Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 15:55

Башҡортостанда өс полицейскийға бәйле хәл яңы боролош алды

Башҡортостанда өс полицейскийға бәйле хәл яңы боролош алды

Башҡортостанда өс полицейскийға бәйле хәл яңы боролош алдыДознаватель ҡыҙҙы көсләү тураһында эш буйынса элекке полицейскийҙар өйгә һаҡ аҫтына ҡайтарылды. Һамарҙа Алтынсы кассация суды ошондай ҡарар ҡабул итте.Суд енәйәт эшен Башҡортостандың Юғары судына (икенсе составтағы судта) яңы апелляция ҡарауына тапшырырға билдәләне. Элекке өс полицейский йәнә өс ай өйҙә һаҡ аҫтында ултырырға тейеш.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Юғары суды енәйәт эшенең ике фигурантын - Эдуард Матвеевты һәм Салауат Ғәлиевты аҡланы. Яромчук дүрт йылға колонияға хөкөм ителде, шулай уҡ ул әхлаҡи зыян өсөн 500 мең һум түләргә бурыслы.
Читайте нас: