Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 18:35

Шәп бүләктәр отторола

Башҡортостанда йәшәүсе-ләрҙең «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына, шул иҫәптән «Яйыҡ» һәм «Учалинская газета» гәзиттәренә яҙылып һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыларының автографтары ме-нән джерси, «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка отоу мөмкинлеге бар.

Башҡортостанда йәшәүсе-ләрҙең «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына, шул иҫәптән «Яйыҡ» һәм «Учалинская газета» гәзиттәренә яҙылып һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыларының автографтары ме-нән джерси, «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка отоу мөмкинлеге бар.Конкурста ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың алты айына йәки тулыһынса 2021 йылға кәмендә ике баҫмаға яҙылырға, исем-шәрифте һәм бәйләнешөсөн телефонды күрһәтеп, 2021йылдың 15 ғинуарына тиклем квитанцияның күсермәһен ебәрергә кәрәк. Почта адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто. Электрон адрес: [email protected]. «Яҙыл һәм от» («Подпишись и выиграй») бил-дәһен ҡуйырға онотмағыҙ.Еңеүселәр 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында билдәләнә, тип хәбәр итә ойоштороусылар.Әйткәндәй, һеҙ белеүегеҙсә, «Яйыҡ» гәзите лә инде традицияға әйләнгән отошто башлап ебәрҙе. Беҙҙең бүләктәре-беҙ ҙә шәптән-шәп. Еңеүселәребеҙ миксер, мендәр, сәй сервизы, стена сәғәте, электр сәй-нүге, таба, электр плитәһе һәм башҡа бихисап бүләктәр отоп шатланыу мөмкинлегенә эйә.Почта бүлексәһе аша «Яйыҡ» гәзитенә ярты йылға яҙылыу хаҡы 983 һум 46 тин. Бер йылға яҙылыу 1806 һум 75 тин була. Бергә булдыҡ, бергә ҡала-йыҡ, дуҫтар! Яҙылығыҙ һәм отоғоҙ, әүҙем булығыҙ!
Читайте нас: