Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 18:20

Пневмония менән сирләүселәр күбәйгән

Башҡортостанда ике көн рәттән 300-ҙән ашыу дауахананан тыш пневмония менән ауырыу осрағы теркәлә

Башҡортостанда ике көн рәттән 300-ҙән ашыу дауахананан тыш пневмония менән ауырыу осрағы теркәлә. Кисә, 11 ноябрҙә, республика үҙенең тәүлек рекордын уҙып китте – 337 сирле. Кесаҙна был һан аҙыраҡ кәмене – 315.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошондай диагноз менән сығарылған пациенттарҙың дөйөм һаны яңыларҙан күберәк – бер тәүлектә 321.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы пандемия башланғандан һуң республикала 12 меңләгән кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланыуы тураһында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/1520776-v-bashkirii-vtorye-sutki-podryad-kolichestvo-novykh-sluchaev-pnevmonii-prevyshaet-300-/
Читайте нас: