Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 16:55

Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе индерелә

10 ноябрҙән республикала 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы башлана. Бөгөн «COVID-2019 таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында»ғы указға тейешле үҙгәрештәр индерелә.

Иртәнге 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем изоляция тәртибе ғәмәлдә булмай. Был ваҡытта ололар тышта йөрөргә, магазинға һәм башҡа урынға барып килергә мөмкин.
«Ҡалғаны – изоляция тәртибе сиктәрендә, — тине Хәбиров. — Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ҡайһы бер ветерандарыбыҙ теге йәки был производствола кәрәк. Был осраҡта оло йәштәге хеҙмәткәрҙең предприятиенан белешмәһе булыуы мөһим».
Бынан тыш, республикала йәнә өлкәндәргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса әүҙем эш башланырға тейеш.
«Ололарҙың ирекмәндәрҙән ярҙам алыу мөмкинлеге булһын өсөн хәҙер республикала «Берҙәм Рәсәй»ҙең штабтарын йәйелдереү мөһим. Был эш яҙғыһына ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ һәм күләмлерәк», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Башинформ.
Читайте нас: