Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 12:10

Өфөгә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан делегацияһы килде

Өфөгә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан делегацияһы килде. Делегация составында Үҙәк Азияла микрофинанслау өлкәһендә киң билдәле етәксе Бабур Тольбаев һәм йәмәғәт эшмәкәре, политолог Калнур Ормушев бар.

Өфөгә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан делегацияһы килде. Делегация составында Үҙәк Азияла микрофинанслау өлкәһендә киң билдәле етәксе Бабур Тольбаев һәм йәмәғәт эшмәкәре, политолог Калнур Ормушев бар.
Бөгөн ҡунаҡтар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалды. Уларҙы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, «Интеллектуаль юл» йәштәр ойошмаһы етәксеһе Дмитрий Грачев һәм Рәсәй ислам университеты ректоры ярҙамсыһы Мөрсәл Әхмәтов оҙатып йөрөнө.
Һуңынан делегация ағзалары Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, Рәсәй ислам университеты майҙансығында Рәсәй менән Ҡырғыҙстандың дини лидерҙары араһында тәүгә ике яҡлы онлайн-саммит уҙғарыла. Унда Тәлғәт Тажетдин һәм Ҡырғыҙстан мөфтөйө Максатбек ажы Токтомушев ҡатнаша. Яҡтар 2021-2022 йылдар осоронда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Ҡырғыҙстан мосолмандарының Диниә назараты араһында Хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу барышын билдәләргә ниәтләй.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1519638-v-ufe-s-vizitom-nakhoditsya-delegatsiya-iz-respubliki-kyrgyzstan/
Читайте нас: