Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 10:29

Уяуыраҡ булығыҙ, яҡташтар!

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы подполковник С. Ә. Мөхәмәтшин менән әңгәмә.

Һөнәри байрамдары алдынан Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы подполковник Салауат Әлим улы Мөхәмәтшин менән осраштыҡ. Һеҙҙең иғтибарға әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ ( бер аҙ ҡыҫҡартылған көйөнсә бирәбеҙ, тулы вариант – “Яйыҡ” гәзитенең бөгөнгө һанында):
-Криминаль хәл районыбыҙҙа нисек?
-2020 йылдың 10 айында 763 енәйәт теркәлде, былтырғы ошо осорҙан 12,2 процентҡа кәм ( уртаса республика буйынса 0,4 процентҡа артты). Енәйәттәрҙе асыҡлау – 66,7 процент, былтырғынан 3,6 процентҡа күберәк.
- Ниндәй төр енәйәттәр артты?
- Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр 10 фактҡа артып, 163 осраҡ тәшкил итә. Шулай уҡ банк карталары менән мутлашыу 49 факт теркәлде, былтырғынан 33 осраҡҡа күберәк. Мутлашыуҙар, дөйөм алғанда, 5 осраҡҡа артып, 116-ға етте. Был тенденция бар республикала күҙәтелә инде. Анализ үткәрҙек: банк карталары аша башлыса 18-55 йәшлек, йәғни интернет һәм заман финанс инструменттары менән әүҙем файҙаланған граждандар “тишек кәмәгә ултыртыла”. Ә юҡ-бар һатыусы йә ялған хеҙмәтләндереүселәрҙең ҡармағына башлыса оло кешеләр эләгә. Бөтә ысулдар менән халыҡҡа аңлатыу эше үткәрәбеҙ, уяу булырға өндәйбеҙ, гәзиттәрҙә лә был хаҡта йыш яҙыла, әммә бәғзе яҡташтарыбыҙ ишетмәгәс ишетмәй инде! Тағын да бер тапҡыр иҫкәртәйек: банк именлеге хеҙмәте бер осраҡта ла клиенттарға телефондан шылтыратмай, ҡайҙалыр аҡса күсереүҙе талап итмәй! Ә оло кешеләргә, яңғыҙҙары булғанда, сит кешеләрҙе өйгә индерергә һис тә кәрәкмәй. Төрлө тауар һатып йөрөгән әҙәмдәр шундуҡ аҡсаны үҙләштермәһә лә, ҡайҙа һаҡлағанды аңдып йөрөүҙәре бар бит. Алданып ҡалған кешеләрҙе йәллеген ныҡ йәл, бына, мәҫәлән, бер Учалы кешеһе фатир һатып алырға тип хәләл көсөн түгеп йыйған бер миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡты....
-Ауыр енәйәттәр асыҡлана барамы?
- Әлбиттә, төп көс ошо йүнәлешкә бирелә. Иртәме-һуңмы, һәр енәйәтсе язаға тарттырыласаҡ! Шундуҡ ғәйепле фаш ителмәгән хәлдә лә, бер енәйәт тә архивҡа тапшырылып онотолмай. Бына, мәҫәлән, былтыр Әүешкүлдә Златоустан килгән кешене кемдер биш тапҡыр башына атып үлтергәйне.... Бик буталсыҡ, эҙҙәр ҡалдырылмаған осраҡ. Әммә енәйәтсене һаман да бик көсөргәнешле рәүештә эҙләйбеҙ. Ҡырын эштең осо ҡырҡ йылдан һуң булһа ла беленәсәк, тиҙәр,ләкин улай оҙаҡҡа һуҙылмаҫ тип өмөт итәм.
-Ә ниндәй енәйәттәр быйыл кәмерәк?
-Йәмәғәт урындарында енәйәт ҡылыуҙар, бәлиғ булмаған, иҫерек һәм быға тиклем хөкөм ителгән граждандар енйәт ҡылыуҙарын нығыраҡ профилактикалай алыуыбыҙ, әлбиттә, шатландыра. Автотранспорт ҡыуыу, мал урлау осраҡтары ла кәметелде. Шулай ҙа, мал юғалыу менән хәл һис тә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Быйыл 12 мал урлау осрағы теркәлде, бөгөнгө кәнгә 3 граждан енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Миҙалдың икенсе яғында – йорт йәнлектәрен берәҙәк көйөнсә сығарып ебәргән өсөн 128 гражданға административ протоколдар төҙөлә. Ҡарауһыҙ мал - ҡараҡтарҙы йәлеп иткән тәүшарт бит ул! Башҡорттарҙың “Урлаған да ғәйепле, урлатҡан дә ғәйепле” әйтеме был ситуацияны бик тә тулы тасуирлай... Юлдарҙағы ҡарауһыҙ мал транспорт һәләкәттәренә лә сәбәпсе була торған. Әйткәндәй, 90-сы йылдарҙың аҙағында мал бурҙары, магазин талаусылар Ҡаҙағстандан, Силәбе өлкәһенән төркөмдәргә тупланып, беҙҙә “рейдтар” башҡарыр ине. Тырыша торғас, бындай “барымталарға” сик ҡуя алдыҡ. Тик әле лә, сиктәш район булғас, һәр саҡ айырыуса уяу булырға тура килә.
-Тап юл-транспорт именлеге тураһында ла әйтегеҙ әле.
-Быйыл 552 юл-транспорт ваҡиғаһы һәм һәләкәте теркәлде, үкенес, 4 кеше һәләк булды. Водителдәрҙең тәртибе көнүҙәк проблема булып ҡала шул. Һәммәһе юл ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн 8 598 протокол төҙөлдө. 261 кешенең эсән көйөнсә руль артына ултырыуы, 60 граждандың идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп тә, иҫерек көйөнсә йәнә транспорт менән идара итеүе бигерәк тә аяныс һәм ҡурҡыныс. Ундайҙарға ҡарата көрәш артабан дә аяуһыҙ алып барыласаҡ, административ яуаплылыҡ менән генә ҡотола алмаясаҡтар!
-Экстремизм, коррупция, наркомания проблемалары беҙҙең төбәккә ниндәй кимәлдә хас?
-Быйыл экстремизм һәм террорсылыҡҡа бәйле енәйәттәр теркәлмәне, әммә был йүнәлеш һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотола. Йыл башынан коррупцияға ҡағылышлы 7 енәйәт эше тикшерелә. Ә наркомания, үкенескә ҡаршы, тормошобыҙға нығыраҡ үтеп ингән: 10 айҙа наркоиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 68 осраҡ асыҡланды ( былтырғынан 8-гә күберәк) , шул иҫәптән 33 осраҡ – наркотик һатыу. 68 енәйәттең 41-е бөгөнгө мәлгә асыҡланды. Министрлыҡ, күрше район бүлеге менән берлектә наркотик менән сауҙа иткән ойошҡан енәйәтсел төркөмдөң быйыл фашланыуын ҡәнәғәтлек менән билдәләй алам. Ҡырағай үҫкән киндерҙе юҡ итеү ҙә мөһим бурыс, һәр билдәле ошондай факт буйынса ауыл ултыраҡтары башлыҡтарына күрһәтмә бирәбеҙ.
-Ә законһыҙ рәүештә хәмер менән сауҙа тураһында ни әйтерһегеҙ?
-Быйыл был өлкәлә 41 факт асыҡланды, 41 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Яҡташтарға айыҡ тормош алып барыуҙы кәңәш итер инек – бик күп фажиғәләр теге йә был кимәлдә фәҡәт эскеселек менән бәйле, быныһы беҙгә бик тә асыҡ күренә.
-Хеҙмәт итергә кешеләрегеҙ етәме?
- Бурыстарыбыҙҙы тейешле кимәлдә үтәйбеҙ, әммә кадр мәсьәләһе аҙағынаса хәл ителмәгән. Бөгөнгө көндә 20 вакант урын иҫәпләнә. Шуға ла һаулыҡтары һәм белемдәре ирек биргән, Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәтен үтәгән 35 йәшкә тиклем граждандарҙы үҙебеҙгә саҡырабыҙ.
- Салауат Әлим улы, үҙегеҙ тураһында ла тулыраҡ һөйләгеҙ әле.
- 1972 йыл Учалы ауылында тыуҙым һәм үҫтем, ауыл һөнәрселек училищеһында водитель курстарын тамамланым. 1990-1992 йылдарҙа хәрби бурысты Германияла үтәнем, һаҡ батальонында хеҙмәт итергә тура килде. Әрменән ҡайтҡас патруль-пост милиционеры булып эшкә керҙем, бер ыңғайы Учалы тау техникумында уҡыным. 1995 йыл кесе лейтенант дәрәжәһе биреп, участка инспекторы итеп күсерҙеләр. Тапшырылған биләмә - тыуған Учалы ауыл Советы. Фәҡәт ошо осорҙа милиционер эшенә тулы күләмдә тамам төшөнгәнмендер. 1997 йыл уголов розыск уполномоченныйы итеп күсерҙеләр. Ситтән тороп Өфө юридик институтын тамамланым. 2003-2011 йылдарҙа уголов розыск бүлексәһен етәкләнем. Һуңынан, реформаларҙан һуң, оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, эске эштәр бүлеге урынбаҫары – полиция начальнигы, ә 2019 йылдың ғинуарынан – Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы.
-Ғаиләгеҙ тураһында ла ни әйтерһегеҙ?
- Әсәйем балалар баҡсаһында эшләне, атайым – механизатор булды. Әйкәндәй, Әлим Мөждәбә улын күптәр хәтерләйҙер - 10 йыл буйынса РОСМ-да (милицияға булышлыҡ итеү буйынса эшселәр отряды) йөрөнө, ниндәйҙер мәғәнәлә тап уның эшен дауам итәм тиерлектер. Тик бына әле “хеҙмәт династияларын” дауам итеү ҡатмарлыраҡ. 25 йәшлек улым юридик белемгә эйә, хөкөм үтәтеү инспекцияһында эшләй, полицияға ла, бәлки, килер ине, тик атаһының ҡулы аҫтында хеҙмәт итеү рөхсәт ителмәй хәҙер – коррупцияға ҡаршы ҡануниәт ҡаршы.... Ҡыҙыбыҙға 18 йәш, бер колледж студенты. Күп һөйләп тормайыҡ, барыһына ла шөкөр!
-Эске эштәр бүлегенең ниндәй подразделениеларын, ҡайһы хеҙмәткәрҙәрен байрам айҡанлы ыңғай яҡтан билдәләрһегеҙ?
- Барыбыҙ ҙа бер эш башҡарабыҙ – граждандарҙы енәйтселектән һаҡлайбыҙ, һөҙөмтә лә барыбыҙҙың тырышлығына, профессиналь кимәленә, яуаплылығына берсә бәйле, шуға ла кемделер айырым күрһәтергә кәрәкмәй, тигән фекерҙәмен. Бөтә хеҙмәттәштәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым! Бурысығыҙға тоғролоҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт,ҡаһарманлыҡ һәм тырышлыҡ өсөн рәхмәт әйтәм. Айырыуса ҙур рәхмәт – йәш быуынға өлгө биргән хөрмәтле ветерандарыбыҙға һәм ғаилә ағзаларыбыҙға - һеҙ аңлап, хәлебеҙгә инеп, рухи ярҙам күрһәткәс беҙгә бурыстарыбыҙҙы үтәү еңелерәккә төшә. Барыһына ла сәләмәтлек, уңыштар, бәхет теләйем, байрамыбыҙ менән!
Илфат ЯНБАЕВ
Әйткәндәй. Начальник хеҙмәткәрҙәренә үҙе өлгө бирә. Быйыл, март айында булды был хәл. Учалы ҡалаһында пенсионерҙарҙың фатирҙарына билдәһеҙ ҡатын инә, үҙен газ хеҙмәте вәкиле итеп таныштыра. Йорт хужаларының иғтибары ҡунаҡҡа йүнәлтелгән арала ялған “газовик”тың әшнәһе шым ғына фатирға инә, 130 мең һумды урлап ҡаса. Шундуҡ эҙләй башлайҙар. Икенсе көнөнә подполковник Салауат Мөхәмәтшин Өфө-Белорет юлы менән командировканан ҡайтып килгән була. Шикле ике ҡатын, бер ир ултырған автомобилде абайлай, һиҙҙермәй генә арттарынан төшә, оператив-тәфтиш төркөмөнә ҡаршы сығырға бойора. Шулай итеп Учалы пенсионерҙарын талағани бәндәләр Инйәрҙә үҙе үк тотто.
Читайте нас: