Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 17:17

2020 - Башҡорт теле йылы

Шуҡ ине беҙҙең еңгәләр!

Ағайҙарым күп булғас, еңгәләрем дә күп булды. Уларҙың шуҡлығы, мәрәкәләп, шаяртып көлөүҙәре, төртмәле һүҙҙәре ҡайһы ваҡыт уңайһыҙ хәлгә ҡалдырған саҡтар ҙа булды.
Беҙҙең Ғәлиәхмәр ауылында өс ара бар: Таҙҙар, Бесәйҙәр, Ҡаралар. Таҙҙар араһында – Фәниә, Сәрүәр, Ғәйшә, Мөслихә, Бесәйҙәрҙә –Нәсихә, Ғәдилә, Фәниә, Хәкимә, Ҡараларҙа – Ғәсимә, Ғәдилә еңгәләр булды.
Әсәйемдең ҙур “Волга” һөт айыртҡыс сепараторы бар ине ( ул саҡ һәр кемдә лә булманы), шуға ла еңгәләр беҙгә сиратлап һөт үткәрергә йөрөй инеләр. Иртәнсәк оҙағыраҡ тормай йоҡлап ятһам, шуҡ еңгәләр юрғанымды ҡалҡытып һыу ҡоялар ҙа, бәй, был ҡәйнеш “кәмәнән йығылған даһа!” тип көлөргә тотоналар. Йәғни, йәнәһе лә, төнөн ятҡан урында кесе хәжәтемде ҡылғанмын. Беҙ ҙә тиктормаҫ булдыҡ, әйтәйек, көйәнтәләп һыу алып ҡайтҡан еңгәләрҙең биҙрәләренә балсыҡ һалып ҡасабыҙ. Ни эшләһендәр, һыуға яңынан баралар. Шулай, бер көн Ғәдилә, Фәниә, Ғәсимә еңгәләр ҡайҙандыр ҡунаҡтан өсәүләп ҡайтып киләләр. Беҙ, малайҙар, бура һуға инек. Еңгәләр:” Нәҡип, кил әле!”- тип саҡырҙылар. Мин ни, уныһын-быныһын уйлап тормай, әллә ҡунаҡтан килгән еңгәләр миңә кәнфит бирәләрме, тип эргәләренә йүгерҙем. Юҡ, кәнфит, эләкмәне был тапҡырҙа. Еңгәләр ныҡлап эләктереп тотоп, салбар төбөнә кесерткән йолҡоп һалмаһындармы! “Был биҙрәләребеҙгә балсыҡ һалған өсөн”, - тип аңлатма ла бирҙеләр. “Ҡон ҡайтарыу” михнәте минең өсөн өс көн дауам итте – һыҙланып йөрөнөм.
Икенсе ваҡиға сәсеү ваҡытында булды. Әхмәҙей, Талха ағайымдар ауылдың осонда көнбағыш сәсәләр ине. Мин Әғләм ҡусты менән (бөгөнгө көндә мәрхүм инде) яндарына көнбағыш һорарға барҙыҡ. Ағайҙар: “Хәҙер агроном менән управляющий киләләр, күреп ҡалмаһындар. Бар, Сәрүәр еңгәгеҙҙән һорап алығыҙ”, - тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Өйөнә инеп, еңгәбеҙҙән көнбағыш һорайбыҙ. Ул: “Һалып бирергә һауытым юҡ бит әле! Барығыҙ, атайҙарығыҙҙың шифоньерҙа эленеп торған салбарының кеҫәләрен ҡырҡып килтерегеҙ”, - тип аҡыл өйрәтте. Мин, ағай кеше, атай салбарының ике кеҫәһен, Әғләм ҡусты – бер кеҫәне ҡайсы менән киҫеп алдыҡ та, Сәрүәр еңгәгә кире йүгерҙек. Еңгәбеҙ алдаманы, киҫелгән кеҫәләрҙән пәйҙә булған тоҡсайҙарға көнбағышты тултырып һалып бирҙе. Ҡыуанышып ҡайтып киттек.
...Әсәй атайҙың кеҫәләрен кире текте, ләкин әрләнеүен әрләндек инде, эләктермәһәләр ҙә, ҡайыш менән дә янанылар. Еңгәләрҙең бындай шуҡлыҡтарына атай-әсәйҙәр ғәҙәти хәл, тип ҡаранылар, баламды ҡыйырһытаһың, тип һис тә ирешеп йөрөмәнеләр. Үҙебеҙ уларға ҡарата ҡылған шуҡлыҡтар өсөн дә әллә ни яза алған хәтерҙә юҡ. Ағайҙарыбҙҙың ҡатындары төрттөргәндә, мәрәкәләгәндә лә беҙҙе яратыуҙарын һиҙә инек бит. Үҙең оло йәшкә еткәс уйлап ҡараһаң, үҙҙәре лә бик йәш, әлеге сама менән бала ғына булғандар бит. Хәҙер, үткән заманаларҙа бар “еңешеүҙәребеҙ” йылы хәтирә булып ҡына күңелдә ҡалған.
Үрҙә иҫкә алған ҡәҙерле еңгәләремдең дүртәүһе, шөкөр, әле лә иҫәндәр. Ғәйшә, Нәсихә, Фәниә, Хәкимә еңгәләрем матур итеп донъя көтәләр. Күҙ генә теймәһен, әле лә тормош дәрттәре һүрелмәгән, һаман да алсаҡ һәм йор һүҙлеләр. Һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем һеҙгә, ҡәҙерле еңгәләрем!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы.
Читайте нас: