Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 18:35

Белоретта бүре кешеләргә һөжүм иткән

Кисә кис Белорет районының Аҙнағол ауылында оло йәштәге ир менән ҡатын өйҙәренә ҡайтып барғанда ҡаршыларына эткә оҡшаған ҙур хайуан килеп сыға.

Кисә кис Белорет районының Аҙнағол ауылында оло йәштәге ир менән ҡатын өйҙәренә ҡайтып барғанда ҡаршыларына эткә оҡшаған ҙур хайуан килеп сыға. Әбей уны эт тип уйлап: “Кит юлдан!” – тип ҡулы менән һелтәй, әммә теге хайуан уның ҡулына йәбешә. Шунан ғына улар бының бүре икәнен аңлап, өйҙәренә йүгереп инеп өлгөрә.
Бүре уларҙың артынан ихатаға килеп инә. Ир кеше өйҙән йүгереп сығып, “Нива” автомобиленә ултырырға, шул ысул менән бүрене баҫтырып ебәрергә уйлай. Тик йыртҡыс сосораҡ булып сыға – уның аяғына йәбешә. Хужа саҡ ысҡынып ҡотола. Бүре иһә урамға сығып китә. Ауылдаштары был хәл буйынса полицияға хәбәр итә.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауыл малдарының йән-фарман йүгереп ҡайтып килеүен күрәләр. Уларҙы ла шул уҡ бүре баҫтырған икән. Ваҡиға урынына килеп еткән участка инспекторы йыртҡысты атып үлтерә.
Аҙнағол ауылы төпкөл түгел, Белорет – Бөрйән юлында урынлашҡан. Ауыл аша бер туҡтауһыҙ транспорт үтеп тора. Шулай булһа ла бүрене был ҡурҡытмаған.
Фото: goodfon.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в