Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда йәнә Башҡортостан вәкиллеге асыла. Уны ойоштороу буйынса эш тураһында бөгөн Ҡаҙағстандың рәсми делегацияһы менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Астана ҡалаһындағы вәкиллек 2016 йылдың 1 апрелендә ябылғайны. Былтыр илдең дәүләт секретары Ҡырымбәк Кушербаев Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллеге эшен тергеҙергә тәҡдим итте.
Шуны билдәләп үтәйек: 2020 йылдың мартында Өфөлә Ҡаҙағстан Республикаһының почётлы консулы Булат Әсәҙуллин эшләй башланы.
«Нур-Солтанда Башҡортостан вәкиллеген асыу буйынса барлыҡ формаль процедуралар тамамланғас, коронавирусҡа бәйле хәлде лә иҫәпкә алып, Ҡаҙағстанға рәсми сәфәр менән барырға йыйынабыҙ», – тине осрашыуҙа Радий Хәбиров.
Яҡтар сәнәғәттә, иҡтисадта, мәғарифта һәм мәҙәниәттә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республикалар иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө йүнәлештәре буйынса әүҙем үҙ-ара эш итә. Башҡортостан биләмәһендә Ҡаҙағстандан капитал ҡатнашлығында ойошторолған 37 предприятие эшләй. Ҡаҙағстан компанияларының береһе Ишембай районындағы «Алға» махсус иҡтисади зонаһында 1,4 миллиард һумлыҡ инвестиция менән полипропилен еп һәм полиэтилен сетка етештерә башларға ниәтләй.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың бизнес-даирәләренә быйыл декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшендә ҡатнашырға тәҡдим итте, шулай уҡ 2021 йылда Фольклориадаға саҡырҙы.
Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ермек Кошербаев билдәләүенсә, илдәр араһында һәр саҡ тығыҙ бәйләнеш булды, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, әле лә шулай булып ҡала.
Белешмә. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан 7,9 процент өлөш менән Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә дүртенсе урынды биләй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында 34,2 процент сағыштырма ауырлыҡ менән икенсе урында тора. Үҙ-ара тауар әйләнеше 361,6 миллион доллар тәшкил итте.
https://www.bashinform.ru/news/1522130-v-kazakhstane-poyavitsya-predstavitelstvo-bashkirii/
Фото: https://glavarb.ru/