире индерә сөнки иренең туғандары ярҙам итмәһә нисек йәшәр инелә,нисек балаларын күтәрер ине,белмәй.Зөһрә япа яңғыҙы,унда ҡолап ятып,бында ҡолап ятып ауырып аяҡтан йығыла.Күршеләре ярҙам итмәһә үлер ине.Мәсеткә яйлап алып бара башлайҙар.Малайынан бер генә хат алды.Әсәй эсмә тигән ине.Хәҙер Зөһрә эсмәй,айыҡ аҡыл тик һылыулығы юҡ һәм ире юҡ.Малайы ҡайтты ошо көндәрҙә кәләш алған.Яҙмыштан уҙмыш юҡ тиһәктә,тормош башында хатаһыҙ йәшәргә тырышһаҡ был хәтлем аяныс ғүмер булмаҫ ине, моғайын.
Серләшәйек Башҡортостан сайтынан
Читайте нас: