Яйыҡ
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
17 Ноябрь 2020, 18:20
Антибиотиктар ҡулланыу коронавирусҡа йоғонто яһамай
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала йәшәүселәрҙе антибиотиктар ҡулланыуҙың коронавирусҡа тәьҫир итмәүе тураһында иҫкәрттеләр.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала йәшәүселәрҙе антибиотиктар ҡулланыуҙың коронавирусҡа тәьҫир итмәүе тураһында иҫкәрттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, вирус инфекцияһынан зарарланған үпкәне был дарыуҙар менән дауаламайҙар.
«Табип кәңәшенән тыш антибиотиктар ҡулланыу коронавирус инфекцияһының ауыр үтеүенә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге боҙола, аллергия барлыҡҡа килә. Икенсе тапҡыр препараттарҙың һеҙгә ярҙам итмәүе мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн табиптарҙың кәңәштәрен тотоу мөһим:
— C һәм D төркөмдәре витаминдарын;
— цинк кеүек микроэлементтар;
— температура 37,5 градустан юғары күтәрелһә, шунда уҡ парацетамол кеүек температура төшөрә торған препараттар эсергә кәрәк.
https://www.bashinform.ru/news/1522317-minzdrav-bashkirii-priem-antibiotikov-ne-vliyaet-na-covid-19/
Читайте нас:
Яйыҡ тың Телеграм-каналы
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять