Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 15:50

Кисереү

- ...Ҡайтмай тороғоҙ инде, Гөлирә Азаматовна, зинһар өсөн...- Йә, нимәһенә юҡҡа борсолаһың, һеңлекәш?Бер ни ҙә булмаҫ, ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ.Ана, көндөҙгө алмаш килде лә инде.Һеҙ килеп тороп күмәкһегеҙ, ялһыҙ эшләйемме ни?- Бөгөн Асия килә лә һуң...- Килһә ни, бынағайыш, уға ни булған?

Мәҙинә ЙәғәфәроваКисереү
- ...Ҡайтмай тороғоҙ инде, Гөлирә Азаматовна, зинһар өсөн...
- Йә, нимәһенә юҡҡа борсолаһың, һеңлекәш?Бер ни ҙә булмаҫ, ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ.Ана, көндөҙгө алмаш килде лә инде.Һеҙ килеп тороп күмәкһегеҙ, ялһыҙ эшләйемме ни?
- Бөгөн Асия килә лә һуң...
- Килһә ни, бынағайыш, уға ни булған?
- Уҫал, тиҙәр килеп тороп, ерле-юҡҡа ҡысҡырынып ала ла йөрөй икән...Бында ятҡан ҡатындар барыһы ла, һеҙҙең менән һәйбәтерәк, ышаныслыраҡ, тиҙәрсе.
- Китсәле,юҡты һөйләмә...Бөтәбеҙ ҙә бер үк инде.Беҙҙең ашаған икмәгебеҙ шул да һуң.Бәпесеңде бик тә бик минең эргәлә тапҡың килгәс, төндә өлгөрөп ҡалырға ине...
Гөлирә Азаматовна йылмайып йәш ҡатынға ҡараны ла боролоп сығып китте.Фәймә уның артынан ыңғайлай бирҙе, ләкин тағы ҡаты итеп тулғаҡ тотоуона сыҙай алмай, бөгөлөп төштө, сытырайып, ике ҡуллап тимер карауаттың башына тотондо.Уф, аллам, ҡайһылай оҙаҡ ауырытты быныһы...Төнө буйы керпек ҡаҡманы, ятып та, тороп та, йөрөп тә арыны инде.Кисә төш мәленән ауырый башлағайны, әле һаман ыҙалатыпмы-ыҙалата...
Илһамының иң ныҡ ҡурҡҡаны алдына килде былай:”Үҙем эштә саҡта ғына ауырып китмәһәң ярар ине”, - тип һөйләнде лә йөрөнө бит.Хатта ваҡыты етмәһә лә:"Әйҙә, район үҙәгендәге дауаханаға алып барып ташлайым үҙеңде, алданыраҡ барып ят.Әгәр ҡара төнһөҙ эштән ҡайта алмаһам, ауырып китһәң, өйҙә яңғыҙың ни ҡылырһың?" - тип ҡайғырҙы.Ә Фәймәнең һис кенә лә ваҡытынан алда киткеһе килмәне:"Ҡуй әле, күҙем упайып, унда нимә ҡарап ятайым.Бында ҡыҙым бар, бәләкәй булһа ла, иптәш үҙемә.Яйлап ҡына еңел-елпе эшемде лә бөтөрөп йөрөйөм.Ауырый башлағас ҡына китһәм дә, моғайын, юлда табып ятмаҫмын, барып өлгөрөрмөн", - тип үҙ һүҙен бирмәне. Кисә иртән дә Фәймә әкренләп ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән булды: ятҡан урын-ерҙәрен йыйыштырҙы, һауыт-һаба йыуҙы, ул арала уянған ҡыҙының сәсен тарап үрҙе, аяғөҫтө генә йөрөп, оҫта ҡуллы ире йүнәтеп биргән таяҡҡа сепрәк ҡыҫтырып, иҙәндәрен йыуып алды.Көн бер аҙ имшей биргәс, беләгенә биҙрәһен элеп һыйырҙарын һауырға сыҡты.
Быйыл саҡ беренсегә быҙаулаған танаҡайы, алаҡандап тороп, һөтлө биҙрәһен түкте лә ебәрҙе.Уныһын эйелеп алайым, тигәнсе, тибеп осормаһынмы!Башын саҡ артҡа ташлап өлгөрҙө Фәймә, әммә ҡырҡа хәрәкәт яһауҙан ултырғысы менән бергә дөбөр-шатыр ҡолап барып төштө.Һыйыр ҡайғыһы китте инде...Тәүҙә:»Әлдә генә бер ни ҙә булманы, бынагүр, саҡ һыйыр аҫтында ҡалманым бит, әй...Шунда баҫып китһә өҫтөңә, бөттө-ө-ө...» - тип ҡыуанғайны ла, иртәрәк шатланған икән: төштән һуң эсе аҫҡа тартып тороп, бил тирәһе ауырта башланы.Фәймәнең ҡото осто – Илһамы эштән һуңға ҡалып ҡуймаһа ярар ине...Күрше-тирәлә, исмаһам, бер кемдә лә машина юҡ, телефон ишараты иһә бар ауылға берәү генә.Уныһының да ошо арала йүне юҡ, тиҙәр.Тәүҙә ятып ҡына торҙо, унан әйләнгән һайын стеналағы сәғәткә ҡарай-ҡарай, тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөй башланы.Үс иткәндәй, сәғәт телдәре бер урында ҡатып ҡалдымы ни, ваҡыты ҡалай яй үтә!Бил тирәһендәге ауыртыу иһә көсәйгәндән-көсәйҙе, инде Фәймәнең тәҙрәнән ирен ҡарау ҡайғыһы китте: эсен ҡосаҡлап,
бөгәрләнеп кенә диванға барып ауҙы.Эргәһенә өс йәшлек ҡыҙы килеп һыйынды:»Әсәй, ныҡ ауылтамы?Ҡустым ныҡ итеп тибәме?Нишләп улайта?Һине ялатмаймы әллә?»- тип һаҡау теле менән бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарын яуҙыра-яуҙыра, бәләкәс кенә йомшаҡ ҡулдары менән әсәһенең эсен һыйпаны.
Көн тамам кискә ауышып, күҙ бәйләнә башлағас, ҡапҡаның «шап» итеп ябылыуына тертләп башын күтәргән Фәймә, эсенән сыҙамай, кире дуға кеүек бөгөлдө.Ҡыҙы, тыуған көнөнә атаһы Мәғнит баҙарынан алып ҡайтҡан үҙе ҙурлыҡ ҡурсағын ҡосаҡлап, мыш та мыш килеп йоҡлап киткән.Өйҙән көндәгесә ҡыҙының тәтелдәгән тауышы ишетелмәгәс, тәҙрәләрҙә ут булмағас,ишектән һағайып ҡына килеп ингән ире, ҡараш ташлау менән, хәлгенәһен шунда уҡ аңланы...»Башландымы?..» - тип кенә һораны ла уҡ кеүек тышҡа атылды.Тәмле йоҡоһонан уятырға йәлләп, бала янына ут күршеһенең өлкән синыфтарҙа уҡыған ике ҡыҙын индереп ултыртты ла, ошо көнгә тип алдан уҡ әҙерләп ҡуйған бензинын бакка ҡоя һалып, иҫке генә «Жигули» машинаһын тырылдатып ебәрҙе.Күрше ауылдағы фелдьшерға ла туҡтап тормай, туп-тура район үҙәгенә елдерҙеләр.
***
...Бүлмәләге олораҡ ҡатындар төрлөһө төрлөсә кәңәш биргән булдылар: ҡайһыныһы тулғаҡ тота башлағас та, лып ятып ауырырға ҡушты, икенселәре:
- Юҡ, яңылышаһығыҙ тулғаҡты аяғөҫтө үткәреүе еңелерәк, ипләп кенә атлап тик йөрөргә кәрәк, - тинеләр.
Эргәһендәге карауатта ятыусы үҙе менән тиңдәшерәк ҡатын:
- Эй-й шуларҙы!..Береһен дә тыңлама! Мин, ана, икенсеһен шул тиклем еңел таптым.Ауырый башлау менән, тулғаҡ ваҡыты етте ниһә, карауат башына ике ҡуллап йәбешәм дә саҡ ҡына көсәнә башлайым...Шәфҡәт туташтары хатта ауырығанымды ла белмәй ҡалды, уәт!Ваҡыты еткәйне, карауатҡа һуҙылып төшөп яттым да таптым да ҡуйҙым баламды, хатта «ыһ» та итмәнем...Тегеләр әрләй, станокка менергә ҡушалар, ҡайҙа унда күтәрелеү?! Бала төшөп килә бит,.. – тип көлә-көлә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Шунан китте һүҙ быуаһы йырылып...Әйтерһең, ҡатындар шуны ғына көтөп ятҡан.Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, шәфҡәт туташтарының холоҡ-фиғеле ниндәй, ире кем, ҡайҙа эшләй, балалары нисәү....- бер нәмә ҡуймай теҙеп алып киттеләр.
...- Что за беспорядок?Баҙар ойошторғанһығыҙ коридорҙа!Марш палаталарығыҙға!Тәҙрә ниңә асыҡ?Передачаны шунан алмаһағыҙ,нимә, приемный покой аша бирә алмайҙармы?Имеҙеүле күкрәктәрегеҙгә һыуыҡ үткәрмәксе булаһығыҙмы?!
Коридорҙың теге осонан уҡ акушерҙың ҡатындарҙы пыр туҙҙырып әрләгәне ишетелде.Фәймә, һүҙгә ҡалмаҫ өсөн, туйтаңлап карауатына барып ята һалды.Тауыш яҡынайғандан-яҡынайҙы.»Моғайын, бүлмәләрҙе ҡарап йөрөй инде», - тип һығымта яһаны ҡатын.Ысынлап та, шулай икән, тиҙҙән уларға ла килеп инде.Йәш тип ни, әллә ни йәш тә түгел икән.»31 йәше менән бара», - тинеләр белгән ҡатындар.Һаман да кейәүгә сыҡмай, үҙ-үҙен генә ҡарап, һыланып-һыйпанып, гел ҡупшы ғына кейенеп йөрөгәс йәш күренә инде...Көйәҙ ҡыҙҙы береһе лә атаһының исеме менән әйтмәй, Асиянан ғына
һалдыралар.Ҡарт ҡыҙҙар рәтенә баҫҡан инде хәҙер.Ҡалай үҙен дорфа тота, үәт әй...Бөгөн ниңәлер кәйефе лә юҡ ахыры.
- Давно укол һалып таптырмай, нимә тип һалып ҡуйғандар быны?Йоҡоларына баш булалмай, күп булмаһа, төнө буйы рәхәтләнеп йоҡлап сҡтылар инде...Ә беҙгә отдуваться за них...Иш һин уларҙы!..Срочно станокка!..Таптырырға әҙерләгеҙ!..
Фәймә эстән генә ҡыуанып китте.Әй, сыҙарлығы ҡалманы инде, һалһалар һалһындар ҙа уколдарын, күпме интегергә була...Моғайын, бер ул ғына шулай тапмайҙыр әле, балаға ни зыяны булһа, врачтар үҙҙәре үк улайтып әйтеп тормаҫ ине.Шул арала коридорға сығып киткән Асияның сарға тауышы ишетелде.Тағы кемде әрләйҙер инде.
- Опять сыҡтығыҙмы?Күпме әйтергә була һеҙгә?Танк кеүек ҡорһаҡтарын киреп алалар ҙа һаулыҡ һорашыу ҙа юҡ, черт та юҡ, бер коридор булып, юл да бирмәй, йәйрәп китеп йөрөйҙәр ищу етмәһә!..Харрасова, һиңә әйтәм, ишетәһеңме шул!?.Лежащий режим һинең!Бына иртәгә үк городҡа оҙаттырам мин һине, нечего делать бында...
Һөйләнә-һөйләнә кире килеп инде Асия.
- Аптырарһың, ей-богу, аптырарһың был ауыл бисәләренә...Ошо Харрасованың ике балаһын да кесарево сечение менән көскә алдыҡ бит әле.Йә инде, ҡара әле, ҡурҡмай тағы өсөнсөгә табырға килгән...Бына һиңә мә!..Бер юлы үлергә йөрөй микән?Ире йүнле кеше булһа, ни әйтер инең...Өҫтөнә кейергә йүнле кейеме лә юҡтыр, килгән була майға ҡатып бөткән рабочий спецовкаһы менән...Көн һайын ике балаһын ике яҡтан етәкләй ҙә...
Асия йәне көйөп , сутырланы ла сутырланы.
- Ошо ауылдыҡыларға иҫем-аҡылым китә...Бесәй кеүек йыл һайын балалайҙар бит әле...Бына һиңә нимәгә кәрәк быныһы?Берәүҙе тапҡас, етмәгәнме?..Үҙеңә ҡара әле, ҡасан һуңғы тапҡыр бөҙрәханала булдың?Исмаһам, ғүмереңдә бер тапҡыр матурлыҡ салонында булғаның бармы?Шул алкаш ирҙәрегеҙ менән һыйыр тиҙәгенән башҡа нимә күргәнегеҙ бар тиһең...Ищу бала өҫтөнә бала табып...Хәйерселәр һанын арттырып...Баланы тапҡас та ҡарарға кәрәк бит әле!..
Фәймәнең мейеһенә кинәт кенә эҫе ҡан һирпелгән кеүек булды, тамағы төбөнә ниндәйҙер әсе бер төйөн килеп тығылды ла өнөн быуҙы...Ул был тиклем күрә алмау, нәфрәт менән әйтелгән һүҙҙәргә ҡапыл-ғара ни тиа яуап бирергә белмәй ҡатып ҡалды.Асия унан яуап та көтмәй ине, һаман ярһып-ярһып үҙенекен һөйләүен белде.
...Йәш ҡатындың күҙ алдына, бәпәй булыуын белгәс, Илһамының ни тиклем ҡыуанғаны, уны күтәреп алып бүлмә буйлап өйөрөлтөп-өйөрөлтөп бейеп китеүе килде.Ә УЗИ үткәндән һуң, тыуасаҡ баланың малай икәнлеге асыҡланғас, иренең шатланыуҙары һуң!..Түбәһе күккә тейҙеме ни!..Кистәрен һуҙылып төшөп ятып, ҡорһағындағы баланың тибешеүҙәрен тыңлауы, икәүләшеп уға исем эҙләүҙәре күҙ алдынан кино кадрҙары һымаҡ теҙелеп үтте.Әле килеп тик-томалға, нахаҡҡа рәнйетелеүҙән, үпкәләүҙән күҙҙәренә йәш тығылды.
- Беҙ...беҙ ирем менән көтөп алдыҡ был баланы...Теләп алынған бала ул...
Үкһеү аша бәйләнешһеҙ, өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәр сыҡты.Фәймә түгелеп илап ебәрҙе...Был Асияның асыуын ғына ҡабартты.Уның күңелендә ошоға тиклем йыйлып килгән бар асыуы,
йөрәген таш кеүек иҙгән яңғыҙлыҡ тойғоһо, үҙ яртыһын таба алмауҙан ризаһыҙлығы, көн дә башҡалар бәхетен ситтән генә күҙәтеп йөрөү, биттәрен тут баҫҡан, күрер күҙгә һөймәлекһеҙ генә ҡатындарҙың да әсә булыу шатлығынан йөҙҙәренән нур һирпеп, эстән яҡтырып китеүҙәре – барыһы-барыһы ла яман шеш булып тулышҡан да тап бөгөн, бына ошо минутта һытылып аҡтымы ни!..Етмәһә, бөгөн иртәнсәктән кәйефһеҙ килеп торҙо ла бөтә нәмә кирегә китте – көн дә эшкә ултырып йөрөгән тәүге автобусынан тороп ҡалды, дауахананың бейек тупһаларынан ҡабаланып күтәрелгәндә яңыраҡ ҡына ҡыйбат хаҡҡа һатып алған итальян итегенең үксәһен ҡыйшайта баҫты.Былай ҙа һуңғы көндәрҙә күңеле болоҡһоп йөрөй ине, тирә-яҡтағы бар нәмә йәнен көйҙөрә, бәләкәй генә етешһеҙлек тә сығырынан сығара.Бөгөн килеп ошоларҙың барыһы ла уны шартлаттымы ни!Асия, ҡыҙарып-бүртенеп, бар асыуын алдында ятҡан, үҙе әйтмешләй, ауыл бисәһенә, төшөрөп, нимәлер ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы...Тик Фәймә генә уның нимә һөйләгәнен ишетерлек хәлдә түгел ине.Бындай күңелен ҡыра һуғырлыҡ ауыр һүҙҙәрҙе белемле ҡатындан түгел, үҙен белә-белгәндән ҡара колхоз эшендә йөрөгән иренән дә ишеткәне булмағас, туҡтай алмай үкһене лә үкһене.
- Көсән!Көсән, тием мин һиңә!..Балаңды үлтергең киләме?..Илап тороп ята ищу етмәһә!..Бында һиңә йәлләргә әсәйең барҙыр шул!..
Асия ҡатындың сикәһенә уңлы-һуллы сәпәкләп ебәрҙе лә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулын һөртөп торған таҫтамалы менән уның эсенә һуҡҡылай башланы.
- Рәшитовна!..Ни ҡыланаһығыҙ!Етәр һеҙгә!..
Иртәнге тикшереүгә бөгөн нишләптер ғәҙәттәгенән алдараҡ килгән Рәсимә Маратовна, коридорға уҡ яңғыраған тауыштарҙы ишетеп, ашығып бала табыу бүлмәһенә килеп инде лә, бындағы хәлдәрҙе күреп, ишек төбөндә хайран ҡалып туҡтап ҡалды.Ике тиҫтә йылдан артыҡ ошонда эшләп, үҙ ғүмерендә ниндәй генә ҡатмарлы операциялар яһамаған, ниндәй генә ауыр килгән балаларҙы ҡабул итмәгән тәжрибәле табип ни бары бер нисә секунд эсендә бүлмәләге ғәҙәттән тыш хәлде һалҡын аҡыл менән самалап өлгөрҙө.Унан, шул ыңғайы өҫтөн алыштыра-алыштыра, аптырашып шаҡ ҡатып торған шәфҡәт туташтарына , тауышына тимер сыңдар сығарып бойороҡ бирҙе:
- Укол! Венаға!
Уның тыныс, ләкин ҡәтғи тауышынан кинәт барыһы ла айнып киткәндәй булдылар.Ҡапыл бөтәһе лә йүгерешә башланы.Шәфҡәт туташы ҡалтыранған ҡулдары менән тыйыла алмай үкһегән Фәймәнең уң ҡулынан венаһын эҙләй башланы.
- Юҡсы, таба алмайым, венаһы бөтөнләй беленмәй...
- Һулаҡайға сыҡ!Бына был яҡтан!..
- Көсән!..Көсән әле, бәпкәм!..Йә-йә, балаңа донъяға килергә ярҙам ит!...
Рәсимә Маратовна, өйрәнгән хәрәкәттәр менән бирсәткәләрен кейә-кейә, Фәймәнең аяҡ остарына барып баҫты.Кисәнән бирле ауырып, нисәнсе көн инде ашамай-эсмәй, төнө буйы йоҡламағас, хәле бөткән ҡатын бар нәмәгә лә битараф ине...Сикһеҙ рәнйетелеүҙән туҡтай алмай иланы ла иланы...
- Бына һиңә бер истеричка!..Ята шунда...
Тағы нимәлер әйтмәксе булып ауыҙын асҡан Асияны табибәнең уҫалланып киткән күҙ ҡарашы шып туҡтатты.
- Рәшитовна, тот таҫтамалды!..Тиҙ бул, хәҙер баланы юғалтабыҙ бит...
Врач йәһәт кенә сөйҙә элеүле торған оҙон таҫтамалды һыпырып алды ла ҡулына урап тотоп, икенсе осон Асияға һондо.Тик шул мәлдә генә уныһының аңына хәлдең бик киҫкен икәнлеге барып етте.Акушер ағарынып китте, бөтә ярһыуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты, уның урынында йөҙөндө:»Мин нишләнем әле?» - тигән ҡурҡыу ҡатыш аптырау ғына ҡалды.Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ ине.Асия ҡалтыранған ҡулдары менән тейен етеҙлегендә үҙенә һонолған таҫтамалды эләктереп алды ла Фәймәнең түшенә һалды.Икәүләп ике яҡтан әсә ҡорһағындағы баланы һығып сығара башланылар.
- Әйҙә, әйҙә, нығыраҡ!..
- Көсән әле, көсән!..Йә, балаҡайым, бәпесеңде уйла әҙерәк...
- Башы күренде, ҡабул итергә әҙерләнегеҙ!..
- Аһ-аһ, бының бит эсәге муйынына уралған...Ике тапҡыр хатта..
- Нисек эстә үлмәгән был бала, ә...
Асия, көсө етмәгәнлектән, түше менән Фәймәнең ҡорһағына ятып тигәндәй, таҫтамал менән эсен һыҡты.Йәш ҡатын, уның битенә тиерлек эйелгән биҙерәткес йөҙөн күрмәҫ өсөн, башын икенсе яҡҡа борҙо, йәшле күҙҙәрен сытырлатып йомдо һәм ҡараңғылыҡҡа сумды...
Ул нисек итеп үҙе тирәләй шәфҡәт туташтарының бер туҡтауһыҙ йүгерешкәнен дә, ике беләгенән дә эҙләп-эҙләп, ҡул суғынан көс-хәл менән табып алған венаһына бер-бер артлы әллә нисәмә төрлө укол ҡаҙағандарын да , аҙаҡтан система ҡуйғандарын да һиҙмәне.Шул тиклем көсөргәнештән аңын юғалтҡайны.Рәсимә Маратовна күм-күк булып һығылған баланы һаҡ ҡына ҡабул итеп алды.
- Малай...Бөтә һаны ла теүәл.Йә, төклө аяғың менән, балаҡай!..Үәт, атаһы ҡыуана икән бының...
Бала тын алмай ине.Тәжрибәле табибә бында ла юғалып ҡалманы: малайҙы һыңар аяғынан тотоп өҫкә күтәрҙе лә шапылдатып янбашына һуғып ебәрҙе.Бала табыу бүлмәһен сағыу бәпәй тауышы яңғыратты.
- Ила, әйҙә, нығыраҡ ила, күҙең ҡара булыр!..
Бүлмәләгеләр еңел тын алып ебәрҙе.Шәфҡәт туташтары өндәшмәй генә үҙ эшен башҡарыуҙы дауам иттеләр.Береһе бәпәйҙең битен-тәнен таҙартты, кендеген эшкәртте, ашыҡмай-сәбәләнмәй генә буйын-ауырлығын үлсәне.Икенсеһе Фәймә менән булашты: эсенә боҙ һалды, өҫтөнә ике ҡатлап одеял япты, йөрәк тибешен тикшерҙе.Бөтәһенә лә ифрат уңайһыҙ ине.
Рәсимә Маратовна, коридорға башын тығып, баянан бирле бер-бер кәрәк булһам, тип ҡыйыуһыҙ ғына ишек төбөндә тапанған иҙән йыуыусы өлкән генә йәштәге апайҙы саҡырып индерҙе.
- Зөлфиә апай, сәйеңде ҡайнатырға ҡуй әле.
- Бая уҡ ҡайнап сыҡты, әҙер.Ултыртайыммы?..Эйе шул, әйҙәгеҙ, күмәкләп эсеп алығыҙ.
- Бына был ҡатынға...Уколдары тәьҫиренән уяныу менән, эҫе генә итеп ҡуян ҡанындай ҡуйы, һөтлө-шәкәрле сәй эсерерһегеҙ.Ә һеҙ, Асия Рәшитовна, барығыҙ бүлмәгеҙгә, бер аҙ ял итеп алығыҙ.Һуңғараҡ һөйләшербеҙ.Тәүҙә тынысланығыҙ...
Һаман да сығып китмәй торған Зөлфиә апай уларға ҡарамай ғына өндәште:
- Теге ҡатындың ире баянан бирле тәҙрә янынан китмәй урала.Ҡатынымды ҡотламайынса ҡайтып китә алмайым, тип үтенә...
- Ярай инде, ял итһен, йоҡлай бирһен ҡатыны.Уянғас ҡына әйтерһегеҙ, - тине табибә.
***
...Эй, был ваҡыт даръяһы!Әҙәм балаһын төрлө ваҡ-төйәге, алдатҡыс мәшәҡәттәре, ығы-зығыһы менән әүрәтеп, һиҙҙермәй аға ла аға.Фәймә лә әле генә бала табыу йортонан сыҡҡан кеүек ине, ҡараһана, малайына өс йәш булып та киткән, имеш.Ҡыҙы ла апаруҡ ҙурайҙы хәҙер, ҡул араһына инеп, әсәһенә арлы-бирле ярҙам итергә эшкинде.Аталары, шаяртҡылап, тағы ла бәпәй алыу, малайына ла, ҡыҙына ла иш кәрәклеге тураһында һүҙ ҡушҡылай башланы, ләкин ҡатыны был турала ишетергә лә теләмәне.Теге ваҡыттағы хәлдәр шул тиклем йөрәгенә уйылып ҡалған, хатта бер-ике йыллап төштәренә инеп , һаташып ыҙаланы.
...Бәпәй тапҡандан һуң, аңына килгәс, ғәрләнеүҙән дә, дауаханалағы ҡатындар, шәфҡәт туташтары алдында оялыуҙан да нисек өҙгөләнеүҙәре күҙ алдына килде.Ярай әле, бүлмәлә бергә ятҡан ҡатындар өсөһө лә олораҡ ине, уның күңелен аяп һүҙ ҡуйыртманылар.Ә бына Рәсимә Маратовна, уңайын килтереп, күҙгә-күҙ ҡарап үҙе менән генә һөйләште: эште тәрәнгә ебәргеһе килмәй ине.Бер аҙнанан ғына отпускаға китергә тора, ә бынауындай сетерекле хәл уға әлегә кәрәкмәй...Әгәр Фәймәнең дә, бәпәйенең дә хәлдәре һәйбәт булһа, уҙа ҡалһа дүрт-биш көндән ҡайтып китәсәктәр, ә бындағыларға эшләргә лә эшләргә...Шуға Фәймәнең дә ыңғайына һыпырҙы, Асияны ла эш бүлмәһенә индереп әсәйҙәрсә орошоп алды.Аҙна һайын уҙа торған кәңәшмәлә иһә, шундай ауыр осраҡта юғалып ҡалмауы, стресс хәлендәге ҡатын менән йәш баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғаны өсөн рәхмәт белдерҙе...
Фәймәнең бәхетенә, ул дауахананан сығып киткәнсе, Асияның сменаһы тура килмәне.Илһамының малайлы булыу бәхетенән түбәһе күккә тейҙе:ҡатыны өсөн өлтөрәп кенә торҙо, нығынғансы ҡулына эш тейҙертмәне, бәпәйҙе эштән ҡайтыу менән ҡулына ала ла йоҡлап киткәнсе төшөрмәй.Йәш бәпәй менән ығы-зығы яйлап-яйлап дауаханалағы күңелһеҙ ваҡиғаларҙы тоноҡландыра төштө.Ауылда тормош ағышы күпкә яйыраҡ, тынысыраҡ шул.
Бер мәл шулай, күршеләрҙә аш мәжлесе барышында, ирҙәр барыһы ла тышҡа берәрҙе көйрәтергә сығып киткәс, ҡатындар араһында әлегә лә баяғы бәпәйләү тураһында һүҙ сығып китте.Иркенләгән ҡатындарҙың теле сиселде – кем ни рәүешле ауырыған, нисек тапҡан – оҙон һүҙгә төшөп киттеләр.Хәбәрҙәренә ҡолаҡ һала-һала йөрөгән Фәймә, Асия Рәшитовнаның исеме сыҡҡас, түрбаштан сығып шым ғына диван ситенә терәлде.
- Наконец-то, ул да кейәүгә сыҡты, - тип кемдеңдер һүҙ ташлауы булды, һүлпәнәйә төшкән гәп баҙары тағы ла ҡыҙып китте.
- Эйе, игеҙәк ҡыҙҙары бар икән, - тип һүҙ дилбегәһен нығытып үҙ ҡулына алды , ҡунаҡ башынан алып барыһын да үҙ ауыҙына ғына ҡаратып ҡуйған Миңлегөл.
- Апайым бергә эшләй бит уның менән.Бөтә дауахананы аяҡҡа баҫтырҙы, ти...Уның һөрәнләүе-ҡысҡырыуы!..Баш врачты өйөнән саҡыртып алғандар аптырағас..Саҡ ҡына сабыр итеү, нейтеү юҡ, әй...Тәгәрәп-үкереп йөрөнө, ти, хатта коридор яңғырап торған...Палаталағы ҡатындар көлөшөп бер булғандар инде.
- Ауырлы ҡатындарҙың күрмәгәнен күрһәтә торғайны, төшкән инде үҙенә рәнйеүҙәре, - тип ҡуйҙы кемдер, ғәмһеҙ генә.
- Эйе, апайым да шулай, ти.Хәҙер үҙе әсәй булғас, белде инде нисек икәнен...”Ошонан имен-аман ҡотолһам, иремде яҡын да юлатмайым”, - тип әйтә, ти...
Ҡатындар геү килеп көлөшөп алдылар.
- Һей-й-й, онотола ул аҙаҡтан...Мең ләззәттең бер ҡыйыны була инде...
- Кит, биғәләш, ирҙәр ишетеп ҡалһын шунан...Күҙеңде лә астырмаҫтар, лаҡап итеп эләктереп алырҙар шунан...
- Ҡара әле, уҡыған врачтар шулай ауырығас, беҙгә ней һан, ибет...
- Эйе шул, бына мин...
Ҡатындар тағы ла яйлап үҙ хәбәрҙәренә күстеләр, ә Фәймә еңел тын алып ҡуйҙы.Нисектер яурынын ошоға тиклем аҫып торған бер йөктө алып ташланылармы ни!Бына бит, Асия ла көтә торғас, үҙ тиңен тапҡан.Йәшәй килә төрлөһөн күреп, аҡыл йыйып, тәжрибә туплаған хәҙерге Фәймә уны шул тиклем аңлай...Тиң-тоштарының парлы-парлы булыуын күреп, башҡалар бәхетенә көнләшеп, үҙ бәхетенә юл быуған бит бахыр ҡыҙыҡай...Ҡарт ҡыҙ рәтендә ҡалыу ҡурҡынысы ла күңелен ҡатырғандыр инде, шуға ауырлы ҡатындарҙы аңламау ғына түгел, күрә алмау дәрәжәһенә еткәндер инде.Эсенән генә:”Мин һине ғәфү итәм.Мин һине кисерәм, Асия”, - тип ҡабат-ҡабат әндәште ул һәм йөрәгенең ҡараңғыраҡ бер мөйөшөндә нисәмә йылдар буйы боҫоп ятҡан ауыр хистең томан ише генә таралыуын тойҙо.Еңеләйеп, яҡтырып киткән кеүек булды хатта, эстән аҡ нур бөркөлдөмө ни!Ундағы был үҙгәреште янындағылар ҙа һиҙҙе.
- Был шымтояҡ та өндәшмәй генә йөрөй-йөрөй ҙә кешегә һиҙҙермәй генә бәпәйләй торған әле.Илһамың заказ бирмәнеме өсөнсөгә?
- Эйе шул, тегеләрең ҙурайҙы бит...
- Ҡара уны, балаларҙың йәш араһы ҙур булһа, үҫтереүе ауыр була.Бер-береһен көтөшмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа...
- Һуҙылып йөрөмә, аҙаҡтан ҡыйын була.Барыбер икәү менән ҡалмайығыҙ...- тип төрткөләй башлаған ҡатындарға ҡарап Фәймә йылмайып ебәрҙе.
- Йә-йә, киттеләр инде...Әйҙәгеҙ, сәй яңыртып эсәйек, ана, ирҙәр ҙә инеп килә, - тип оҫта ғына итеп һүҙҙе икенсегә бороп ебәрҙе...
Читайте нас: