Республика халҡына милек һалымы түләү ваҡыты етеп килеү тураһында иҫкәрмәләр таратыла башланы. Ер, транспорт, торлаҡ өсөн милек һалымдарын быйыл 1 декабргә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Быны Һалым инспекцияһының рәсми сайтындағы шәхси кабинет йәки почта бүлексәләре аша эшләргә була.