Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2020, 15:50

Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләрендә үҙеңә ярҙам итеү саралары.

Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләре менән һуғанды бер нисә киҫәктәргә турап, танау менән еҫен һуларға, процедураны көнөнә 3-4 тапҡыр ҡабатларға.

Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләрендә үҙеңә ярҙам итеү саралары. Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләре менән һуғанды бер нисә киҫәктәргә турап, танау менән еҫен һуларға, процедураны көнөнә 3-4 тапҡыр ҡабатларға. Лимонды тышы менән ваҡларға һәм үҫемлек майы өҫтәргә. Ошо массаны танау тишектәренә көнөнә бер нисә тапҡыр һөртөргә. Аш алдынан һәм аштан һуң теш ҡаҙнаһына, төнгөлеккә ҡолаҡ ҡабырсаҡтарына һөртөргә мөмкин. 1,5 литр ҡайнаған һыуға 1 аш ҡалағы эре тоҙ, 1 лимон һуты,1 г. аскорбин кислотаһы өҫтәп болғатырға һәм 1,5 сәғәт эсендә эсеп бөтөрергә. 1 лимонды 1 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торорға, һуңынан тышы менән бергә ит тартҡыс аша үткәрергә. 100 г аҡ май менән 1-2 аш ҡалағы бал ҡушырға. Ошо массаны 2-3 сәғәт һайын 1 аш ҡалағы ашарға. Ғәҙәти май һымаҡ һаҡлағыҙ һәм ҡулланығыҙ. 4 аш ҡалағы киптерелгән ҡурай еләгенең емештәренә 500 мл ҡайнар һыу өҫтәп 20 минут торорға. Төнгөлөккә 2 стакан эсергә. Үҙенеңде вирустарҙан һәм һалҡын алыуҙан һаклар өсөн, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, көн һайын тештәрҙе ышҡырға кәрәк'КУРАЙ-ТВ
Читайте нас: