Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 15:20

Билмән өсөн ҡаймаҡтан ҡамыр

Был ысул менән әҙерләнгән ҡамыр үтә татлы килеп сыға.

Кәрәк: 200 мл ҡаймаҡ, 2 ст он, ½ сәй ҡалағы тоҙ.
Ҡаймаҡҡа тоҙ, он ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Һауыттың өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Мөмкин булһа 3 сәғәткә лә ярай. Былай эшләһәң, ҡамыр тағы ла йомшағыраҡ буласаҡ. Ҡамырҙы онһоҙ йәйәбеҙ, ул йәбешмәйәсәк. Уны йоморо киҫәктәргә киҫеп, эсенә әҙер эслекте һалабыҙ. Билмәнде ҡәҙимгесә тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: