Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:35

Беҙ үҙебеҙ

Башты ярып, ҡашты йыртмайынса,Һаулыҡ ҡәҙерҙәрен һанламайбыҙ.Кеше хаталары һабаҡ түгел -Беҙ үҙебеҙ янмай аңламайбыҙ.Шыйыҡланып бөтһә бөтһөн мейе,Аҡыл өйрәткәнде алыу ҡайҙа?!Бәхет килеп янға ятыр төҫлө,Яҙмыш теҙгендәре ул - Хоҙайҙа.Алма төшөр, бешеп, ауыҙҙарға,Кем байыған, тибеҙ, эшләһә лә.Ҡырын тейәп, төтөн бөркә-бөркәФырт баҫабыҙ. Башта - эшләпәләр.Һәр кем үҙен тоя фәрештәләй,"Гонаһлы"ға аяу көтәһе юҡ:- Арабыҙҙан уны ырғытырға,Тыңлаусандар мәңге бөтәһе юҡ!Баш бирмәҫтәр, айыҡ аҡыллыларКүптән инде күҙҙән төшкәндәре.Донъялыҡта күкрәк ҡаға халыҡ -Ишелергә тора түшәмдәре...Рәмил ЙӘНБӘК

Читайте нас: