Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 16:45

ҺУҢЛАП КИЛГӘН МАЛАЙ. Хикәйә. Икенсе бүлек.

Тәнәфес иғлан ителһә лә, берәү ҙә ҡуҙғалырға ашыҡманы. Һеҙҙең бөтәһе лә йотолоғоп тыңлаған мауыҡтырғыс тамашаны хәл иткес урынында ташлап сығрып киткән кешене күргәнегеҙ бармы? Мин – юҡ. Беҙҙең осраҡта, киреһенсә, быға тиклем сыҡҡандар яңынан кереп, урындарын биләне. Һәр береһенең ҡулында... Нимә тиһегеҙ? Әлбиттә, кеҫә телефондары. Хатта “текә”рәктәр алдында берәүҙе тотһа, донъя хәлен белеп буламы, икенсеһен кеҫәһенә тығып ҡуйған.

Тәнәфес иғлан ителһә лә, берәү ҙә ҡуҙғалырға ашыҡманы. Һеҙҙең бөтәһе лә йотолоғоп тыңлаған мауыҡтырғыс тамашаны хәл иткес урынында ташлап сығрып киткән кешене күргәнегеҙ бармы? Мин – юҡ. Беҙҙең осраҡта, киреһенсә, быға тиклем сыҡҡандар яңынан кереп, урындарын биләне. Һәр береһенең ҡулында... Нимә тиһегеҙ? Әлбиттә, кеҫә телефондары. Хатта “текә”рәктәр алдында берәүҙе тотһа, донъя хәлен белеп буламы, икенсеһен кеҫәһенә тығып ҡуйған.
Төп өҫтәл эргәһендәге ҡунаҡтар араһында әлегә ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа, борсолоу ҙа, үкенеү ҙә тойолмай. Рафиҡ Ҡорбан улы үҙе бик күңелле һәм үткер комментарийҙар биреп барһа ла, уның тауышының ваҡыт-ваҡыт бүленеп ҡалыуы тулҡынланыуы хаҡында һөйләй. Юбилярҙың хәләл ефете онотҡанда бер булһа ла туфли осо менән генә төрткөләп: “Ҡунаҡтарыңды ҡара, мәсхәрәгә ҡалма, юғиһә, үлгәнсе һөйләрҙәр”, – тип , киҫәтеп тора. Ә бына юбилярҙың ҡыҙҙары, дүртәүләшеп нисек килеп ултырһалар, һелкенмәйенсә, тип әйтерлек, байрамдың аҙағын еткерҙеләр. Ошо урында юбилярҙың ҡыҙҙарының өлкәне, һоҡланыуын йәшермәйенсә:
– Ҡарағыҙсы, ниндәй матур малай! – тип әйтеп ҡуйҙы. – Йә, кил әле бында, үҙеңде бер яратайым! – тип өндәште.
Күренеп тора, малай танһыҡлаған. Күптән кейәүгә сығып, ике-өс бала табыр ваҡыты үтеп бара. Икенсе ҡыҙы ла өндәшмәй ҡалманы:
– Әйҙә, үҙебеҙгә уллыҡҡа алайыҡ! – тип шаяртты.
Өсөнсөһө:
– Ай-һай! Атай менән әсәй риза булмаҫ ул, – тип шик белдерҙе.
Ә бәләкәйе, иң бәләкәйҙәре, өндәшмәне. Эстән генә: белмәйем, элегерәк эт йә бесәй алайыҡ, тигәндә ҡаршы төшкәйнеләр, күрербеҙ, был юлы нисек булыр, – тип уйлап ҡуйҙы.
Теге ҡатын һаман микрофонға үрелә бит.
– Мин һөйләй белмәйем, һөйләй башлаһам, артығын әйтеп ҡуйырмын тип ҡурҡам, – тине ул ҡағыҙын тағата-тағата. – Бында минең килеп эләгеүем ҡыҙыҡ ҡына булды. Шулай, кисә эштә, балалар баҡсаһында, йөрөп ята инем, заведующий әйтә, Нина Петровна инде, НинаПетровна: “Иртәгә Ғатауллиндың, Рафиҡ Ҡорбановичтың, тыуған көнө икән, ул беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итте, юбилейы менән ҡотлап, беҙҙән сәләм әйтеп кил”, – тине. Ейәнемде ҡалдырырға урын юҡ, шуға уны ла эйәртеп алған булғайным. Әллә күпме кеше менән таныштым, малайға ла бик оҡшаны. Әртистәрҙең һүҙҙәрен тыңлап ултырһаң, ҡыҙыҡ була икән!..
Ҡатын ара-тирә ҡағыҙына ҡараштырып та алды, ләкин үҙенең теләгәнен халыҡҡа, барыбер, еткерҙе.
– Ярай, килеүегеҙ, ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт! – тине Рафиҡ Ҡорбан улы.– Һеҙҙең килеүегеҙ һәм ейәнегеҙ менән ҡатнашыуығыҙ минең юбилейыма бер мәртәбә өҫтәгән һымаҡ булды. Мин инде халыҡтың ниндәйҙер мөғжизә көткәнен баштан уҡ һиҙә инем инде. Юғиһә, юбилейҙарға күп йөрөлә, барып ултырып, ашап-эсеп өлгөрмәйһең, беренсе өлөшө бөтөр-бөтмәҫ, унда барам, бында барам, тегендә барып етәм, тип ҡунаҡтарҙың яртыһы һарҡып бөтә. Ә бына был юлы Нина Петровнаның сәләме менән килгән малайҙы күреү менән, ниндәйҙер шаҡ ҡатырлыҡ яңылыҡ көтөп, ҡунаҡтарым бына дүртенсе тәнәфес инде, урынынан да ҡуҙғалмайынса, хатта ҡайтыу түгел, ашап-эсмәйенсә, көтөп ултыралар. Рәхмәт һеҙгә!
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, ҡунаҡтар көлөшә-көлөшә, кем уҙарҙан ашарға тотондо. Бик һүлпән генә барған һымаҡ мәжлес уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үрелеп, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ тамашаға әйләнде лә ҡуйҙы.
Ә теге малай ни эшләй инде? Бер килке йүгереп-йүгереп арығайны, килеп ултырҙы ла, ваҡыты еттеме икән, һөйәлеп, йоҡланы ла ҡуйҙы. Сабыйҙың йоҡлағанын күреп, ҡунаҡтар ҙа ҡайтыу хаҡында иҫкә төшөрҙөләр. Ишек төбөндә Рафиҡ Ҡорбан улы менән хәләл ефете, рәхмәттәр әйтеп, оҙатып ҡалдылар.
Р. Мәүлитҡолов
Читайте нас: