Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 15:20

БЕҘ ЮҒАЛМАҪ ЭЛЕК...

Бер көндө улы атаһынан: "Һеҙ элек интернетһыҙ, компьютерһыҙ, телевизорһыҙ, кондиционерһыҙ, кеҫә телефонһыҙ нисек йәшәнегеҙ?" - тип һорай икән. Атаһы: "Бөгөн һеҙҙең быуын доға-ғибәҙәтһеҙ, кеше хәлен һанламай, намыҫһыҙ, ихтирамһыҙ, оятһыҙ, баҫалҡыһыҙ, китап уҡымай йәшәй ала бит, тимәк, беҙ ҙә һин әйткәндәрҙән тыш та йәшәй алғанбыҙ..." - тип яуап биргән. Һәм артабан шулай тип дауам иткән:

Бер көндө улы атаһынан: "Һеҙ элек интернетһыҙ, компьютерһыҙ, телевизорһыҙ, кондиционерһыҙ, кеҫә телефонһыҙ нисек йәшәнегеҙ?" - тип һорай икән. Атаһы: "Бөгөн һеҙҙең быуын доға-ғибәҙәтһеҙ, кеше хәлен һанламай, намыҫһыҙ, ихтирамһыҙ, оятһыҙ, баҫалҡыһыҙ, китап уҡымай йәшәй ала бит, тимәк, беҙ ҙә һин әйткәндәрҙән тыш та йәшәй алғанбыҙ..." - тип яуап биргән. Һәм артабан шулай тип дауам иткән:Беҙ, 1945-1985 йылдар араһында тыуған кешеләр - фатихалыбыҙ. Быға беҙҙең тормош рәүешебеҙ дәлил: уйнағанда йә велосипедта йөрөгәндә беҙ бер ҡасан да шлем кеймәнек. Беҙ яңғыҙыбыҙ мәктәпкә барыуҙан һәм уҡыуҙың тәүге көнөнән ҡурҡманыҡ. Мәктәптән һуң ҡояш байығанса уйнай инек. Беҙ бер ҡасан да яртышар көн буйы телевизор ҡараманыҡ. Интернеттағы виртуаль түгел, ә ысын дуҫтарыбыҙ менән уйнай инек. Һыуһаған саҡтарыбыҙҙа пластик шешәләрҙән түгел, ә шишмәләрҙән һыу эстек. Элек дүрт дуҫ бер стакан һутты бүлешеп эсер булһаҡ та, һирәк сирләй инек. Ауырыған хәлдә, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе үҙ илебеҙҙә етештерелгән арзан ғына дарыуҙар менән йә булмаһа, халыҡ ысулдары менән дауалар ине. Көн һайын икмәк менән картуфты күп ашаһаҡ та, кәүҙә ауырлығыбыҙ һис бер артып китмәне. Ҡулдарыбыҙҙа үҙебеҙ эшләгән уйынсыҡтар булды, бер-беребеҙҙән уйынсыҡ йә китаптарыбыҙҙы йәлләмәнек. Беҙҙең ата-әсәләребеҙ бай түгелдәр ине. Улар беҙгә үҙҙәренең һөйөүен бүләк итте, улар беҙҙе матди әйберҙәрҙе түгел, ә рухи байлыҡты - намыҫ, тоғролоҡ, ихтирам, хеҙмәт һөйөү кеүек ысын кешелек сифаттарын баһаларға өйрәтте.Беҙҙең бер ҡасан да кеҫә телефоны, шәхси компьютерыбыҙ ҙа, видеоуйындар ҙа, интернет-чат та булманы. Ләкин беҙҙең ысын дуҫтарыбыҙ бар ине!Беҙ дуҫтарыбыҙҙың өйөнә саҡырыуһыҙ ҙа барып инә ала инек, бында беҙҙе ябай һәм ҡәҙимге ризыҡ менән һыйларҙар ине.Беҙҙең иҫтәлектәр аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәрҙә сағылдырылһа ла, улар сағыу һәм матур ине, беҙ ғаилә альбомдарын ләззәт кисереп ҡарай, туған һәм яҡындарыбыҙ портреттарын изге күреп һаҡлай инек.Беҙ китаптарҙы сүп-сар өйөмөнә ташламаныҡ, уларҙы сираттарҙа тороп һатып алыр һәм донъябыҙҙы онотоп уҡыр инек.Беҙ шәхси донъябыҙҙы ситтәр иғтибарына сығарманыҡ, кешеләр тормошон әле бына һеҙҙең кеүек ләззәтләнеп тикшермәнек, һеҙ үҙ тормошоғоҙ тураһындағы фотолар, хәбәрҙәрегеҙҙе Инстаграмға һалып, асыҡтан-асыҡ күрһәтәһегеҙ, үҙегеҙҙең ғаилә серҙәрегеҙҙе башҡа кешеләр менән масс-медиа киңлектәрендә тикшерәһегеҙ.Беҙ уникаль һәм ысынбарлыҡты иң аңлай торған быуын булдыҡ, сөнки:- беҙ үҙ ата-әсәһен тыңлаған һуңғы быуын, бынан тыш, беҙ үҙ балаларын тыңларға тейеш булған тәүге быуын;- беҙ барыбер һеҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ һәм һеҙгә ярҙам итәбеҙ;- беҙ - аҙ һанда ҡалып килгән һуңғы быуын.Беҙҙең барлығыбыҙҙан ләззәтләнегеҙ! Беҙҙән өйрәнегеҙ! Беҙҙе баһалағыҙ! Беҙ юғалмаҫ элек...
Интернеттан.
Читайте нас: