Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 15:30

Баш шаулауҙан һарымһаҡ төнәтмәһе ярҙам итер

Һарымһаҡтың файҙаһын күптәр белә. Ә бына уның төнәтмәһе склероздан һәм баш шаулауҙан яҡшы сара булып та тора.

Һарымһаҡтың файҙаһын күптәр белә. Ә бына уның төнәтмәһе склероздан һәм баш шаулауҙан яҡшы сара булып та тора.
Ул былай яһала: ярты литрлыҡ банканың 1/3 өлөшөнә әрсеп ваҡланған һарымһаҡ һалығыҙ ҙа банканы тултырып араҡы ҡойоғоҙ. Һауытты ҡара ҡағыҙ йә туҡымаға төрөп, ун көн йылыла тотоғоҙ. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан егерме тамсылап ярты стакан һөткә һалып эсегеҙ. Дауалау курсы — ике аҙна. Бер аҙна ял иткәндән һуң, процедураны ҡабатлағыҙ.
Баш шаулауҙан шулай уҡ мелисса (лимонлы бөтнөк) ярҙам итә. Уны сей килеш ашау һәм киптереп сәйгә, кеүәҫ йә компотҡа ҡушып эсеү ҙә файҙалы. Мелисса сәйен гел ҡулланырға мөмкин, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в