Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 15:27

Телефонын сәлдерҙеләр

40 йәшлек яҡташыбыҙ тотолдо

Кисә, йәғни 15 ноябрь була был хәл. Магнитогорск ҡалаһынан 25 йәшлек экспедитор Учалыға ниндәйҙер тауар килтерә. Йөгөн бушатҡан арала автомобиль салонынан 20 мең һумлыҡ телефоны ләм-мим була.
Ярай ҙа шундуҡ полицияға мөрәжәғәт итә, оператив тәфтиш төркөмө килеп тә етә. БР буйынса Эске эштәр мнистрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, видеокамералар ярҙамында уғрылыҡта шикләнгән кеше шәхесе тиҙ билдәләнә. Шул уҡ көн ул тотола. Быға тиклем дә кеше талаған өсөн хөкөм ителгән 40 йәшлек Учалы кешеһендә смартфтон табыла, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Телефон тиҙ арала Магнитогорск ҡунағына кире ҡайтарыласаҡ, ти.
Читайте нас: