19 йыл элек "Новоуральский потрошитель" ҡушаматлы маньяк Евгений Петров студент ҡыҙҙы үлтерә. Үҫмер енәйәтсенең 11-се ҡорбаны була, маньяк үҙенең 11-се ҡорбанын нисек үлтергәне хаҡында һөйләй.
Студент ҡыҙҙың туғандары, тәфтишселәр енәйәтсене табыуға ышана һәм, ниһайәт, барыһы ла мәғлүм. Был эшкә 19 йылдан һуң нөктә ҡуйыла.
2001 йылдың майында полицияға Дыуан районында йәшәүсе 16 йәшлек ҡыҙҙың юғалы тураһында хәбәр килә. Ҡыҙҙы бер нисә ай эҙләйҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның үле кәүҙәһен шул уҡ йылдың сентябрендә Өлкәнде ауылынан йыраҡ түгел урман сатында осраҡлы берәүҙәр табып ала. Әммә полиция үлтереүсенең эҙенә бер нисек тә төшә алмай. 19 йылдан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары йәнә был эш менән ҡыҙыҡһына һәм уны ахырына тиклем алып барып еткерә.
Маньякты табалар, ҡәбәхәттең һөйләүенсә, 2001 йылдың майында ул Мәсәғүт аша үтеп барған һәм автовокзал янында баҫып торған ҡыҙҙы күрә, алып ҡайтырға тәҡдим итә. Студент ҡыҙ риза була. Артабан енәйәтсе ҡорбанын урман алып инә, бысаҡ менән янап көсләй, ә һуңынан быуып үлтерә. Бысаҡ менән сәнскесләп, йәнһеҙ кәүҙәне буксир тросы менән машинаһына бәйләп урман эсенә алып барып ташлап китә. Үҙе ҡаса. Ҡыҙҙың кәүҙәһен биш айҙан һуң ғына осраҡлы кешеләр тап итә.
Новоуральскийҙа йәшәүсе Евгений Петровға ҡарата енәйәт эше асылған, әле ул Өфө СИЗО-һында.