Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 18:30

Мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде

10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлгә инә.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша. Үткән тәүлек эсендә зарарланғандар һаны 106-ны тәшкил иткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин мәғлүмәт еткерҙе.
Шулай итеп пандемия башланыу менән коронавирус йоҡтороуҙың 11653 осрағы теркәлгән. Бөгөн дауаханаларҙа 262 кеше ята, 13-е ауыр хәлдә, дүрт кеше – ИВЛ аппараты аҫтында. 490 кеше амбулатор рәүештә медицина ярҙамы ала. Тәүлек эсендә 60 кеше дауаланып сыҡҡан, үлгәндәр һаны – 61. Ковид менән сирләгәндәр өсөн биш мең урын әҙерләнгән, улар 79 процентҡа тулған. Резервта 21 процент урын бар. Һәм әгәр мохтажлыҡ булһа, тағы бер нисә дауахананы яңынан профилләштерә алалар.
Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, республикала яңы сикләүҙәр индерелә. 10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлгә инә. Был турала бөгөн “Юғары әҙерлек” режимы тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр индереләсәк.
– Тимәк, был категория кешеләр мотлаҡ рәүештә өйҙә ултырырға тейеш. Уларға билдәләнгән ваҡытта ғына сығырға мөмкин. Башҡа осраҡтарҙа административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡтар, – тине Радий Хәбиров.
Республикала 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем ҡурсаланыу режимы ғәмәлдә булмай. Был ике сәғәт эсендә өлкән йәштәге кешеләр тышҡа сығып йөрөй, магазин, дарыуханаларға һәм башҡа урындарға бара ала.
Тағы бер сикләү бәлиғ булмаған балаларға ҡағыла. Бынан ары, коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ҡарары менән 18 йәшкә тиклемге балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индереү тыйыла.
– Ата-әсә йәки опекундарһыҙ балаларға унда йөрөү тыйыла. Беҙҙә сауҙа үҙәктәре балаларҙың күңел асыу, йөрөү урынына әйләнә лә китә. Нимәләр генә эшләмәйҙәр унда, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, битлек кейеүҙең мотлаҡ режимы һаҡлана. Өйҙән башҡа бөтә урында ла битлек кейеү мотлаҡ талап. Кемдәр быны үтәмәй, штраф һалына. Башҡортостанда һуңғы дүрт тәүлек эсендә генә ике мең самаһы протокол төҙөлгән.
– "Миңә уңайһыҙ, миңә кәрәкмәй", тип әйтеүселәр бар. Инфекция менән хәлдең нисек икәнлеген бөтәбеҙ ҙә күреп тора. Шуға күрә битлек кейеү мотлаҡ талап. Үҙегеҙ генә түгел, башҡалар тураһында ла уйлағыҙ. Шуныһын билдәләйем, беҙгә был штрафтар кәрәк түгел. Тик кешеләр был ғәмәлдең мотлаҡ сара икәнлеген аңлаһын ине, – тине Радий Хәбиров.
Фото: мвклюква.рф
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: