Хеҙмәтләндереүҙең юғары дәрәжәлә булыуы, персоналдың ял итеүселәр менән шундай яғымлы аралашыуы күңелгә хуш килде. Иҫ киткес уңайлы шарттар, заманса йыһаз-ҡорамалдар, әйләнә-тирәләге таҙалыҡ һәм бөхтәлек таң ҡалырлыҡ ине. Инде сентябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, клумбаларҙағы хуш еҫле сәскәләрҙең йәйҙәгесә күҙҙең яуын алып балҡып ултырыуы, һауаға урғылған ғәжәп фонтандарҙағы һыу тамсыларының көҙгө ҡояш нурында көмөш һымаҡ ялтырауы күҙҙе иркәләй, күңелдә ғәжәйеп һоҡланыу тойғолары уята. Дауаланыу һәм туҡланыу ҙа шәп, бер һүҙ менән әйткәндә, сит илдәрҙәге данлыҡлы курорттарың бер яҡта торһон!..Беренсе көндө бындағы тәртип менән ентекләп таныштым да тыныс ҡына йәшәй башланым. Аяҙ көндәрҙә төшкө аштан һуң фонтан янындағы эскәмйәләргә сығып ултырып, саф һауа һулайҙар һәм донъя хәлдәре тураһында гәпләшәләр икән бында. Көҙгө осор булғанғамы, ял итеүселәрҙең күпселеге урта йәштәге кешеләр. Араларында бик тыйнаҡ һәм оялсан ғына бер оло йәштәге апай бар. Мин уға башта уҡ иғтибар иттем: ул әңгәмәгә бөтөнләй ҡушылмай, һөйләгәндәрен тыңлап, ҡайһы сағында бойоғоп, бер нөктәгә текәлеп уйланып тик ултыра...Шул ваҡыт, әмәлгә ҡалғандай, телевизорҙан Болгарияның бөйөк белгесе һәм күрәҙәсеһе Ванганың тормошо тураһында “Вангелия” сериалы башланып китте. Ул беҙҙең “һүҙ баҙарын” тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Кемдәрҙер иҫ киткес ҡөҙрәткә эйә булған шул серле ҡарсыҡты иҫе китеп маҡтай, ә ҡайһы берәүҙәр иһә: “И-и-и, иҫегеҙ киткән икән, шарлатан ғына булған бит ул!” – тип юҡҡа сығарып ташларға ла тартынмай.– Юҡ, һеҙ дөрөҫ һөйләмәйһегеҙ, сөнки мин үҙем бынан бик күп йылдар элек Ванга янында булдым, уның ниндәй кеше икәнлеген яҡшы беләм! – тип теге уйсан апай телгә килмәһенме. – Үҙең бер ҙә күрмәгән һәм бөтөнләй белмәгән кешегә нисек шулай ҡара яғып була икән? Һуң аҙ ғына булһа ла Хоҙайҙан оялырға, ҡурҡырға кәрәк, ҙур гонаһ бит был! – тип асыуланып, ул беҙҙең яндан китеп барҙы.Бер аҙға ауыр, шомло тынлыҡ урынлашты. Унан аранан илле йәштәр тирәһендәге бер ханым:– Ҡартайғас, сабый аҡылы инә инде ул, минең әсәйем дә ҡайһы саҡта шулай юҡ-барға бәйләнеп, ҡыҙып китә, – тип йылмайып ҡуйҙы....Кистәрен “Вангелия” сериалын ҡараған һайын, теге апайҙың һүҙҙәре нығыраҡ уйландырҙы мине. Көндәрҙән бер көндө фонтан янындағы эскәмйәлә уның үҙен генә осраттым да:– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡасандыр Ванга янында булдым, тип әйткәйнегеҙ, зинһар өсөн, миңә шул осрашыу тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле, – тип яй ғына һүҙ башланым. Үтенесемде ишеткәс, ул һағайып ҡалды, унан һуң:– Минең исемем Хәлимә, һиңә Хәлимә инәй булам, – тине, үҙе менән таныштырып. – Эйе, бынан бик күп йылдар элек йыраҡ Болгария иленә сәфәр ҡылырға тура килгәйне. Дөрөҫөрәге, ул саҡта бар донъяға танылған күрәҙәсе Ванга янына барырға әсе яҙмышым мәжбүр итте мине. Тәбиғәте, холҡо менән Ванга – бик ябай, ғәҙел кеше, ләкин шул уҡ ваҡытта бер аҙ тәкәббер һәм ҡырыҫ та. Миңә ҡалһа, әлеге сериалда Елена Яковлева уның образын тулыһынса асып һала алмай, сөнки Ванга – Ер йөҙөндәге Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡабатланмаҫ, берҙән-бер серле зат ул...Был һүҙҙәр мине тамам аптыратты. Хәлимә инәйҙең фекерләүе хайран ҡалырлыҡ ине, ни әйтергә лә белмәйенсә уға ҡараным да тынып ҡалдым. Ә ул, гүйә миңә бөтөнләй иғтибар итмәгәндәй, һалмаҡ ҡына дауам итте:– Аллаһ Тәғәлә үҙенең яратҡан бәндәләренә һынауҙы өйөп бирермен тигән. Хоҙай мине лә үҙ иткәндер инде, күрәһең, сөнки был донъяла йәшәгәндә бик күп кәртәләр аша уҙырға, уттар, һыуҙар кисергә тура килде, ҡыҫҡаһы, яҙмышым балан емешенән дә әсерәк булып сыҡты минең, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйып, ҡайнар күҙ йәштәрен ҡулъяулығы менән һөртөп алды ул. Шундай итәғәтле, уйсан әбекәйҙең күңел яраларына һаҡһыҙ ҡағылыуыма ҡыйынһынып, ғәфү үтенеү өсөн ауыҙымды асайым ғына тигәндә, ул миңә һынаулы ҡараш ташланы ла:– Ә, теләйһеңме, мин һиңә үҙемдең яҙмышым тураһында һөйләйем, күңелем дә, бәлки, бушап ҡалыр, – тине.Мин ризалығымды белдереп баш ҡаҡтым. Хәлимә инәй эскәмйәгә яйлабыраҡ ултырып, ҡояш нурҙарына сағылған күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫа төшөп, тәфсирләп һөйләй бирҙе:– Йәш сағым ине. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, баш ҡалалағы медицина институтына уҡырға индем. Беҙҙең менән бер төркөмдә Украинанан килгән Максим исемле бик ыҫпай, зыялы егет тә белем алды. Эх, студент йылдары хәтерҙән мәңге юйылмаҫ күңелле осор бит ул!.. Мин шул сибәр егет менән биш йыл дауамында дуҫлашып, аралашып йөрөнөм, уҡыуыбыҙ ахырына яҡынлашҡанда ул миңә тәҡдим яһаны. Мин иһә, йүләр ҡыҙыҡай, тыуған төйәгемдән, атай-әсәйемдән мәңгелеккә айырылып ситкә китеүҙән ҡурҡып, баш тарттым. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулыма ҡыҙыл диплом алдым да үҙебеҙҙең район дауаханаһына табип-терапевт булып эшкә ҡайттым. Максимды өҙөлөп яратҡанғамы, оҙаҡ ваҡыт онота алмай йөрөнөм...Бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш-мәшәҡәт менән һиҙелмәй ҙә йылдар уҙҙы. Тора-бара беренсе мөхәббәтемә ҡарата булған һөйөү хистәре лә һүрелде. Дауахананың “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү бүлегендә эшләп йөрөгән Рәшит исемле аҡыллы, уңған егет менән таныштым. Ярты йыллап йөрөгәс, өйләнештек. Уйлап ҡараһаң, ул саҡта донъяла беҙҙән дә бәхетле пар юҡ ине кеүек. Бер йылдан һуң тормошобоҙҙо тағы ла йәмләп улыбыҙ Илдар, унан һуң ҡыҙыбыҙ Алина тыуҙы.Ғаиләбеҙ ишәйгәс, сығымдар ҙа артты, шунлыҡтан йәмәғәтем дауаханалағы водитель эшен ҡалдырып, Себер тарафтарына юлланды. Көҙгө, ҡышҡы, яҙғы айҙарҙа сабыйҙарыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөнө, ә йәйгелеккә иһә уларҙы ҡалдырыр урын юҡ ине. Үҙем көн оҙоно эштә булғанлыҡтан, бер йәйҙе мин улым менән ҡыҙымды, иремә хәбәр итеп тормайынса ғына, ауылдағы әсәйем янына ҡайтарҙым. Ул ҡарт ине: күҙҙәре лә йүнләп күрмәй, аяҡтарының да рәте юҡ. Әсәйем, мәрхүмә, балаларыбыҙҙы ҡарап еткермәгән, күрәһең: көндәрҙән бер көндө ғәзиздәрем икеһе бер юлы ауыл янындағы күлдә батып үлгән.Был ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, мин һушымдан яҙҙым, аңыма килгәндә ирем Себерҙән ҡайтҡан, сабыйҙарыбыҙ ер ҡуйынына тапшырылған ине инде... Мин күҙҙәремде асып ебәреүгә шундай тыныс, баҫалҡы Рәшитем ҡарсығалай миңә ташланды: уның рөхсәтенән башҡа балаларҙы ауылға ҡайтарған өсөн тетмәмде тетте, ахыр сиктә уларҙың үлемендә ғәйепләне. Бөгөнгөләй хәтеремдә: ул көндө ирем башҡаса бер ауыҙ һүҙ ҙә өндәшмәне, уйланып, һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө-йөрөнө лә, кискеһен ванна бүлмәһенә инеп бикләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һалды. Шулай итеп, ғәзиз балаларыбыҙ артынан ғаиләнең тотҡаһы булған атайҙарын да ерләнек.Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыға түҙә алмайынса, был яҡты донъяла бер генә минут та йәшәгем килмәй ине минең. Нәҡ шул саҡта, йәнемә дауа алыр өсөн, киләсәк яҙмышымды белергә тип Ванга янына барырға уйланым...Ул ваҡытта СССР заманы, ил сиген нисек кәрәк шулай үтеп, мең ғазаптар менән Болгарияға барып еттем. Әлеге кинофильмдағыса, күрәҙәсенең йорто янында халыҡтың иге-сиге юҡ ине. Ниһайәт, ҡабул итеү сиратым етеп, Ванга янына кергәндә, тәнемде генә түгел, хатта йәнемде лә ниндәйҙер ҡурҡыныс шом биләп алды, ул халәтте һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел ине. Кереп, ҡалтырана-ҡалтырана ҡаршыһына барып ултырҙым да инде һорауымды бирәйем генә тигәндә, ул шундай ҡырыҫ тауыш менән: – Ҡыҙ сағыңда ниңә яңылыштың һуң, Максимдың тәҡдимен ни өсөн ҡабул итмәнең?! – тип ҡысҡырҙы. Мин иһә бер нисек тә яуап бирә алманым, сөнки ҡайғы ҡатыуы ҡатҡас ҡороп юғалған ҡайнар күҙ йәштәрем кинәт пәйҙә булып, яҙғы ташҡын ваҡытында ярһыған йылғалай бер туҡтауһыҙ аға ине. Бер аҙ тын торғандан һуң, ҡарсыҡ һүҙен дауам итте:– Әҙәм балалары донъяға килгәндә уларға тәҡдир менән бергә ғүмер юлын һайлау хоҡуғы ла бирелә шул... Эйе-эйе, йәшәү дәүерендә, ете юл сатында аҙашып, икеләнеп ҡалған саҡта ғүмер юлын йөрәк ҡушыуы буйынса һайлау хоҡуғы! Дөрөҫ һайланыңмы – тормошоң бәхетле буласаҡ, хаталандың иһә – әсе яҙмышҡа дусар булыуыңды көт тә тор! Бына һин дә Максим менән ҡауышҡан булһаң, бик бәхетле йәшәр инең дә бит... – тине ул, ауыр һулап. Унан һуң, мине ҡыҙғанып булһа кәрәк, тауышын бер аҙ йомшартып:– Ярай, улай артыҡ бөтөрөнмә, ҡартлығың, һис шикһеҙ, матур буласаҡ һинең, бер туған һеңлеңдең улы үҙ әсәһен ҡарағандай тәрбиәләйәсәк үҙеңде! – тип тынысландырҙы.Мин сығырға ҡуҙғалғас, ул ярҙамсыһына йәнә ҡәтғи итеп:– Был бисара ҡатын әҙәм балаһы күтәрә алмаҫлыҡ, тауҙай ҡайғы кисергән, унан аҡса алмағыҙ, – тип бойорҙо. Мин рәхмәт әйтеп сығып киттем....Шул урында беҙҙең әңгәмәне көр күңелле ял итеүселәрҙең шау-шыулы компанияһы бүлде. Мин Хәлимә инәй менән һаубуллаштым да шифахана корпусына табан йүнәлдем. Һалмаҡ ҡына атлап барған саҡта:– Бына һиңә мә! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ тиһәләр ҙә, бар икән ул уҙмыш, бар икән! – тип уйландым.Автор: Рәфил САМАТОВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһыhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ya-myshtan-u-mysh-yu-ti-l-r-/