Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 16:15

Әсәйҙәргә өндәшмәгеҙ ауыр һүҙҙәр

...Беҙ әсәй менән был фатирҙа унынсы йыл йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡытта миңә 15 йәш һәм мин мәктәптә туғыҙынсы сыйныфта уҡыйым. Атайым иҫән саҡта беҙ ауылдан ҡалаға күсеп ошо фатирҙы һатып алған булғанбыҙ икән. Ә биш йыл элек атай беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы. Шуға күрә әсәйем бер уҙе дөнъя көтә.

Әсәйҙәргә өндәшмәгеҙ ауыр һүҙҙәрҙе,Курмәҫһегеҙ үҙегеҙ ҙә еүеш күҙҙәрҙе,Әсәйҙәргә килтермәгеҙ бойыҡ йөҙҙәрҙе,Өндәшмәгеҙ, зинһар өсөн, ауыр һүҙҙәрҙе.“Техничка балаһы”...Беҙ әсәй менән был фатирҙа унынсы йыл йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡытта миңә 15 йәш һәм мин мәктәптә туғыҙынсы сыйныфта уҡыйым. Атайым иҫән саҡта беҙ ауылдан ҡалаға күсеп ошо фатирҙы һатып алған булғанбыҙ икән. Ә биш йыл элек атай беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы. Шуға күрә әсәйем бер уҙе дөнъя көтә. Ошо биш йыл эсендә ул күҙ алдында уҙгәреп бөттө:ҡартайҙы, ябыҡты, бите йыйырсыҡтар менән ҡапланды, бик йыш ауырый башланы. Хәстәханалағы иҙән йыуыусының хеҙмәт хаҡы бала уҡытырға етмәй, шуға күрә ул эше беткәс икенсе эшкә, икмәк бешереу цехына йөри. Әсәй шул тиклем тырышһала, мин уның иҙән йыуыусы булып эшләүенән ныҡ ояла инем. Һәм уның мәктәпкә килеүенә мин һәр ваҡыт ҡаршы килдем, сөнки минең класташтарым уның шундай эштә эщләгәненнен белһәләр нимә булыр? Ярай, уныһы әле... Туҙәр инем. Унан тыш әсәйемдең бер кимселеге бар:уның уң яҡ сикәһендә бер ҙур яра эҙе бар. Был яра эҙен атайым ҡалдырҙы. Бер нисә йыл элек эсеп ҡайтҡас, әсәйемдән ашарга һорап, бысаҡ алып сикәһен ҡырҡты. Шул ваҡыттан алып ул кимселекле булып ҡалды. Нимәгә башҡаларҙың әсәйҙәре матур? Ниңә миңә Хоҙай ошондай йәмһеҙ әсәй бирҙе икән? Һәр саҡ уҙемә ошы һорауҙарҙы биреп, уйға батам да, борсолам......Ләкин, ҡызғанысҡа ҡаршы, әсәйемдең иҙән йыуыусы булып эшләгәнен оҙак йәшереп йөреп булманы. Бер ваҡыт класташтарым белеп ҡалдылар ҙа, миңә “техничка балаһы” тигән ҡушамат таҡтылар...___________-Илнур, улым, кил инде ашарга. Һинең яратҡан ашыңды бешерҙем.-Хәҙер әсәй, хәҙер. Киноны ғына ҡарап бөтөрәм дә, киләм.Аҙ ғына ваҡыт уҙгас минең ҡолағыма тағы әсәйҙең һүҙҙәре килеп бәрелде:-Улыҡаем, әйҙә инде бергә ултырып ашап алайыҡ. Ашамайынса һине генә көтөп ултырам бит.-Хәҙер тинем бит инде! Әллә шул биш минут көтөп булмаймы?!-тип ҡысҡырып ебәргәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Кино ла ҡыҙыҡ, ныҡ ҡараһы килә. Шул уҡ ваҡытта ашаһы ла килә. Ләкин шул телевизорҙан куҙҙе алып булмай инде. “Иң беренсе киноны ҡарап бөтөрәм дә, унан ашарга барам”- тигән уй менән риҙалаштым мин....Аш бүлмәһенә сыҡһам, өҫтәл артында битен ҡулдары менән ҡаплап әсәйем ултыра. Табын әҙер, аш бүленгән, икмәк киҫелгән, ләкин әсәй ниңәлер ризыҡҡа бөтөнләй теймәгән.-Әсәй, нимә булды? Ниңә ашамайһың? Әллә ауырыйһыңмы?- тип һораным мин.-Юҡ, улыҡайым. Әйҙә ултыр, хәҙер ашты йылытып алам- тине лә, урынындан тороп ризыктарҙы ҡабат йылытырга тотондо. Шул вакыт әсәйҙең куҙҙәренә ҡарадым да, аптырауымдан башымда һорауҙар тыуҙы: “ Нимә эшләп уның куҙҙәре ҡып-ҡыҙыл ул? Әллә әсәйем ысынлап та ауырый микән? Бәлки илағанға ҡыҙарғандыр? Әллә мин ауыр һүҙ менән рәнйеттем микән?”. Күңелдә әллә нисек ныҡ ҡыйын булып китте. Шул уҡ ваҡытта әсәйҙе ҡосаҡлап алып ысын күңелдән ғәфү үтенәһе килде. Олатайым да иҫән сағында өйрәтә ине: “Улым, әсәйеңде ҡәҙерләп йәшә, ул бит берәү генә. Уның кеүек һине бүтән беркемдә яратмаясаҡ. Әсәйләрҙән дә бөйөк заттар юҡ был дөнъяла. Әгәр дә берәй һүҙ менән рәнйеткән булһаң, алдында теҙләнеп ғәфү үтен. Әсәйенән ғәфү үтенгән бала ғына бәхетле була”. Ләкин кешелә “тәкәбберлек” тейгән бик ныҡ алама сифат бар. Бик йыш ошо яман сифат әдәмдәрҙе улемгә илтә. Мин дә шул тәкәбберлеккә бирешеп, әсәйемә ябай ғына ғәфү һүҙҙәрен әйтә алманым. Эх, шунда әйткән булһам...Миләүшә Рифовна-Илнур, улым, тор әйҙә, сәгәт ете, мәктәпкә барырға кәрәк. Һуңға ҡалаһың. Борсолам бит балакайым.Эх, нисек рәхәт юрғанға төрөнөп ятыуы. Йылы, йомшаҡ, бер кайҙа ла бараһы килмәй. Кем шул мәктәпкә йөрөүҙе уйлап сығарҙы микән? Нимәгә кәрәк һуң ул? Икегә икене ҡуша беләм инде. Рәсәйҙең ҡайҙа икәнен картанан күрһәтә алам. Эй, шул әсәй уятмаһа рәхәтләнеп йоҡлар инем.-Улыкайым, тор инде. Сәй ҡайнаттым, ашарга бешерҙем. Тороп йыуын да ашап ал.-Уф! Шул бер ун минут ятып торһам нимә була һуң ул? Йәнемде яфаланың инде!Шул ваҡыт танауымды аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле бутҡа еҫе ҡытыҡланы. Йоҡом да асылып китте. Тороп йыуындым да ашарга ултырҙым. Ммм... бутканың тәмлелеге. Иҫ киткес. Телдәрҙе йоторлоҡ, әммә әҙерәк һыуынған шул. Шунда әсәй әйтеү менән тороп ашаған булһам...-Яра улым, миңә эшкә барырға кәрәк. Һуңлаһам башымдан һөйөп ҡуймаҫтар. Һиндэ балам, аша ла, уҡыуыңа бар. Әй Хоҙайым, улыма көс биреп укыуҙарын яҡшы тамамлап, юғары уҡыу йорттарына ла инергә насиб итһәң ине. Киләсәктә матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтере...-Уф!Етте әсәй!- тип ҡысҡырып теләктәрен ярты һүҙҙә өҙөп ҡуйҙым.Тынлыҡ...-Яра улым, мин эшкә киттем. Һәйбәт кенә йөрө.-тине лә ул ишекте тыныс ҡына ябып сығып китте._______________Тук тук тук...-Миләушә Рифовна, мөмкинмө класҡа инергә? Ғәфү итегеҙ, әҙерәк һуңланым.-Әбдуллин! Ҡайҙа йөрөйһөң?-Ғәфү итегеҙ, ишекте бикләргә онотканмын да, кире ярты юлдан боролоп өйгә ҡайтырға тура килде.-Ярай. Ин инде, ултыр. Бындай хәл тағы ҡабатланһа директор менән һөйләшәсәкһең.Ниңәлер беҙҙең класс етәксеһе Миләушә Рифовна мине яратып бетермәй. Белмәйем нимәгә... Әллә мин башҡаларҙан айырыламмы? Йәки берәй кимселектәрем бар микән? Уф, белмәйем...Башымда төрлө уйҙар барлыҡҡа килә. Бәлки класташтарымды миңә “техничка балаһы” тейгән ҡушамат бирергә ул ҡотортҡандыр әле...Мин сыйныфҡа керҙем дә, шым ғына урыныма барып ултырҙым. Тышта ҡояшлы яҙғы көн. Шундай матур, йәмле, күңелдәрҙе күтәрерлек һауа торошо. Ҡоштар ҙа һөйөнөсөнән ағастан ағаска һикереп һайрайҙар. Эх, шундай рәхәт тә инде. Минең дә ҡоштарға ҡарап улар менән бергә ошо дөнъяның матурлығына һоҡланып һөйөнәһе килеп китте. Шулай итеп уйланып, хыялдарға батып, күҙемде генә йомған инем...-Әбдуллин... Әбдуллин! Һин ишетәһеңме юҡмы? Уҡырға килдеңме, әллә йоҡларға килдеңме иҫәр?Миләүшә Рифовнаның тауышы ҡолағыма күктә яңғыраған йәшен кеүек килеп бәрелде.-Мин уның өсөн бында тырышып теманы аңлатмаҡсы булам. Ә ул нимә? Ә ул йоҡларға килгән икән. Вәт маладис ә!-Миләүшә Рифовна, ғәфү итегеҙ, мин бит йоҡлап ултырма...-Туҡта!!! Минең менән телләшеп тор еще! Иң беренсе минең дәрәжәмә күтәрел, унан миңә ҡаршы өндәшерһең! Әле бит һин техничка балаһы ғына.Был һүҙҙәрҙән һуң бөтә класс шартлап көлөп ебәрҙе. Мин оятымдан ер аҫтына төшөп китәрлек хәлғә килдем. Әсәйемдең иҙән йыуыусы булып эшләүендә минең ниндәй гәйебем бар? Ниңә барыһы ла мине мыҫҡыллай? Әллә мин әсәйҙе һайлап алғанмын? Шул саҡта әсәйгә ныҡ асыуым килде. Ҡандарым ҡайнай башланы. Нимәгә уның өсөн минән көлөргә тейештәр? Әллә уның кимселектәре өсөн мин яуап бирәм? Ухх, йәнем көйҙө!Янымда булһа, барыһында үҙенә әйтеп бирер инем...-Ярай класс, тынысландыҡ! Көлөп алдыҡ, етеп торор. Дәресте дауам итәйек.Мин укытыусының мыҫҡылдауы тураһында берәй кемгә зарланһам да кем мине яҡлар? Әлбиттә, бер кемдә. Әсәйгә әйтһәм дә инде...Әәй ул үҙен дә яҡлай алмай бит. Нимә һөйләйем мин... Шуға күрә укытыусының һүҙҙәрен бер ҡолаҡтан кертеп, икенсеһенән сығараһы ғына кала инде......Дәрестәр бөттө, өйгә ҡайтып киләм. Күңелдә әллә ниндәй бушлыҡ. Кәйеф бөтөнләй юҡ. Ә тышта шулай уҡ матур, ҡояшлы көн, ҡоштар һайрайҙар. Ә миңә барыбер... Миңә барыбер! Мин бит техничка балаһы! Минең әсәйем бит иҙән йыуыусы булып эшләй! Техничка балаһынан кеше сыға меней???Әлбиттә сыҡмай! Ундай кешеләрҙе һанға ла һугаһы юҡ! Улар бит йәмғияттең иң түбән дәрәжәләрендә! Уф,нисек йөрәк әрней. Был тиклем ишеткән һүҙҙәрҙән һуң әсәйҙе күрәһе лә килмәй инде. Бармаҡ менән төртөп: “Был минең әсәй тугел”- тип әйтәһе килә. Шундай уйҙар менән өйгә лә ҡайтып еттем. Өйҙә береһелә юҡ. Ашарга йылытып ашаным да, түшәккә барып яттым. Арыткан. Күҙҙәр йомола. “Ярай, әсәй ҡайтҡас уятыр әле”- тип уйланым да йокоға баттым...“Күҙҙәрем һине күрмәһен!”Уянып китһәм, тышта ҡараңғы төшкән. Ә өйҙә тып-тыныс. Минән башҡа бер йән эйәһе лә юҡ. Ә әсәй кайҙа? Ул бит инде эштән ҡайтырға тейеш ине. Әллә эшендә тотҡарлайҙар микән? Эсемдә ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килде. Әммә үҙемде тынысландырып, сабыр итеп тағы әҙерәк көтөп торорға булдым.Байтаҡ ҡына ваҡыт уҙғас кемдер ишеккә шаҡыны. Мин “әсәй ҡайтты!”-тип һөйөнөсөмдән йүгереп барып ишекте астым да, аптырап киттем: минең ҡаршымда аҡ халат кейгән бер ҡатын-ҡыз менән ир-ат баҫып тора ине.-Әбдуллина Зәлифә бында йәшәйме?-Ә-ә-әе. Ә н-нимә булды?-тип һораным. Был ике кешене кургәс ҡурҡып киттем, арҡама һыуыҡ булып ҡуйҙы. Әллә әсәйем менән берәй нимә булды микән?-Беҙ хәстәханадан, ашығыс ярҙам бүлегенән. Һинең әсәйеңә бөгөн эштә ҡыйын булып аңын юғалтты. Шунан уға уколдар ҡуйҙыҡ. Хәле яҡшыраҡ инде хәҙер. Әле тышта машинала көтөп ултыра. Өйгә инергә һинең ярҙамыңды һораны.Был һүҙҙәрҙе ишеткәс йөрәгем ҡыҙыу итеп тибә башланы. Ошо ваҡытта ниңәлер әсәйем өсөн ныҡ ҡурыҡтым. Күңелемдә хафаланыу, борсолыу хистәре уянды. Белмим нимәгә... Быға тиклем әсәйемә ҡарата ундай хис-тойғолар кисергәнем юҡ ине. Бик сәйер...Бәлки ул мине был дөнъяла бер үҙемде ташлап китер тип ҡурыҡтым микән? Эй ярай, иң мөһиме әсәйем менән барыһы ла яҡшы тип үҙемде тынысландырҙым да аяҡтарыма кейеп, тышҡа сығып йүгерҙем...__________Әсәйемдең хәле лә яҡшырып китте, биттәренә йәшәү төҫө керҙе. Ҡурҡыу, борсылыу хистәре лә ҡайҙалыр юғалды. Әсәйем өсөн мин эстән генә борсолһам да, мин ул борсолыуымды уға күрһәтмәйем. Хатта, бер йылы һүҙ ҙә әйткәнем булманы. Киреһенсә, һәр ваҡыт ауыр һүҙҙәр генә әйтәм. Үҙемде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә лә теләгем юҡ ниңәлер. Гел үҙемә: “Ярай, әсәләрҙең йөрәктәре ҙур ул, нимә генә булмаһын, улар бөтә әйбергә лә түҙә алалар”- тип әйтәм. Дөрөҫ уйлайыммы? Йәки яңылышам микән? Ярай, ваҡыт күрһәтер әле...Кис. Аш бүлмәһе. Әсәйем менән сәй эсеп ултырабыҙ. Йоҡо килгән дә, килмәгән дә кеүек. Иртәгә дүшәмбе. Уф, мәктәпкә барырға кәрәк. Бөтөнләй бараһы килмәй. Шулай уҡ иртәгә урыҫ теленән контроль диктант яҙаһы бар. Ууу... Ошо уйҙарҙан һуң кәйефем төштө лә куйҙы.-Тағын сәй эсәһеңме улым?-Юҡ, булды, етте.- тип һалҡын ғына яуап ҡайтарҙым.-Ниндәй яңылыҡтарың бар балам?-Бер ниндәй ҙә.Минең өсөн борсолыуы әсәйемдең ҡарашынан күренеп тора ине, ләкин уның һорауҙары минең йәнемде көйҙөрә башланы.-Ниңә шундай битарафһың? Әллә мәктәптә берәй нимә булдымы?-Юк.-Берәй ерең ауырта меней?-Юк!Бер нимә лә булманы!Бер ерем дә ауыртмай! Туҡта инде һорауҙар биреүҙән!-тип ҡысҡырҙым да,үземдең бүлмәмә сығып киттем.Барыбер күңелдә ниндәйҙер икеләнеү бар. Бер яҡтан әсәйгә ҡысҡырыу дөрөҫ түгел инде, ә икенсе яҡтан нимәгә ул миңә килештереп һорауҙар биреп ултырған була! Әлбиттә, мәктәптә минең барыһыла яҡшы! Бер кемдән дә ауыр һүҙ ишетмәйем! Шундай рәхәт! Мәктәпкә көн һайын бараһым ғына килеп тора! Уф, нисек ауыр. Өҫтәүенә, әсәй арҡаһында мәктәптә күпме мыҫҡыллауҙар ишетәм. Ниңә Хоҙай миңә генә ошондай тормош бирҙе микән. Ярай, шулай кәрәктер. Яҙмыштан юҡ уҙмыш....Йокоға батып ҡына бара инем, бүлмәмә әсәйем инде лә эргәмә килеп ҡулын арҡама куйҙы. Мин йоҡлағанға һалыштым. Байтаҡ ҡына ваҡыт ул бер нимә лә өндәшмәйенсә ултырҙы. Унан ҡулы менән башымдан һыйпап һүҙен башланы:-Улым..улыҡайым. Йокламайһың бит инде. Яуап бир әле зинһар. Миңә бик ныҡ ҡыен. Аңлай алмайым, ниңә һинең мөнәсәбәтең миңә ҡарата шундай яман?Бәлки берәй проблемаларың барҙыр?Минең эсемдә ҡаным ҡайнай башланы. Тағы был үҙенең һорауҙарын бирә башланы инде. Тыңлап түҙеп ятырға тырыштым.-Проблемаларың булһа миңә һөйлә. Ҡурыҡма. Ниндәй генә ҙур проблема булмаһын, әсәй кеше балаһына һәр сак ярҙам итәсәк. Улым, зинһар, әйт инде, нимә булды?Шул вакыт эсемдә нимәлер шартлагандай булды һәм мин башымды күтәреп:-Бөтә проблема һиндә! Һиндә!!! Зинһар өсөн, кит бынан!-тип ҡысҡырҙым.Тынлыҡ... Әсәйемдең күзенән сығып ,сикәһенән тәгәрәп, түшәккә килеп төшкән күҙ йәшенең тауышына тиклем ишеттем. Уның күҙ йәштәрен күргәс күңелдә ныҡ ҡыйын булып ҡуйҙы.-Ярай улым, тәмле төштәр.- тине лә ул миңә һәм бүлмәмдән сығып китте.Йоҡлай алмайынса байтаҡ ҡына уйланып ятҡандан һуң, әсәйҙе лә йәлләп ҡуйҙым. Күп кенә яман һүҙҙәр әйтәм бит уға. Шул һорауҙарын бирмәй түҙәлмәй микән әллә ул? Шым ғына йөрөһә лә рәхмәт әйтер инем. Әллә гафу үтенәем микән? . Һеҙҙең ошолай булғаны бармы? Ҡыҙған саҡта яңылыш әсәйегеҙгә берәй алама һүҙ әйтәһеҙ ҙә, унан үҙегеҙгә урын таба алмай йөрөйһөҙ. Үҙәктәр өҙгәләнә, нисек барып ғәфү үтенәйем микән тип уйлайһың. Мин дә шундай хис-тойғолар кисерәм. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәфү үтенергә көсөм етмәй. Яра етешермен әле, ваҡыт бит күп. Эх, белһәм ине шунда нисек яңылышҡанымды, алдарына теҙләнеп ғәфү һораган булыр инем...
Серләшәйек Башҡортостан сайтынан
Читайте нас: