Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:56

Башҡорт теле йылының аҙағынарағында китеүе лә осраҡлы түгелдер,

Бәхил булығыҙ,Мәүлит ағай!

Кеше үлһә, гел үкенес ҡала. Айырыуса – даһиҙарға тиң һәм дәрт-дарманы ашып торған шәхес һис көтмәгәндә арабыҙҙан китһә. Даһи булғанлығы ла юғалтҡас ҡына аңлашыла башлай шул.....
Учалы дауаханаһында ҡаты ауырыуҙан һуң, 74-се йәшендә шағир, яҙыусы, сәсән, ҡурайсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Мөхәмәтша Буранғолов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, төрлө жанрҙағы ике тиҫтәнән ашыу китап авторы Мәүлит Ямалетдин ( Ямалетдтнов Мәүлитбай Байгилде улы) вафат булды.
Үткән ай Мәүлит ағай Ямалетдинов менән "Яйыҡ" та ҙур интервью яһарға килешкәйнек.... Бәйләнешкә сыҡмай башлағас, ижад кешеһе бит, илһам килгәндер, ваҡыт тапҡас, әйтер әле тип көттөк тә көттөк, ә ул был ваҡытта ҡаты сирләп ятҡан икән. Интернет аша һуңғы хәбәрен октябрь урталарында яҙҙы, өҙөк бирәйек, был яңылыҡты ла күптәр белмәй ҡалғандыр: " ....Илфат ҡустым, сәләм! Кисә ваҡыт яғы тарыраҡ ине, шуға ла әйтер һүҙҙе әйтә алманым. 2019 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан "Башҡорт әҙәбиәте тарихы" тигән фундаменталь хеҙмәттең 7 -се томы донья күрҙе. Унда 22 әҙиптең персоналийҙары бирелгән. Шуларҙың икеһе - Учалы кешеләре (Талха Ғиниәтуллин һәм Мәүлит Ямалетдинов). Минең өсөн һәм Учалы районы, ҡалаһы өсөн тағы ла бер ҡыуаныс - минең "Ҡуласа" китабы Мәҙәниәт министрлығы, Вәлиди исемендәге китапхана һәм Яҙыусылар союзы тарафынан "Туған телгә табан - 100 аҙым" исемле проектҡа индерелгән. Уның буйынса райондарҙа, ҡалаларҙа уҡыусылар конференциялары йә иһә икенсе төрлө мәҙәни саралар үткәрелергә тейеш. Ноябрь айында минең шул китап буйынса китап уҡыусылар конференцияһы уҙғарылырға тейеш, шаршамбы көнө район китапханаһында шул турала һөйләшелде.. "
Әйе, айырым осрашырға килештек. Хөрмәтле ағайыбыҙ Республика көнө менән ҡотларға, гәзиттә хикәйәһен баҫтырған өсөн (“Хушығыҙ, торналар!”, 9 октябрь һаны) рәхмәт әйтергә лә онотманы. Ҡабаланыуы һиҙелһә лә, бер һорауҙы асыҡлар булдыҡ, Ләйсән Золотарева башҡарыуында төбәгебеҙ гимнына әйләнгән “Учалым” йырын һеҙ яҙҙығыҙмы, тип аныҡланым. Яуабы: “Эйе, һүҙҙәре минеке. Уны мин 90-сы йылдарҙа Айгөл Нәбиуллина тигән ҡыҙыҡайҙың инәһенең һорауы буйынса яҙғайным. Көйө Алик мәрхүмдеке. Көйөнә ҡарап шиғырын яҙырға тура килде (ғәҙәттә, киреһенсә эшләнә)”. Бына ул – Мәүлит ағайыбыҙға музыкаль һәйкәл!
Әйткәндәй, бөтә рәсми мәғлүмәттәрҙә Мәүлит ағайҙың тыуған көнө 1947 йылдың 5 марты тип күрһәтелгән. Был мәсәьәлә буйынса лә әҙиптең фәҡәт үҙенең аңлатмаһын һүҙмә-һүҙ килтерәйек: “ Мин тыуғас ҡот осҡос бурандар башланып китеп, ауыл Советы урынлашҡан Ҡаҙаҡҡол ауылына юл бер нисә көнгә (бәлки аҙналар буйылыр) өҙөлә. Шуға күрә, мине унда 5 март көнө алып барып яҙҙырталар (штрафтан ҡурҡып, 5 февраль тип яҙҙырмайҙар. сөнки Сталин һуғыштан һуң демографияға бик ҙур талаптар ҡуя - көнөндәген көнөндә яҙҙыртырға тейеш булалар тыуған балаларҙы)”.
Бәхил бул, Мәүлит ағай, ниндәй һәләтленән-һәләтле, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес әҙәпле кеше, башҡорт халҡының, Учалы төбәгенең ни тиклем тоғро улы булыуыңды әле генә ысын мәғәнәлә аңлай башлағанбыҙҙыр, йәнегеҙ йәннәттә булһын! Мәрхүмдең яҡындарының ғына түгел, бөтә учалыларҙың, бөтә Башҡортостан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Фәҡәт Башҡорт теле йылының аҙағынарағында китеүе лә осраҡлы түгелдер, буғай.......
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас: