Башҡортостандан бер егет Шереметьевола самолет бортында теракт ҡылам тип ҡурҡытҡанОсош башланыр алдынан республикабыҙҙан 24 йәшлек егет пилоттар кабинаһына инергә маташҡан. Ул киҫәтеүгә ҡолаҡ һалмаған, теракт ҡылам тип янаған.Уны 9 ноябрҙә Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында тотҡандар. Тәртип һаҡсылары «Мәскәү — Петропавловск-Камчатск» самолетын тикшереп сыҡҡан - хәүефле әйберҙәр табылмаған.Янъялсыға ҡарата «терроризм акты тураһында ялған хәбәр» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.Сығанаҡ: ТАСС