Яйыҡ
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 15:20

Миңә тейеш яҙмыш.

Мин — Лия.Үҙ - үҙемде белә белгәндән ошо исем менән өндәшәләр миңә. Әсәйем — Лариса, ул ауылдағы берҙән бер магазинда һатыусы булып эшләне. Атай тигән кешем булманы, уның кем булыуын белмәнем дә. Уның ҡарауы беҙҙең өйҙә йыш ҡунаҡ булған апаларҙы йөҙгә үк танып торҙом. Мин бәләкәйерәк саҡта өләсәйем, олатайым бар ине, миңә нисә йәш тирәһе булды икән, асыҡ иҫләйем былай, улар икеһе лә бер - бер артлы мәрхүм булдылар.

Миңә тейеш яҙмыш.(монолог)Мин — Лия.Үҙ - үҙемде белә белгәндән ошо исем менән өндәшәләр миңә. Әсәйем — Лариса, ул ауылдағы берҙән бер магазинда һатыусы булып эшләне. Атай тигән кешем булманы, уның кем булыуын белмәнем дә. Уның ҡарауы беҙҙең өйҙә йыш ҡунаҡ булған апаларҙы йөҙгә үк танып торҙом. Мин бәләкәйерәк саҡта өләсәйем, олатайым бар ине, миңә нисә йәш тирәһе булды икән, асыҡ иҫләйем былай, улар икеһе лә бер - бер артлы мәрхүм булдылар.Бала саҡтан әсәйем мине бер "ҡалыпҡа" һалып үҫтерҙе. Бер эште лә үҙ белдегем менән эшләй алманым, барыһы ла әсәй теләгәнсә, әсәй ҡушҡанса ғына. Мәктәпкә сәс үреү ҙә әсәйсә, бер бөртөк сәсем дә бушап төшә алмаҫлыҡ, ныҡ тарттырыуҙан күҙҙәрем ҡылыйланып тормалы. Башҡа ҡыҙҙар кеүек ҡыҫтырғыс ҡына ҡуйып, ҡойроҡ(косичка) һалбыратҡым килә лә, ярамай ине ҡәтғи.Нимә кейергә, нимә ашауға ла минең теләк иҫәпкә инмәне.Ун класты бөтөүемә әсәйем бухгалтерҙар курсына уҡырға ебәрҙе. Ныҡ уҡытыусы һөнәрен алғым килһә лә, әсәйҙең һүҙенә ҡаршы килә алмаясағымды белеп тыңлаштым.Уҡып сыҡтым. Күрше ауыл магазинына һатыусы итеп алып барып та ҡуйҙы әсәм.Иҫәп - хисап эшен яҡшы белһәм дә, гел әсәй күрһәтмәһендә эшләп өйрәнгәс, юғалып ҡалдым. Яйлап өйрәндем эшкә.Тик йыллыҡ ревизия килгәс, арыуыҡ ҡына "елкәгә" сыҡҡанын белеп шаңҡыным. Әсәйем был эштә "йышылып" бөткән, шул төндә үк комиссия әһелен өйгә саҡырып бурысты "юйыуға" иреште.Аҙна тирәһе исем өсөн мин эшләгән магазин ишегендә "ревизия" тигән яҙыу эленеп торҙо ла, икенсе һатыусы ҡуйып магазинға, мине әсәйем кемгәлер кейәүгә биреү сараһына әҙерләнә башланы. Тәүге тапҡыр ҡаршылашып иланым. Елкә сәсемдән йомарлап карауатҡа һиңкетә ултыртты әсәйем "һин мине тыңларға тейешһең!"Бығаса бер ҙә күрмәгән кешегә кейәүгә сыҡтым. Етеш тормошло ине мин төшкән ғаилә. Өй әҙер, ихата ҡаралтыһы ла электән йәшәлгәндәй теүәл. Егет кеше минән арыуыҡ ҡына оло, иркәләнеп мейес өҫтөндә йылыла аунап үҫкән ата бесәй кеүек ине ул. Төшкә хәтлем йоҡлай, теләһә ашай, теләмәһә юҡ. Мине лә ул ғәҙәти өй эшсеһе кеүек күрҙе. Һалҡын ғына аралашыу ятты арала, һөйләшмәгән көндәр ҙә күбәйҙе тора бара.Тәүге осор ҡаҡманы ла, һуҡманы ла. Һуңғараҡ екеренеү, ҡул аҫтына ни эләкһә шуны елсәүҙәр күренде.Ҡайны кешем райпо магазиндары ревизия комиссия башлығы икәнен аңлап алдым арыуыҡтан.Ҡәйнәм алсаҡ, ябай ҡатын. Иң тәү күргәндә үк :"Эй балаҡай! Күрәсәккенәлер күҙ йәшеләй әселер инде "- тиеүенең асылына төшөнә барҙым.Ауыл ере булғас, мал да бар ине. Ирем әсәйемдәй күрһәтмә бирергә яратты. Мин эшләйем, ул тикшерә.Килен булып төшкәндең алтынсы айында ауырға ҡалдым. Ирем ишетергә лә теләмәне бала хаҡында. Ҡәйнәмә барып йығылдым."Өндәшмә, шым бул. Уларҙы ҡарышып телләшеп еңеп булмай. Бәпәй тип һүҙ күтәрмә, ул һиндә үҫә. Өйрәнер."-тине.Барыһын да ташлап, ҡайтып китергә лә уйланым. Әсәйем иремдән былай уҫал йөҙ күрһәтте "һин йәшәргә тейешһең! Башта кем дә лә шулай була ! Түҙ!"- тине.Түҙҙем. Тешемде ҡыҫып тешләнеп түҙҙем.Кәпәйгән ҡорһағыма ҡарап уҫал йөҙ менән йөрөнө ирем, әйтерһең дә ҡорһағымдағы йән башҡа берәүҙеке. Аралашыу былай ҙа әҙ ине, беҙҙең аралағы "еп" хәҙер бөтөнләй өҙөлдө . Хәйер, беҙ бер бөтөн булып берләштекме икән һуң?Бер ҡыйыҡта ике донъя булып, "тейеш" өсөн генә йәшәп маташтыҡ. Дөрөҫө - мин маташтым. Бәлки бер кескәй йән беҙҙе бәйләр, тип өмөт иттем, көттөм...Һыуыҡ декабрь төнөндә бәпәйгә ауырып киттем. Тиҙ ярҙам машинаһын да ҡәйнәм саҡыртты. Ир тигәнем ауыҙ салшайтып үсекләгәндәй сығып китте.Оҙаҡ ауырыным, тыуым юлы асылмай яфаланы. Ниһайәт икенсе тәүлектә улым тыуҙы.Иң беренсе ҡәйнәм килде больницаға ҡайнар аш тотоп. Әсәйемдән былайыраҡ булған ҡәйнәм изгелегенә иҫем китеп, имен бушаныуыма ҡыуанып илап та алдым.Больницанан сығарыр көндө стационар телефон аша өйгә шылтыраттым. Шундуҡ ирем алды. Һәм..."Үлмәнеңме әле...?"-тип һалды.Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, ебеп төштөм.Нишләргә? Һиңә үлем теләгән кеше менән артабан йәшәргә тырышыуҙан ни мәғәнә?Тағы ла әсәйемә инәлдем, "ҡайтайым инде, әсәй? Яратмай бит ул мине…"Яуап ҡәтғи тағын : "бөтә кешеләр ҙә яратышып йәшәмәй! Өйрәнәгеҙ ул! Тейешһегеҙ йәшәргә!"Баш баҫып баламды ҡараным. Бар һөйөүемде биреп улымды тәрбиәләргә тырыштым.Балама бер йәш тулып килгәндә ҡайным фажиғәле үлеп ҡалды. Иремә иркә тормош бөттө, рәсми эшкә сыҡты. Иртән эшкә сыҡҡанда, кисен эштән ҡайтҡанда ыржайып юлында осраған һәр нәмәне тибеп тиерлек енләнеп сыға ине. Малайымды шул саҡта ҡыҫып ҡосаҡлап юлынан һаҡландым.Исмаһам бер генә булһа ла һөйөп ошо сабыйыбыҙ күҙенә ҡараманы ирем, иркәләтеп алдына алманы. Иҙәндә имгәкләп йөрөп, балағына килеп һарылһа улым, бесәй балаһын эткәндәй ситкә этәрҙе уны.Беҙҙең тормошто ҡәйнәм генә аңланы шикелле. Ҡайным үлгәс ул да мөсһөҙләнде."Килен, мин тере саҡта ҡайтмай тор инде "- тип һалды бер ингәнендә.Үлемен һиҙгәндер ахры, йүгереп барышлай ауған эш атылай, бер иртәлә уянманы ла ҡуйҙы ул да.Ауыр кисерҙем ҡәйнәм үлемен. Мине аңлаған берҙән бер кеше ине бит ул...Күрәсәгем ысынлап та күҙ йәшеләй әсе булған икән шул.Ниндәйҙер бер йыйылыштан һуң ирем ныҡ туҙынып ҡайтты. Түрбашта аш йүнәтә инем. Аңғармай ҙа ҡалдым, кәстрүлдәге ҡайнар һурпаны аяғыма этә төрттө. Ойоҡ эсендәге әсеп янған аяғымды аңғармаҫтан һыпырып тотоп оторо тиремде ышырып алғанмын. Оҙаҡ һыҙландым. Оҙаҡ яфаландым.Ярай әле малайыма теймәне эҫе һурпа тип ҡыуанып ҡуйҙым.Ошо сит ерҙә йәшәүем дәүерендә әсәйем исмаһам бер килеп минең тормошом менән ҡыҙыҡһынманы. Донъяһын ҡустыларына яҙҙырып, бер иргә инеп киткән икән.Ул да мине яратмағандыр ул тип уйландым сараһыҙҙан.Донъя көтөү өсөн бар мөмкинлек бар, ризыҡ мул. Тик шул икәү ара булған мөнәсәбәттең яҡшы булмауы ғына яфа. Ысынлап та өйрәнер, эҫенер инем...боҙ һалҡынлығы бөрктө иремдән. Ҡырағай ине ул. Туғандарын яратманы хатта...Бар әртислегемде егеп юхаланып та ҡараным, өндәшмәй ҙә йөрөнөм, үҙгәрмәне ул...Һәр ваҡыт кәйефһеҙ, көйгәк, ҡәнәғәтһеҙ йөҙ...Йылмайҙымы ул бер генә булһа ла? Мин күрмәнем.Малайыбыҙҙың ҡыҙыҡтарын да күрмәмеш булды, бытый телен дә ишетмәмеш ҡыланды.Бер төн оҙаҡ уйланғандан һуң әсәйемә хат яҙҙым. Ҡайтырға рөхсәт бирмәһәң, улымды ла үҙемде лә юҡ итәм, тип.Йәнем көйгәндән генә инде. Аллам һаҡтаһын, мөғжизә генә бәпәйемде нисек үҙ ҡулдарым менән...уф, әйтеүе лә ҡыйын!Минең хатҡа яуап килмәне. Теләһәң суҡын, тине кеүек әсәйем.Күрше-күлән менән ҡатышмай, туғандар менән ҡунаҡҡа йөрөшмәй генә үҙ донъябыҙҙа этешә - төртөшә биш йыл да йәшәп ташланыҡ.Ара тирә эсеүгә һалынды ирем. Иҫерек сағында айырыуса холоҡһоҙлана ине. Йәйҙәрен ҡасып мунсала, һарайҙа йоҡланым хатта. Малайымды һәләк итеп ҡуймаһын тип ҡурҡтым. Төнөн айыҡ көйө лә муйынды килеп һығыр кеүек тойоп, күҙемә йоҡо эленмәгәй яфалай ине.Яҙмыштан ҡасып ҡотолоп булмайҙыр. Яңы йыл алдынан ныҡ эсеп туҡтай алмай ҡыуалатты ирем. Ҡайтмай ҡайҙалыр ҡунған саҡтары ла йышайҙы.Утыҙ беренсе декабрь. Күп итеп кер йыуып, төпкө бүлмәлә шуларҙы таҫлап һалып торһам, ирем саҡ аяғында баҫып килеп инде. Эсергә таптыра. Һаҡлап тотҡан шешәмде сығарҙым.Бураланмаһын тип байрам табынына тип яһаған турамаларымды алдына ҡуйҙым, бәлким...эх өмөт тигәнең! Үлмәй ине шул ышаныс...Ултырған еренән иҫереп йоҡланы.Ҡараңғы төшөп, мин малдарҙы бикләп инеүгә уянып, мине әллә танымай, әллә танып та шулай ҡыланды, ҡулына ни килә шуның менән һелтәнә башланы. Имәнес тауышынан улым ҡурҡып ҡалтыранып иланы. Арҡама үтек килеп тейҙе, аяҡ аҫтымда тәрилкәләр ватылды. Улымдың башын ҡосаҡлап тора биргәс, тыммаҫтай күреп был "яу"ҙы, урамға ҡастым улымды күтәреп. Ынтылып ҡына ишек янында торған малайымдың бәлтәһен алдым да ул, үҙем мал ҡараған фуфайкала һәм иҫке дебет шәлдә инем. Кире инеү үлемгә ҡаршы барыу менән бер. Оҙон халат аяҡҡа уралып атларға ирек бирмәй йәнде үртәй.Илаған улым : "инмәйек, инмәйек, әм итә, әм итә..."-ти ине йәш тулы күҙ менән.Буйтым ҡараңғы төн ятып килә ауыл өҫтөнә. Алты йылдан ашыу ошо ауылда йәшәһәм дә морон төртөр кешем юҡ. Бөтә өйҙәрҙә лә йым - йым гирлянда яна, кешеләр байрам хәстәре менән мәж килә. Тик мин генә һәм минең бер ғәйепһеҙ улым ғына урам уртаһында. Һыуыҡ. Ҡайҙа барып төн уҙғарырға?
Арттан ҡыуа төшөр ҙә, бала алдында ҡарға аунатып туҡмар һымаҡ тойоп, һәр аҙым һайын артыма боролоп ҡарап барам. Бер бәләкәс кенә өйҙә әбей яңғыҙы йәшәгәнен белә инем, ҡапҡаһына барып ҡараныҡ. Бикле. Өйөндә шәм күренмәй. Ҡапҡа алды да аяҡ эҙҙәрһеҙ, тимәк өйҙә юҡ. Эх, хәйерсегә ел ҡасан ыңғай булғаны бар инде һуң?!Һыңҡылдап илауҙан тамағы саҡырған улымды ауырытып ҡуйыуҙан ҡурҡтым. Башымдағы шәлемде бәлтәһе тышынан урап, үҙем яулыҡта ғына ҡалдым. Фуфайка яғаһы елкәне генә ҡаплай, баш түбәһенә һыуыҡ барыбер.Беҙҙең ауыл бәләкәй урамдарҙан тора. Бер урам менән икенсе урам араһы арыуыҡ ҡына. Өҙәрем юл шөрләтә.Ҡурҡыуымды ҡабартып, беҙҙең тәңгәлдә бер машина туҡтаны. Байрам мәлендә эскән әҙәм күп, былар ҙа шулар иҫәбендә ине. Ҡарлыҡҡан тауыш машинаға саҡырҙы. Йүгерергә тотондом, улым да илай илай ҡулыма йәбешеп саҡ ҡоламай йүгереп маташа. Әсе һүгенеү, хахылдашып көлөү менән тулы бер машина ирҙәр ҡуҙғалып китеүен күргәс кенә, әсетеп ҡурылған тыныуҙы һыҙлатып саҡ тын алып, яй аҙымға күстек.Барабыҙ ҙа ул, тик ҡайҙа?Кеҫәлә һуҡыр тин дә юҡ, етмәһә. "Әсәй, ҡатмайыҡ, титеп тип байайыҡ ошай"- алыҫтағы урам уттарынан күҙ алмаған балам һүҙҙәре тамағыма төйөр булып ятты.Больницаға йөрөгән саҡта киске автобус һигеҙ менән туғыҙ араһында булғанын иҫемә төшөрҙөм. Һыйыр һауып ингәнемдә яҡынса алты булһа сәғәт, моғайын да һигеҙгә киткәндер инде ваҡыт тип сырамыттым. Туҡталҡаға барып етеүгә, минең ише байрам кисендә юлға сыҡҡан бер ир тороуын да күреп эскә йылы төшкәндәй булды. Тик нисек һуң аҡсаһыҙ? Ҡайҙа барам тиергә?Өҫтөм күргеһеҙ һарай еҫтәре аңҡытып торам бит әле ишеү.Бала етәкләп килеүемде күргәс тә, туҡталҡала торған ир күптән күргән танышылай улыма ҡул биреп һаулашты. Әле генә быуҙығып килгән балам да, ни ғәләмәт, һин дә мин бытылдап хәбәрҙәрен теҙҙе.Ысынлап та автобус килде.Ниһәйәт ошо ауылдан ҡайҙалыр китә алыуыма хатта бер аҙ ышанмайыраҡ, ҡыуанып ҡуйҙым. Төшөрөп ҡалдырмаҫ әле шофер, аңлар хәлемде, тип ышандым.Малайым теге бер аҙ һалмышыраҡ булған иргә эйәреп(хатта етәкләшеп алдылар!) автобусҡа инеп китте. Бар халыҡ алдында хәлемде аңлатыуҙан тартынып, шофер ултырған яҡтан тәҙрә яғына атланым.Әллә һүҙһеҙ аңланымы теге ир минең аҡсаһыҙлыҡты, әллә юл буйына аҡса юҡ бит әле тип һөйләнеп барыуымды балам әйтеп һалдымы : "ултырығыҙ! Ҡайҙа киттегеҙ? Мин түләнем бит билетҡа!"-тигән тауыш ишеттем."Түләнем? Ә ҡайҙа барам һуң мин?"-ирекһеҙҙән иҫаҡай ғошап үҙ үҙемә һорау биреп ҡуйҙым.Тулы булмаһа ла, автобус салонында кеше бар. Байрам тимәй, юлға сығыусы бер Лия ғына түгел икән дә.Бер ауыл үттек, ике ауыл. Бына һеҙҙең туҡталыш, бар төшөгөҙ, тип әйтер һымаҡ ине теге таныш түгел ир.Бытылдап нимәләр хаҡында һүҙ һаттылар икән шул саҡ малайым менән ул ир?Өсөнсө ауылға килеп еткәс, етәгенә улымды алған ир, миңә боролоп, сығырға ымланы.Эх мин мәшәү! Ғүмер буйы етәккә йөрөгән быҙау ғына булдым инде әйтәгүр!-эстән көсһөҙлөгөм өсөн үртәлдем.Һыуыҡҡа сыҡҡас ир тағы ла иҫергәндәй бәүелеп атлай башланы. Барып барып ҡолар ҙа, Лия тоғро эт һымаҡ көтөп ҡатып торормо уның аяғүрә торғанын?Ярай әле, бәүелһә лә, ҡолар сиккә үк етмәне. Күп тә бармай бер бәләкәс кенә өйгә боролдоҡ. Юл буйына тик малайым менән генә һөйләшеп, мине эйәртеп кенә килделәр.Хатта ышанырлыҡ та түгел был хәлгә!Ете ятып бер төшөмә инмәне, баламды эйәртеп ҡыш һыуығында баҫтырылып урамда ҡалаһым һәм ят иргә эйәреп барып, сит ауылда ҡунаһыларым!Яҙмыш йөрөтә икән шул.Беҙҙе бер әбей ҡаршы алды. Һыңғар ҡулын - аяғын саҡ һөрәп атлаған әбей, өҫ - башыма ҡарап, сәйер ҡараш ташлаһа ла, һис тартынмай илай - илай ишек төбөндә хәлемде һөйләгәс, өй түренә әйҙәне. Был мәлдә ир кеше(әбейҙең улы икән ул) өйгә инмәй тышта ҡайҙалыр йөрөп ҡалды.Йылы өй, йылы сәйҙән тыныслана бирҙем. Шулай ҙа, бына - бына тәҙрә аша булһа ла, ирем килеп инер ҙә, һин минең менән йәшәргә тейеш, тип бол күтәрер ине һымаҡ.Уяулы - йоҡоло үтте ул төн.Байрам икәне лә иҫкә төшмәне.Әбейҙә лә байрам ҡайғыһы юҡ ине ахры.Икенсе көн тыуҙы. Мине эҙләп килеүсе юҡ. Шулай ҙа тыныслыҡ самалы. Йәшенеп сит кешеләргә йөк булып нисек ятмаҡ? Етмәһә улы бар. Уныһы ярай шым, йомоҡ бер әҙәм. Шулай ҙа әллә нисек. Улым менән мәж килеп уйнайҙар ҙа, быш -быш ниҙер һөйләшеп көлөшәләр.Әбейҙе фалиж һуҡҡан икән. Ыҙалыҡ менән икмәк баҫыуын, әсенеп кер йыуыу ауырлығын һөйләне . Улы һирәкләп эскегә бирелә икән.Килене лә булған, өйҙәре лә ҙур булған бығаса.Айырылып уныһы, өс балаға тейеш өй тип, һүттереп тейәп ҡайтып китеп, әбей менән улы ошо аласыҡҡа ҡалған икән көндәре.Һырҙар менән тулы битен һыпырып йәшен һөрткән әбей ысынлап та йәл ине миңә.Кит тимәйҙәр, ҡал тигән дә юҡ.Өсөнсө көнгә әбей ҡиммәтле кәьәштәре менән бүлеште.Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, иремә ҡарата ғариза яҙҙым. Арҡа буйымдағы күк төҫө китмәгән үтек эҙҙәрен дә дәлил итеп яҙҙырҙым. Миңә донъя ла, мал да түгел, ирек кенә кәрәк ине.Документтарымды теүәл алһам, шул еткән тип уйланым.Айрылышыуға биргән ғаризам да, әбей ҡотортоуында ине. Мин үҙем генә булһам, билләһи, ҡыйыулығым етмәҫ ине.Йорт - ҡура эштәрен үҙ өҫтөмә алып, тамаҡ- йәшәү хаҡына өйҙәш булып индем әбейгә.Улы был мәлдә эшкә тип сығып киткәйне.Бер һүҙҙән кейәү -ҡәйнәле булып(ирем һәм әсәйем) миңә ҡаршы яу асып маташты. Әсәйем ҡайтһаң да индермәйем тиһә, ирем ғаризаңды ал, аниһә малайҙы тартып алам, әсәлектән мәхрүм итәм, тип өркөттө.Еңеү минең яҡта булды. Әсәйемә ҡайтманым. Иремә лә барманым. Ике айҙан законлы айырылыу хаҡында белешмә алғас, иркен һулап ҡуйҙым.Һуланым да ул...Тик кеше тупһаһында нисек артабан?Аҡыллы кәңәштәре менән күңелемә ятҡан зәғиф әбей, ҡәйнәмдәй яҡын да булып китте. Бер урындыҡта , бер түшәктә ҡаты ҡыш бауырын ауҙарышҡан ҡотҡарыусымды ташлап та киткем килмәне.Март тирәһендә улы ҡайтырға тейеш ине эшенән.Ҡайҙа булһа ла торорлрҡ мөйөш эҙләп юлға йыйынырға кәрәклеген белгерттем. Буйтым өйрәнгәйне әбей үҙемә.Моңһоу ҡабул итте минең хәбәрҙе. Ебәргеһе килмәүелер тип һиҙендем. Малайым да өләсәй тип алдынан төшмәй инеп бара ине шул күҙенә.Иртән юлға сығабыҙ тип кистән әҙерләнеп ятһаҡ та, әллә юрый, әллә ысынлап, әбейебеҙ ләз төшөп ауырыны ла китте.Ярҙамдан айырып ташлап нисек китмәк кәрәк?Һыйыры ла елен еткереп тора ине.Улым ҡайтыуын көт инде балам, тип инәлде.Көттөм.Ниһайәт март! Әбей ҙә күрер күҙгә йүнәлгәндәй булды.Улы ҡайтты. Бәләкәс өйҙә өйҙәш булып тығылып тороу уңайһыҙ ине миңә.Етмәһә малайым да шаян булып китте.Инде сығабыҙ тип ҡалҡынғанда, әбейем тағы арҡыры төштө юлға."Ҡыҙым, өйрәнеп бөттөм бит үҙеңә, улыма кәләшлеккә әйттерәйек тә ҡуяйыҡ! Риза бул инде. Малайың атайлы булыр" -тип һалды.Шым, һүҙһеҙ улы мыйыҡ аҫтынан йылмайып тәҡдимгә ризалығын белгертеп ҡуйҙы.Аптырандым тағын...Теге ир һымаҡ тора бара үҙемде ҡаҡһа - һуҡһа, баламды ситкә типһә?Ныҡ ҡурҡтым. Шулай ҙа барыр ерем булмағанға, ризалаштым әйттереүгә.Танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе лә ҡуйҙы күҙем алдында малайым. Көндәр буйы мал араһында атай ҙа атай тип(әйтерһең дә үҙ атаһы!) сутылдығы сығып һөйләшеп эш атҡарыуҙарын күреп ышанысым артты.Тыштан бошмаҫ шым кеше һымаҡ күренһә лә, алсаҡ, шаян кеше булып сыҡты был ирем. Эскене лә онотто. Малһаҡ үҙе, ни тотһа шуны урын еренә еткереп эшләй белә.Ҡыуаныстан төндәрен генә күрһәтмәй илаулап алдым хатта.Төшөмә бер көн мәрхүмә тәүге ҡәйнәм инде, эй йылмайып ҡараны миңә, ул да ҡәнәғәт ахры, тип уянып уйланып яттым.Йәйгә өй бураһы белештек. Көҙгә күтәртеп башын яптырып та ҡуйҙыҡ. Арыманым да, талманым да, күбәләктәй осоп талпынып йәшәүемә ышаналмай бер булдым.Ҡыш һыуығында мине балам менән урамда ҡалдырған иремде тағын бер осратырға яҙған булып сыҡты.Больницаға барып тикшерелеп йөрөгәндә, бер ишек ҡаршыһында таныш йөҙҙө күреп шып туҡтаным. Эске тауыш "туҡта!"-ти ине һымаҡ.Көйҙөрә ҡараған ҡараш оторо асыулы, ас бүре күҙҙәреләй ҡарай ине."Лия, туҡтама, юлыңда бул! Һин хәҙер уға бер ни ҙә тейеш түгел!"-тине тағы ла икенсе бер эске ауаз.Шулай үтеп киттем. Артыма боролғом килһә лә, боролманым. Түбәнселек һымаҡ күрҙем артҡа ҡарашты.Тормош "сюрприздарын" ебәреп кенә торҙо артабан да. Малайыма иш итеп берәй бәпәй алырға уйлап йөрөгән сағыбыҙҙа, иренең балаларынан ҡыуылып әсәйем килеп төштө.Талабы ҡәтғи һаман "һин мине көтөргә тейешһең!"Бер аяғым саҡ ҡатыға баҫып, ҡалҡынып ҡына килгәндә, йөк кеүек күрһәм дә үҙ әсәмде, ирем күпһенмәне, ҡалһын урын табылыр, тип аптыратты.Ҡаужыған әсәйем бәпәйем тыуырға аҙна ҡалғанда йән бирҙе. Оҙаҡ яфаланды түшәктә. Ике ай тирәһе ҡалҡына ла алмай, тамағына аш үтмәй һаташып бер булды."Сәсемде ебәр! Бушат үрмесемде! Ай ауырта бит һуң!"- тип төн уртаһында аяғүрә баҫтыра ине беҙҙе.Ҡәйнәм Ясин сығарҙы, мәйетен тәрбиәләште. Ошо ауыл зыярытаны ҡуйҙыҡ үҙен.Төймәләй танаулы, күк күҙле ай йөҙлө ҡыҙым тыуҙы минең! Бығаса бер ҡасан күрмәгән иғтибар, ҡәҙерҙе күреп бәхеттең етенсе ҡатында йөҙҙөм бәпәй ҡосаҡлап больницанан сыҡҡанда. Аллаға шөкөр, урау юлдар аша булһа ла, үҙ бәхетемде таптым.Мин хәҙер бәхетле әсәй, ҡатын, килен.Затлы, мул табынлы йортҡа ғына бәхет ҡошо ҡуналыр ул тип яҙа уйлағанмын икән, ҡыйығы менән ергә һеңешкән аҡ балсыҡҡа һылаулы ике тәҙрәле өйгә лә ҡуна икән ул бәхет."Лия, һин тейеш!"-тип бер кем талап итмәй бер ни. Шулай ҙа, ҡурҡыныс төш кеүек хәтеремдә ҡалды һәр бер көнө, хатта һәр сәғәте үткән ғүмеремдең.Был — минең маңлайға яҙылған яҙмыш һыҙымы. Һәр кемдә ул төрлөсә.Өҫтәлдәр ризыҡтан һығылып, йылыға иҙырап байрам иткән саҡтарҙа, урам ҡыҙырып балам менән өшөй- өшөй йылыға, яҡлауға тилмергән сағымды уйлайым. Шөкөр итәм шуға һәр тыныс көнөмә, һау сәләмәт балаларыма.Һөйләмәҫ тә инем бәлким...Кемгәлер фәһем, кемгәлер ғибрәт өсөн тәфсир иттем үҙ яҙмышымды бәйнә - бәйнә.Башҡалар ҙа яңылышмаҫ өсөн, тейешмендер бит?!С/м ЛИЯ.
Минзаля Сиргалина
Читайте нас: