Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2020, 15:55

Яҙмыштан ҡасыу

Их,ошо етемлек үҙәгенә үтмәһә улай иртә тормошҡа ла сыҡмаҫ ине бит,Нәйлә лә...Үгәй әсәһе лә ҡотолоу яғын ҡараны ахыры.,,Тәүге ҡылысты буҡҡа сап!,,тиеп кире ҡаҡтырманы атаһынан да.Ауыҙ асырға ла ,һүҙ әйтергә лә бирмәне.Барыһы өсөн үҙе хәл итте лә ҡуйҙы.

Яҙмыштан ҡасыу ...(Хикәйә.)Их,ошо етемлек үҙәгенә үтмәһә улай иртә тормошҡа ла сыҡмаҫ ине бит,Нәйлә лә...Үгәй әсәһе лә ҡотолоу яғын ҡараны ахыры.,,Тәүге ҡылысты буҡҡа сап!,,тиеп кире ҡаҡтырманы атаһынан да.Ауыҙ асырға ла ,һүҙ әйтергә лә бирмәне.Барыһы өсөн үҙе хәл итте лә ҡуйҙы.Юҡ,ул яман ергә төшмәне.Ата-инәле,бай кешеләр. Ауылдарында иң хөрмәтле ғәиләнән һаналалар етмәһә.Бер ҡапҡала ғына йәшәр өйҙәре лә бар .Ураған һайын инеп-сығып хәбәрҙәрен һөйләп йөрөй ҡәйнәһе.Аңлай ине уға сит ауылда нисек ауыр икәнен.Үҙенең йәш сағын йыш һөйләй Нәйләгә.Аҡыл өйрәтергә лә уны ҡуш! ,,Бер ирҙән айырылһаң-ирҙән иргә йөрөйәсәкһең!Ауыҙыңды асма.Ана фәлән ауылдан фәлән килен алтынсы иргә киткән.Ыстағафирулла тәүбә!,,Ундай -бындай хәбәрҙәрҙән ҡурҡа ине шул йәш килен.,,Аллам һаҡлаһын!Ни күрһәм дә-ошонда күрәсәкмен!,.тип үҙенә ант итеп тә өлгөрҙө.Бер предпринимателдә ағас эше менән булыша Айҙар.Йә таҡта тейәй,өйөп һала,ағас та бысабыҙ ти торғайны.Тик әлегә тиклем бер тин аҡсаһын да күргәне юҡ әле Нәйләнең.Ярай әле һыйырҙары быҙауланы.Һөтө,майы,ҡаймағы,эремсеге үҙҙәренеке.Икмәк тә бешереп өйрәнде Нәйлә.Барыһына күнегеп бара ла ул,тик Айҙарҙың ҡырыҫығын,юғалып йөрөйүҙәренә өйрәнә алманы.Ҡайсаҡтарҙа һаташып әллә ниндәй исемдәр әйтеп ҡосаҡлап маташа,үҙенең был ҡылығынан үҙе тертләй ҡайсаҡтарҙа,айығырҡ булһа әлбиттә.Ҡәйнәһе генә иҫе китмәй генә,,Ярай яйлап ипкә килер әле.Балалар була башлаһа ҡайҙа барһын!,,тип әүрәтеп тотоп килә.Бала тигәндәй,әллә нишләп сабыйҙары ла юҡ бит, исмаһам әүрәр ине үҙе лә. Кистәрен ҡайҙалыр йөрөп ҡайта ла айырым ятып йоҡаған саҡтары күп була.Башы эшләмәй Нәйләнең,нишләп уны алыуын да аңламай башланы.Күпме былай дауам итер икән?! тигән уйҙар ғына башында ла.Айырылып ҡайтыу тигән һүҙ уйында ла булманы.Әҙәм көлдөрөп йөрөү ҡайҙа ул!Яҙмышы шулдыр.Үҙгәрмәҫ микән һуң,аңламаҫ микән ни хата юлдан барыуын берәй көн?!Бесәнгә лә быйыл гел яңғыҙ йөрөй башланы.Бер генә әйтеп ҡарағайны ,,Мин һыйыр түгел әле,бесән ашамайым!,,ти ауыҙын йомдороп ҡуйҙы.Ярай әле күршеһендә генә таныш апайҙары улдары менән бесән саба.Берҙән иптәш,икенсенән бер һөйләшһә лә күңеле була.Малайҙарының ҙуры хеҙмәттән ҡайтҡан.Арыуыҡ олпат кәүҙәле,әйткән һәр һүҙе,фекере лә ололар кеүек ине уның.,,Бик эшкә шәп егет.Кәләше һүҙһеҙ уңыр,алсаҡ та етмәһә...,,тип тә уйлап өлгөрҙө Нәйлә.Бындай бәхет уға ғына тәтемйәсәген дә аңлай ине шул.Бик күңелле булды бөгөн бесәндә.Етмәһә төшкө сәйҙе лә бергә эстеләр,тәүге тапҡыр эсе ҡатып көлдө,ара-тирә һүҙ ҙә әйткеләне,көлдөрөп иҫтәрен китәрҙе бит бынау ,Илгиз.-Еңгәң сәй ҙә эсә алманы.Улай ярамай бит- тип әсәләре шелтәләп тә алды-Көлгәндән кеше үлмәй ул,әсәй.Көйгәндән генә һарғайып үлергә может!Ярты еңгәй ҡәйнештеке икәнен онотма,әсәй!Үҙе хахылдап көлөп һыу буйына югерҙе.Ну,ҡаптырҙы егет барыһына ла!-Эй,иҫәр бит ошо Илгиз!Атаһы ла улай түгел ине.Әллә кемгә оҡшаған шул.Бөгөн ихлас ҡына йөрөп, һуңға тиклем саптылар бесәнде лә.Әллә нишләп бер кемдең дә ҡайтҡыһы килмәй инесе.Был көн мотлаҡ улар өсөн һымаҡ тойолдо,ҡояш та ныҡ ҡыҙҙырманы,еләҫ кенә еле лә иҫеп торҙо.Нәиләнең генә йәне урынында түгел.Ҡапыл йөрәге дарһылдап тибә башланы,үҙенә урын тапмай ҡайтырға ашыҡты.-Ярай,егеттәр.Һау булығыҙ.Тәмле сәйҙәрегеҙ,күңелле үткән көнөм өсөн рәхмәтлемен һеҙгә!Апайға бигерәк тә рәхмәтем ҙур.Ошондай егәрле ул тапҡаны өсөн...Ошо һүҙҙәрҙе әйтә алыуына үҙе лә шат ине Нәйлә.-Үҙеңә рәхмәт,килен!Көн дә бергә сәй эсербеҙ был яғына ла!-Рәхмәт,апай! Һеҙҙең ишеләр менән сәй генә эсеү түгел,бергә йәшәргә лә риза булыр инем!Их,бар кешеләр ҙә ошолай алсаҡ булһалар ине.Йәшәүҙәре йәмле булыр ине бит!Ошо уйҙарынан арынып та өлгөрмәне ул тау үрендә ине инде.Тау үренә менеп тә етеүе булды ағас араһынан Илгиз тура югереп килеп сыҡты.-Ҡурҡыттыммы еңгәй...ҡурҡма минән.Мин кеше ашамайым.Минең һине күреп һөйләшәһем килеп йөрөгәйне,бөгөн уңайлы көн тип уйланым.Аңлат әле миңә,нишләп түҙеп йәшәйһең ул ошо тормошоңа?Әллә ҡурҡытып тотамы,әллә барыр ерең юҡмы,йәшермәй әйт миңә!Уның ситтә йөрөй,һөйәркәләре менән.Ә һин яҫтыҡ ҡосаҡлап таң аттыраңмы? Бар ауыл белә бит.Һин һуҡырмы әллә.еңгәй?!Ҡас һин унан!Артыңа ла ҡарамай ҡас! Һин бәхетле булырға тейешһең!Мин шуны теләйем!Ергә сүгеп буҫығып илған Нәйләне ҡапыл ҡосағына алды,ирендәренән һурып-һурып үбә башланы...Нәйләнең хәлһеҙ ҡулдары уны этергә көсө етмәне.Бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтергә ҡыйманы исмаһам.Нимә генә тиһен инде,Илгиздең бар һүҙҙәре лә хаҡ булғас!-Ғәфү ит,Нәйлә...еңгәй...мин һине йәлләйем!Яратҡанға йәләйемдер ул...Һинең етемлегең уға ҡулай ысул.Яҡлар кешең юҡ тип уйлай.Мин яҡлашам һине,мин!Түҙемлектең дә сиге була бит!Иртәгә таң менән,Һыйыр ҡыуғас та,бер нәмә лә алмай оло юлға сығып тор.Паспортыңды ғына онотма! Мин алып ҡасам һине! Ғибәрәт тормошоңдан ҡотҡарғым килә! Аңла мине!Иртәгә оло юлда көтәм!Ишеттеңме,Нәйлә...еңгәй!-Бөгөн бер нәмә лә һорама минән...яуптарын үҙең беләһең бит!-Мин шуның өсөн дә -һорамайым ,ә- бойорам еңгәй,иртәгә оло юлда көтәм!Боролоп кире югереп юлға төштө Айҙар.Аяҡ тауыштарын ғына ишетеп ҡалды Нәйлә. Йәшен аттымы ни -йөрәге дарһлдап тибеүҙән тын алыуы ауырлашты.Оҙаҡ ултырҙы ул ошо юл сатында.,,Ә бит ул хаҡ! Шулай булырға тейеш тимәк...Ул асмаһа-кем асыр ине уның күҙҙәрен?! Уны Хоҙай үҙе ебәргәнндер ул!,,Саҡҡа тороп баҫты ла,күҙ йәштәрен һөрттө.Быуындары ҡалтырай,ҡалтырай алға атланы.Үҙен ғәйепле кешеләй тойҙо,биттәре яна башланы.Ҡайтып ингәндә ир йораты тағы ла өйҙә юҡ ине.Һыйырын һауҙы ла ныҡ итеп арыуын тойҙо.Йоҡлай алыр микән,баш тулы уйҙар...Киске сәйгә ҡәйнәһе саҡырҙы. Нимәлер һиҙгән кеүек шикле ҡараштарын алманы килененән.-Бесәнде, мин әйтәм,һатып ҡына алыр ҙа ҡуйырбыҙ.Әллә башҡа йөрөмәйһеңме,ыҙалап.Ней мин эшкинмәйем сабырға.Ней тегенең ярҙам итмәй...Оҙаҡ ултырҙы унда ла.Үҙе бер һүҙ әйтмәне,тыңлап ҡына ултырҙы.Ара-тирә баш ҡаҡты.Аҙаҡ йоҡларға үҙҙәренә ыңғайланы.Ишек келәһен көндәгесә элеп ятты.Барыбер Айҙар ҡайтмаясаҡ тигән уй менән әлбиттә.Иртә торҙо барыбер,арыуҙары ла әллә ҡайҙа булған,бына хикмәт.Яңы донъяға аяҡ баҫҡан кеше кеүек үҙенең кәүҙәһен еңел генә тойҙо.Югереп йөрөп, өйҙәрен йыйыштырҙы,иҙәнен дә йыуып сыҡты.Гөлдәренә һыу ҙа ҡойорға онотманы. Иҫтә саҡта тип кәрәкле документтарын халат кеҫәһенә һалып алырға онотманы.Халат эсенән иң матур зәңгәр ебәк күлдәген кейеп алды.Ул бит ҡалаға юл ала!Һыйырҙарын ҡыуа сыҡҡанда бер ергә лә ашыҡмаған ҡиәфәттә яй ғына баҫып атланы.Уға шундай рәхәт ине.Зәңгәр күккә бағып ҡарап алды.Күк зәп-зәңгәр.Бар донъя нурға ҡойона,ләззәтләнә.Тау артынан ҡояш сыҡҡан ғына саҡ ине шул.Үҙе лә аңламаған шатлыҡ биләп алды уны.Әйтерһң дә уны тотҡонлоҡтан азат итәләр.Уйҙарынан арынып өлгөрмәне-тыҡырыҡтан бите туҫтаҡтай шешенеп Айҙар килеп сыҡты.Тағы похмелдән ахыры.Кеше танырлыҡ хәлдә түгел ине.Әммә таныны Нәйләне.-Сәләм,кәләш!Шунан нисек таң аттырҙың бөгөн?!Яңғыҙ ҡурҡманыңмы тиеүем. Егәрле килен ролен үтәп бик иртәләгәнһең бөгөн ...кеше әле өйөнә ҡайтып етә алмай ята,ә берәүҙәр эш бөтөрә,харап икән,ха-ха-ха!Бер һүҙ ҙә өндәшмәне Нәйлә ,һыйырҙар ыңғайына яйлап баҫып атлауын белде.Янынан еңел машина үтеп китеүен аңғарғас аҙымын йышайтты.Ҡасырға икән,ҡасырға...Дөмөгөп китһен донъялары!Ул машина тапҡырына барып еткәс тә ишеген асып,,Тиҙ бул! Әйләнеп тә ҡарама артыңа!,,тигән бойороҡ яңғыраны.Тәрән итеп тын алды ла инеп ултырҙы һәм машина ишеген шартылдатып япты. Машинала ла уның үсе булған тиерһең!Юл буйы Илгиз әллә ниндәй көйҙәр көйләне.Йырлауын да белмәй ине бит Нәйлә.Ул һүҙҙәре менән матур итеп һөйөү тураһында ғына йырланы.Әйтерһең дә йыр аша аңлатырға теләне уйҙарын Нәйләгә!Уның талғын модарына серем итеп тә алды.Ҡалаға өс сәғәт ярымда барып еттеләр.Илгиз кемгәлер шылтыратып адрес һораны ла ары ҡуҙғалдылар.Уларҙы оло ғына инәй ҡаршы алды.-Таңдан көтә башланым.Айнур кисә кис кенә хәбәр иткәйне миңә.Миңә аңлатып тороу кәрәкмәй-мин барыһын да беләм.Был егеттәр армияға тиклем үк мине серҙәш итеп алдылар бит.Аллаға шөкөр,әйткәнде тыңайҙар.-Бик яҡшы эшләгәнһең,ҡыҙым.Әлегә бер кем менән аралашма.Онотолоп тор тиеүем.Яйлап эш тә табышыр егеттәр.Әлегә минең менән йәшәп тор.Мин дә яңғыҙ йәшәйем бит.Улар ни килә лә китә.Йәштәр бит.Эштәре лә күп.Имен йөрөһәләр булған.Әбейҙең өй эсе нурланып киткәндәй булды Нәйлә бында йәшәгәне бирле.Уртаҡ тел дә бик тиҙ таптылар.Илгиз иҫке телефонын ҡалдырып ҡайтып киткәс,көнөнә ике-өс тапҡыр аралашып торҙолар.Бер ҙә ҡыйып ирен һорашманы ла.Ҡотолғас булды тине ахыры.Тик Илгиз уның ауылды пыр туҙҙырып Нәйләһен эҙләүен әйтмәй түҙә алманы.-Тапһам-үлтерәм мин ул етемде!Тамағы туйҙы бит меҫендең.Хәҙер боҫоп ятырға батырсылыҡ иткән.Асыҡһа килеп сығыр барыбер!,,Көтөп тор!Тот ҡапсығыңды!,,тине эстән генә Илгиз.,,Ҡабат күрә алмаясаҡһың һин ул етемде!Ошо һүҙҙәрең өсөн тем более!,,Айҙар буйы урамда йоҡлап,иҫереп йөрөп ялҡты буғай.Эсмәй башланы шикелле.Урамда тауышы ишетелмәй ине былай.Тәүге тапҡыр Айҙарҙың йөҙҙәрендә бөтмәҫ һағыш,ҡайғы төҫө күреп үсе ҡанды Илгиздең.,,Аңланыңмы,эт йәнле мәхлүк! Илар көнөң алда әле!,.тине улэстән генә.Әллә ни булды егеткә,Илгиз бер минут та Нәйләне уйламай тора алманы.Көндән-көн нығыраҡ һағына башланы. Башҡаса түҙер әмәле ҡалманы.Һағына ине ул сөм ҡара күҙле,нескә билле ожмах ҡошон!Ул эстән генә гел уның менән һөйләшә ине,,Шунан,ожмах ҡошом,иректә нисек тояһың үҙеңде?!Аңлағанһыңдыр моғайын -йәшәү нисек була икәнен!,,Бер көнө кис әсәһе менән икәүҙән- икәү генә ҡалған саҡтарында ,уратып-уратып уға ла был ауылдан эшкә китергә кәрәклеген әйтте.-Эшһеҙ күпме ятырға була,әсәй.Мин эш тапһам ҡустыларҙы ла шунда алырмын.Ошо һүҙҙе көткән кеүек әсәһе,,Тураһын әйт,йәшереп маташма,еңгәңдең ҡайҙалығын һин беләһең бит!Ниңә өндәшмәйһең.Ауылда һиҙгән кешеләр бар.Минән дә һораштырғыланылар.Мин ҡайҙан беләйем! Йәнәһе ҡатнашып йәшәгәнбеҙ,бергә бесән сапҡанбыҙ һәм башҡалар... Ә уның тормошона ҡыҫылғаныбыҙ юҡ! Ул көндө лә Айҙарҙың күршеһе ғәйбәтсе Хөснә өс инеп сыҡты.Һине лә һорай ине.,,Йоҡлап ята ул!,.тинем.Мин һиҙенә инем -тик шулай уҡ иҫәр тиеп уйламағайным шул.Көн дә телефондан да еңгәң менән һөйләшәһеңдер әле!Бик һаҡ булығыҙ инде.Айҙар белеп ҡалмаһын-ут төртөр,донъябыҙҙы көл итер...ҡурҡам мин унан!Белеп кенә ҡалмаһын бер үк!Ауылға ҡайтырға уйламағыҙ ҙа!-Ярай,әсәй.Мин дә улай уҡ алйот түгел дә инде.Айҙар алкаш өйләнмәйенсә-мин өйләнмәҫкә һүҙ бирәм...Ул һиҙмәй-һиҙмәйәск тә!Шулай итеп ауылын ташлап сығып китә Илгиз.Әсә фәтихаһын алып китте.Өс сәғәтле юлды осоп ҡына үтте шикеле-һиҙмәй ҙә ҡалды.Ул үҙе ҡалдырып киткән өй янына барып туҡтауы булды,Нәйлә атылып килеп сыҡты.Ҡосағынан айырырға теләмәй оҙаҡ ҡыҫып ҡосаҡлап торҙо ул Илгизде.-Һағындым мин һине,Илгиз!Һинһеҙ йәшәй алмаясағымды аңланым да инде.Ҡабат мине ташлап китмә,йәме!-Бына бит еңгәй,ниһәйәт минең изгелекте аңлай башланың бит,ә! Тимәк һине кеше йөрәген аңларға өйрәтеү ҙә кәрәкмәйәсәк.Яратҡандар ғына аңлай.Мин шуны беләм.Ташлап китмәҫмен,тик әлегә бергә йәшәү мөмкинселеге булмаясаҡ.Быны әсәйем талап итә.Айҙар өйләнгәнсе түҙеп торорға тура киләсәк,Нәйлә...Түҙ йәме,аҡыллым,саҡ ҡына түҙ!Уның менән официально айырылыр ҙа кәрәк бит әле..-Нимә,һөйләйһең,Илгиз!Беҙ хатта яҙылышмағанбыҙ ҙа.Ижәп менән генә йәшәй инек.Туй тураһында бер ауыҙ һүҙ ҙә булманы хатта.-Белмәгәйнем,ғәфү ит...тимәк әллә ниндәй оло гонаһым да юҡ икән Айҙар алдында.Һөйләшеп ултырып ,таң ата башлауын да һиҙмәй ҡалдылар.Таңға ҡарай ,шул килеш кенә, берен-берен ҡосағынан ысҡындырмай ғына татлы йоҡоға талдылар.Икеһе лә башҡаса былай йәшәй алмаясаҡтарына ысынлап инандылар.Был турала өй хужаһы ла гел әйтә килә.-Улай зарығышып йәшәүегеҙ миңә лә оҡшамай башланы әле.Был йомала күрше мулланы саҡыртып ижәп уҡытайыҡ та ҡуяйыҡ.Уның был һүҙҙәренә Нәйлә ныҡ ҡыуанды шикелле,хатта,,Бар аш-һыуҙы үҙем генә яраштырырмын,йәме инәй!,,тип ялбарып ҡараны.-Әлбиттә һин инде,балам.Мин әсәй ролен үтәрмен.Башҡаға хәлдән килмәгәс.Тап шулай эшләнеләр ҙә.Бик ыңғай ғына булды барыһы ла.Ижәп аҙағынан мәсеткә лә барып килделәр.Илгиздең ике күҙе тик Нәйләлә генә!-Әллә законлы кәләшең булыуына ышанмайһың да инде,Илгиз?Башы-тояғы менән һинеке генә шул!Тик ҡәҙерен бел,рәнйетә күрмә...Илгиз Нәйләһен тағы ла нығыраҡ ҡосаҡланы.-Әлбиттә үҙемдеке генә! Бер аҙым да янымдан ебәрмәйәсәкмен,апай,ышанығыҙ миңә!Тиҙ генә өҫтәл әҙерләп, күмәкләп яңынан табынға ултырҙылар.-Әлегә бер ҡайҙа ла ебәрмәйем мин һеҙҙе.Өй барыбыҙға ла етә.Постель кәрәк яраҡтары алғас уйларбыҙ әле.Мин һеҙгә ҡамасауламай ғына үҙ бүлмәмдә ултырырмын.Килештекме?-Мин риза былай,Илгиз ни тиер?-Мин -һин ҡайҙа-шунда инде.Мин дә риза.Шулай итеп бер ғәилә булып гөрләшеп йәшәй башланылар....Бәхетле булырға һәр кемдең дә хоҡуғы бар,ялған яҙмыштарҙан да ҡасыу юлы бар икән ул.Тик һуңларға ғына ярамай.Илһамлы Нур.Асҡар.
Читайте нас: